БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
1 982
订阅者
-124 小时
-27 天
-1530 天
帖子存档
1 982
Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асылды
Совет майҙанында урынлашҡан фонд бүлексәһен асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугир-ветерандарға ҡул менән йөрөшлө автомобиль асҡыстарын тапшырҙы.
1 982
Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына ярҙам итеү йылына йомғаҡ яһалды
Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына йомғаҡ яһалды. Ошо уңайҙан бөгөн «Торатау» конгресс-холында уҙған тантаналы сарала Радий Хәбиров ҡатнашты. Сараға махсус хәрби операция ветерандары, власть органдары һәм илтөбәктәренән Ватанды һаҡлаусылар фонды филиалдары етәкселәре йыйылды.
1 982
Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың 28-се пленар ултырышында сығыш яһаны
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың 28-cе пленар ултырышында ҡатнашып, депутаттарға конструктив һәм һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Киләһе йылға бурыстар ҙа билдәләнде. Әйтәйек, ун айҙан һуң Дәүләт думаһына һәм Өфө ҡала советына депутаттар һайланасаҡ. Сәйәси кампанияға әленән үк әҙер булыу талап ителә. Ултырышта күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында репортаж.
1 982
Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары өсөн боҙ әҙерләнә башланы
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай эшкә ваҡыт талап ителә. Һыу ятҡылығын ҡарҙан таҙартырға, боҙҙо тигеҙ киҫәктәргә бүлеп, машинаға тейәп тәғәйен урынға алып барырға кәрәк. Өфөнөң Ленин районында эштәр башланған, тиҙҙән башҡа урындарҙа ла боҙ әҙерләүгә тотоналар.
1 982
Өфөнөң Октябрь районы ЗАГС бүлегенән Римма Закирова-Торба 10 мең никах теркәгән
Ул ошо өлкәлә 32 йыл эшләй. Римма Закирова-Торба тураһында социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. - Рәсәй һәм Башҡортостан ЗАГС органдары хеҙмәтенә 108 йыл, ул иң боронғо дәүләт институттарының береһе. Римма Илдус ҡыҙын, барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайым, ти Радий Хәбиров. Бөгөн Рәсәйҙә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
1 982
Рәсәйҙә йәмәғәт транспорт туҡталыштарында вейп һәм тәмәке һатыу тыйылды
Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Парламент рәйесе Вячеслав Володин белдереүенсә, туҡталыштарҙа халыҡ күпләп йыйыла. Закон ярҙамында, балалар һәм йәштәрҙе тәмәкенән аралау, сәләмәтлекте һаҡлау маҡсаты ҡуйыла.
1 982
Башҡорт аты — 2026 йыл календарының символдары иҫәбендә
Башҡорт аты Яңы йыл календарында. Мәскәүҙең Рус әҙәби үҙәге уҡыусыларға яҡынлашып килгән яңы йыл календарын тәҡдим итте. 2026 йылдың Ат йылы булыуын иҫәпкә алып, авторҙар календарға йыл символының төрлө тоҡомдары тураһында мәғлүмәт биргән. Башҡорт аты тоҡомо тураһында мәғлүмәт июнь айына тура килә. Аттың һүрәтенә аңлатмала башҡорт атының Рәсәйҙәге ауыр климат шарттарына яраҡлашҡан ыҡсым кәүҙәле, сыҙамлы, тыныс холоҡло боронғо дала тоҡомо булыуы билдәләнгән.
1 982
Өфөлә һатыусы ыуылдырыҡтың тәбиғи булыуын асыҡлау ысулын күрһәтте
Киләһе яҙма Яңы йыл байрамына ыуылдырыҡ һатып алыусылар өсөн файҙалы булыр. Сөнки был ризыҡтың һатыуҙа ике төрлөһө бар- тәбиғи һәм яһалма. Тик уларҙы нисек айырырға? Өфөлә балыҡ магазины тотоусы беҙгә ябай ғына ысул өйрәтте.
1 982
Өфөлә Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең 6-сы форумы уҙҙы
«Үткән быуаттан хәҙерге көнгә» тип аталған форум Башҡортостан төбәк бүлексәһе һуҡырҙар йәмғиәтенең йөҙ йыллығына арналды. Унда Калининрадтан алып Сахалинға тиклем һәм Луганск, Херсон, Донецк, Запорожье өлкәләренән 250 ашыу делегат ҡатнашты. Фекер алышыу һуҡырҙар һәм күреү буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе социаль-реабилитациялау мәсьәләләренә арналды.
