ch
Feedback

不要被骗子欺骗!Telemetrio 会找到并标记这些频道 👉 如果想查看标记,请订阅 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 974
订阅者
无数据24 小时
-77 天
-2030 天
帖子存档
Әлшәй районында иҫерек водитель баланы тапатҡан Әлшәй районында иҫерек водитель баланы тапатҡан. Юл ситендә велосипедта хәрәкәт иткән 12 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Үлемесле авария Аксенов ауылы Вокзал урамында теркәлгән. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.

Стәрлебаш районында лагерҙа ағыуланыусыларҙың дүртеһе дауаханала ҡала Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Стәрлетамаҡ дауаханаһына лагерҙа ағыуланған 25 кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың өсәүһе-вожатый, ҡалғандары балалар. Табиптар тикшереүенән һуң, 16 кеше дауаханағап һалына, ҡалған ун кеше өйҙәренә ҡайтарыла. Пациенттарҙың хәле уртаса тип баһалана. Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең сәләмәтлегенә хәүеф янамай. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.

Ишембай районында Торатау майҙанында «Спорт ере-2025» марафоны үтте Тәбиғәт ҡосағында ойошторолған сәмле ярышта республиканың төрлө райондарынан йыйылған 600 кеше көс һынашты. Әүҙем ял ваҡытын яратыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре-табиптар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, аграрийҙар, хоҡуҡ һаҡсылары булды. Улар волейбол, футбол, күңелле старттарнҙа ҡатнашты, үҙҙәрен ГТО үҙен һынап ҡараны.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ижади коллективының йәйге ялы тамам Театрҙың ҙур залында артистар һәм театр етәкселеге ҡатнашлығында тәүге йыйылыш уҙғарылды. 106-сы миҙгелде башлауға рәсми старт октябрҙә биреләсәк, әммә спектаклдәр август һәм сентябрҙә лә ҡуйыласаҡ. Яңы ижад миҙгеленә пландар ҙур, тип билдәләне театр етәксеһе.

Өфөлә Самауыр байрамы үтте «Арт-квадрат» майҙанында уҙғарылған мәҙәни сарала самауырҙар күргәҙмәһе, театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Ҡунаҡтар Башҡортостан милли музей коллекцияһы самауырҙары менән танышып хуш еҫле үләндәрҙән әҙерләнгән сәйҙәр тәмләне. Ижади майҙансыҡтарҙа белгестәр самауыр тарихы, төрлө халыҡтарҙа сәй эсеү менән бәйле йолалар тураһында һөйләне.

Көйөргәҙе районында «Кәсептәр йәйғоро» асыҡ республика фестивале үтте Мәртәбәле сара Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен һәм башҡа райондарҙан илленән ашыу оҫтаны берләштерҙе. Кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, милли биҙәүестәр яһау, милли музыка ҡоралдары етештереү булһынмы, ағасты семәрләп эшләүме-һәр кем күргәҙмәлә ҡатнашып, кәсеп өлгөләре һәм шөғөлө менән таныштыра алды. Майҙанда теләүселәр өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарылды.

Өфөлә «Сәләмәт булыу шәп!» акцияһы еңеүселәре бүләкләнде Өфөлә «Мөмкинлектәр донъяһы» партия проектының «Сәләмәт булыу шәп!» Бөтә Рәсәй акцияһы еңеүселәре тәбрикләнде. Федераль этап һөҙөмтәләре буйынса Дүртөйлө районы һәм Нефтекама ҡалаһынан биш уҡыусы «Артек» лагерына путевкалар менән бүләкләнде. Үҫмерҙәр йыл дауамында үҙҙәренең белем усағында сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дөрөҫ туҡланыу тураһында асыҡ дәрестәр уҙғарған.

Алданған туристар бергәләп енәйәт эше асылыуын талап итә Путевкаһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалғандар. Республиканан ике тиҫтәнән ашыу кеше үҙҙәрен туристик агент эшмәкәрлегенән зыян күреүсе тип иҫәпләй. Билдәләнгән ваҡытта сит илдә ял итеү буйынса алдан килешеүҙәр төҙөлә, авиабилеттар һәм ҡунаҡханала йәшәү урындары өсөн түләүҙәр башҡарыла. Әммә менеджер ваучер һәм башҡа тейешле документтарҙы клиенттарына тапшырыр урынға вәғәҙәләр менән генә ымһындыра башлай. Йыл ярымдан ашыу дауам иткән аңлашылмаусанлыҡтар тураһында киләһе яҙма.

Стәрлебаш районында балалар ағыуланыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды Стәрлебаш районы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында балалар ағыуланыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Стәрлетамаҡ дауаханаһына лагерҙа ағыуланған 25 кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың өсәүһе-вожатый, ҡалғандары балалар. Табиптар тикшереүенән һуң, 16 кеше дауаханағап һалына, ҡалған ун кеше өйҙәренә ҡайтарыла. Пациенттарҙың хәле уртаса тип баһалана.

Асҡын районында йәштәр аварияға осраған Сәғәтенә 100 саҡрым тиҙлектә хәрәкәт иткән водитель идара итеү һәләтен юғалтып урындағы кибет ҡапҡаһына төкәлгән. Машина ҡапҡаны емереп, һаҡлау контейнерына барып бәрелгән. Көслө бөрелештән водителдең аяҡ кейемдәре сығып оса, маңлайы емерелә. Бәхеткә, башҡа пассажирҙар зыян күрмәй. Тикшереү күрһәтеүенсә, водитель айныҡ булған.

Республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә иҫәп буйынса 158-се гуманитар ылау оҙатылды «Башҡортостан» полкы һәм башҡорт батальондары транспорт сараларынан тыш, дрондар һәм эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ хәрбиҙәргә шәхси посылкалар ҙа әҙерләнгән. Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса беҙҙең төбәк илдә алдынғылар иҫәбендә.

Башҡортостан аграрийҙары быйыл рекордлы күләмдә майлы культуралар йыйып алырға өмөтләнә Был турала Хөкүмәт Премьер-минстры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ведомство етәксеһенең уңыш булмаһа бәлә, ә күп булһа бөтөнләй фажиғә тип әйткән һүҙҙәре лә хәтерҙә. Сөнки ашлыҡты һаҡлау урыны булмаһа, уны мул туплауҙан файҙа юҡ. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ашлыҡ киптереү комплекстарын төҙөү буйынса республика программаһын булдырырға ҡушты. Дәүләт һәм ауыл хужалығы предприятиелары менән берлектә йыл һайын өсәр комплекс төҙөгәндә лә табыш үҙебеҙҙә ҡаласаҡ, тине Андрей Назаров

Башҡортостан командаһы «Архипелаг-2025» программаһында беренсе урын Мәскәүҙең Сколково инновация комплексында «Уфимец» ойошмаһында етештерелгән пилотһыҙ осоу ҡоролмалары һәм двигателдәр юғары баһаланды. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. «Пилотһыҙ осоу системаһы-киләсәк технологияһы» халыҡ-ара форумы күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 76 төбәгенән компаниялар стенды ойошторолдо.

Байрам өҫтәле урынына ирекмәнлек ғәмәле Шаран районы Йәрәмкә ауылында йәшәгән Илзиә һәм Нурмөхәмәт Күсмөхәмәтовтар зөбәржәт туйҙарын махсус хәрби операция яугирҙары өсөн ҡаҡ ҡойоп уҙғарған. 55 йыл татыу ғүмер иткән бәхетле парға ярҙамға ата-әсәһен ҡотларға ҡайҡан балалары па килгән.

Өфөнөң Затон биҫтәһендә «Хужа эҙләйем» тип исемләнгән хәйриә акцияһы үтте Бөтә донъя йортһоҙ хайуандар көнөнә арналған сара баш ҡалала һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо. Акция барышында «Тулҡын» мәҙәниәт һәм ял паркында приюттарҙан килтерелгән бер нисә эткә яңы хужалар табылды. Битараф булмағандар дүрт аяҡлыларға ашамлыҡтар һәм дарыуҙар ҙа килтерҙе.

Өфө студенттары Санкт-Петербургта халыҡ-ара ярышта өсөнсө урын яуланы Вуз-ара кампусының юғары уҡыу йорто-резиденты командаһы Санкт-Петербургта үткән Халыҡ-ара ярышта уңышлы сығыш яһаны. Рәсәй, Ҡытай һәм Төркиәнең алдынғы техник университеттарынан торған ике тиҫтәләп инженер команда үҙ ҡулдары менән йыйған болидтарын тәҡдим итте. «Электр болид» класындағы дөйөм иҫәп йомғаҡтары буйынса «Угату рейсинг» командаһы өсөнсө урын яуланы.

Башҡортостанда онкология сирен үткәргәндәр өсөн фотопроект ойошторолдо «Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ». Рәсәйҙә онкология сире диагнозы ҡуйылған пациенттарҙың психологик һәм эмоциональ хәлен яҡшыртыу маҡсатында даими рәүештә фототерапия уҙғарыла. Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә бер нисә йыл рәттән социаль проектта ҡатнаша. Сираттағы фотосессияға төрлө район-ҡалаларҙан 17 кеше саҡырылғайны. Эш процесында улар үҙҙәренең мәкерле сирҙе еңеү тарихы менән дә таныштырҙы.

Әбйәлилдә балалар өсөн яңы спорт майҙансығы асылды Социаль яуаплы инвесторҙан күп функциялы спорт майҙансығы. Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән «Ирәндек»спорт-һауыҡтырыу лагерында күп функциялы яңы спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды.

Башҡортостан Хөкүмәте эшҡыуарҙар менән йәнле аралашыуҙы дауам итә Гигабайтлап электрон хаттар менән түгел, ә йәнле аралашыу. Республика хөкүмәте сираттағы тапҡыр урындағы эшҡыуарлыҡ даирәләре менән аралашты. Был юлы министрҙар кабинеты десанты Бөрйән районына барҙы. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге эшлекле осрашыуҙа районға хас бизнес алып барыу мәсьәләләре, эшҡыуарлыҡты киңерәк йәйелдереүгә ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде.

Башҡортостанда Алтын Урҙа осорондағы ҙур кәсепселек үҙәге табылды Башҡортостандың ысынлап та Евразия йөрәге икәнлеген беҙҙең археологтар яҡшы белә. Республика биләмәһендә улар төрлө дәүерҙең хайран ҡалырлыҡ артефакттарын таба, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.