1 982
Балтас районында Тиҙ Танып йылғаһы аша күптән көтөлгән күпер асылды
Объект «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль проекты буйынса финансланған. Ул район үҙәге менән тиҫтәләгән ауылды ҡыҫҡа һәм уңайлы юл менән бәйләй. Дүрт саҡрымдан ашыу юл һәм 77 метр оҙонлоҡтағы күпер төҙөлөшө 2016 йылда башланған. Йылға ташҡындары проектты үҙгәртеүҙе талап иткән. Төҙөлөш бер нисә этапта башҡарылған. Хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән күпер аша хәрәкәт асылыуы район үҙәгенә юлды 30 саҡырымға ҡыҫҡарта.
1 982
Республикала Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте
Республикала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте. Сарала дини конфессия лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә етәкселәре татыулыҡты һәм тыныслыҡты һаҡлау өсөн эшлекле тәҡдимдәр индерҙе, йыл йомғаҡтарын барланы. Совет ултырышында милли сәйәсәт алдында көнүҙәк һынауҙар, йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырған ойошмалар эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш мәсьәләләре күтәрелде
1 982
Радий Хәбиров «Саҡырыу» республика ҡышҡы йәш армеецтар уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Саҡырыу» республика ҡышҡы йәш армеецтар уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашты. Ярышта төрлө район-ҡалаларҙан барлығы 36 команда, һәр ҡайһыһында алтышар кеше ҡатнашты. Өс көн дауамында улар төрлө һынауҙар үтеп, физик әҙерлеген, медицина буйынса белемен күрһәтте. Сара аҙағында төбәк башлығы менән осрашып, һорау биреү мөмкинлеге лә булды.
1 982
Әбйәлилдәр урындағы башланғыстар проекттары конкурсында еңеү яуларға ниәтләй
Амангилде ауыл биләмәһендә йәшәүселәр урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Киләһе йыл улар район инфраструктураһын яҡшыртыу маҡсатында тағы ла урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән. Амангилделәр проекттары еңеп яулап, ауыл урамдарында электр уттары ҡабыныуына ышаныс белдерә.
1 982
Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Роман Некрасов килде
Агросәнәғәт комплексы предприятиелары, профилле уҡыу йорттары һәм ветеринария хеҙмәте эшмәкәрлеге һәм киләсәге. Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Роман Некрасов килде.
1 982
Башҡортостан башлығы «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһын яулаусы журналистарҙы тәбрикләне
Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһе яңылыҡтарын, яугирҙар тормошон алғы һыҙыҡҡа барып яҡтыртҡан журналистарҙың хеҙмәтен баһалап, ҡыйыулыҡ һәм объектив мәғлүмәт өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.
1 982
Яңы йылдан балалар баҡсаһы өсөн түләү суммаһы үҙгәрә
Ҡарарға Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, балалар баҡсаһы өсөн иң күп түләү Өфө һәм Нефтекамала көнөнә 192 һум була. Иң түбән хаҡтар Әбйәлил районында һәм Ағиҙел ҡалаһында, 142 һәм 144 һумдан билдәләнә.
1 982
Бөрө районы Шишмә ауылында ғәжәйеп хәл теркәлгән
Тауыҡ ғәрәпсә яҙылған йомортҡа һалған. Яҙыу Аллаһ һүҙенә оҡшаған. 60 йәшлек Рида Алдинова кеҫә телефонына төшөрөп, беҙҙең редакцияға ебәргән. Хужабикә үҙе лә дини кеше, 5 намаҙын ҡалдырмай. Бындай хәл Башҡортотсанда тәүге тапҡыр ғына күҙәтелмәй.
1 982
Башҡортостан студенты Вадим Харисов Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды
Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, химия буйынса халыҡ-ара олимпиадалар еңеүсеһе Вадим Харисов һәм уның остаздары Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды. Һәләтле яҡташыбыҙ Республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров менән Башҡортостанда олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы рәйесе Тимур Мәннәнов етәкселегендә күләмле ярыштарға әҙерләнә.
1 982
Башҡортостанда пациенттар һәм табиптар диалогы нығытыла
Пациенттар менән медицина хеҙмәткәрҙәре бер-береһен ишетәсәк. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Республика пациенттар союзы үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Был хаҡта Дамира Сабирйәнова исемендәге премияны тапшырыу тантанаһында хәбәр ителде.
