ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 027
订阅者
-124 小时
-27
-730
帖子存档
Республика балалар дауаханаһында ваҡытынан алда тыуған игеҙәктәрҙе аяҡҡа баҫтырҙылар Республика балалар дауаханаһы табиптары ваҡытынан алда тыуған игеҙәктәрҙе стационар шартарҙа ҡарап тейешле ауырлыҡҡа еткерҙе. Яңы тыуған сабыйҙар санавиация менән Мәсетле районынан килтерелгән. Башта уларҙың ауырлығы 1 кг 800 грамм була. Әммә табиптарҙың тырышлығы менән сабыйҙар күҙгә күренеп үҫә башлай. Аҙна аҙағында улар дауахананан әсәләре менән бергә өйҙәренә ҡайтасаҡ. Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләү һәм медицна хеҙмәтләндереүе нисек ойошторолған?

Баймаҡ агросәнәғәт колледжы «Агропрофессионалитет» федераль программаһына инде Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Икәүһе Башҡортостандан. Улар иҫәбендә Баймаҡтың Зәкәриә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ла бар.

Өфөлә 96-сы йәшендә Марат Муллағәләмовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны Башҡортостан йәмәғәтселеге оло юғалтыу кисерҙе. Өфөлә 96-сы йәшендә Башҡортостан ветерандар советының элекке рәйесе Марат Муллағәләмовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Мәләүез халҡы МХО биләмәһендәге яҡташтарына оҙатҡан сираттағы гуманитар ярҙам барып етте Мәләүез халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына оҙатҡан сираттағы гуманитар ярҙам барып етте. Был юлы йөк ике машинаға тупланды. Ылауға аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, төҙөлөш материалдары, шулай уҡ яугирҙарҙың көнкүрешен яҡшыртыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар тейәлгән. Уны оҙатыуҙа Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты. Ул да гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөн индергән.

Башҡортостан ауыл хужалығында автоматлаштырылған комплекстар ҡуллланыла Һөтсөлөк тармағында 37 робот системаһы бар. Уларҙың 2
Башҡортостан ауыл хужалығында автоматлаштырылған комплекстар ҡуллланыла Һөтсөлөк тармағында 37 робот системаһы бар. Уларҙың 20-еһе 2025 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл тағы 20 ошондай комплексты сафҡа индереү планлаштырыла, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Башҡортостан предприятиеларында уҙған йылда һатыу өсөн 780 мең тонна һөт етештерелгән.

Бөрөлә күлгә батҡан һарыҡ кәүҙәләре Алабуға ҡалаһына оҙатылған Улар махсус предприятиела эшкәртелә, тип хәбәр итәләр Ветерина
Бөрөлә күлгә батҡан һарыҡ кәүҙәләре Алабуға ҡалаһына оҙатылған Улар махсус предприятиела эшкәртелә, тип хәбәр итәләр Ветеринария буйынса дәүләт комитетынан. Был хәл уҙған йылдың декабрендә була. Бөрө районында һарыҡтар боҙға сыға һәм һыуға бата. Күлдән 1 мең 340 үлек алына. Көтөүҙәге бер генә һарыҡ иҫән ҡала.

«Юлдаш»тар концерт менән Әбйәлилдә сығыш яһаны Тамашаға төбәктең Ишбулды ауылы радио хеҙмәткәрҙәре ойошторған «Атайсалға изге эштәр» конкурсында еңеү яулауҙары сәбәпсе булды. Ике көнлөк ижади сәфәр барышында юлдаштар шулай уҡ урындағы «Ахай» хоккей командаһы менән иптәштәрсә матч та уҙғарҙы. Сара махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ишбулды ауылы ир-егеттәре иҫтәлегенә арналды.

Өфөлә «Бәхетле көмөш» проектының дүртенсе төркөмө асылды Республикала 60 йәштән өлкәндәр өсөн проект 2024 йылдан алып уҙғарыла. Былтыр программа конкурста ҡатнашып Өфө ҡалаһы башлығы грантын отҡан. Сираттағы төркөмдә иллегә яҡын оло быуын кешеһе иҫәпләнә.

Ҡоролтайҙа либерал демократтар мәғариф мәсьәләләре буйынса асыҡ һөйләшеү уҙғарҙы Либерал демократтар менән асыҡ һөйләшеү. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа партия ағзалары мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Осрашыуға иҫке ятаҡтарға урындар, уҡытыусылар етешмәүе, уҡыу йортон тамамлағандан һуң эшкә урынлашыу проблемалары сығарылды.

Халыҡ һайланыусылары студенттар алдында яуап тотто Баш ҡалала республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты. Һорауҙар төрлө. Буласаҡ идарасыларҙы етәкселек эше, халыҡ менән мөнәсәбәттәр һәм ил кимәлендә эшләгән федераль проекттар үҙенсәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Әңгәмә барышында депутаттарға бирелгән иң ҡыҙыҡлы өс һорау һайлап алынды. Уларҙы биреүсе студенттар Мәскәүгә Федераль йыйылыштың түбәнге палатаһы эшмәкәрлеге менән танышырға саҡырылды.

Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы мәктәп асылды 1225 урынға иҫәпләнгән мәғариф учреждениеһы баш ҡалала иң ҙур мәктәптәрҙең береһе һанала. Миловка урамындағы объект «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән. Заманса бинала бөтә кабинеттар ҙа интерактив таҡталар менән йыһазландырылған, Интернет үткәрелгән. Йылдам үҫешкән микрорайонда сафҡа ингән белем усағында уҡыусыларға барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Өфөлә Евразия кампусы 2027 йылда студенттар өсөн асылыуы көтөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус 2027 йылда тәүге студенттарын ҡабул итәсәк. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Күләмле объект төҙөлөшө график буйынса бара. Быйыл төп төҙөлөш-тышҡы һәм эске эштәр тамамланырға тейеш. Өфө үҙәгендәге был кампус студентар өсөн иҫ киткес урын булырына ышанам тигән төбәк етәксеһе.

Туризм инфраструктураһы үҫеше һөҙөмтәһе: Башҡортостанда йылдан-йыл ял итеүселәр һаны арта Туризм инфраструктураһы үҫеше һөҙөмтәһе: Башҡортостанда йылдан-йыл ял итеүселәр һаны арта. Былтыр республика Рәсәйҙең туристик йәлеп итеүсәнлек рейтингында 9-сы урынға күтәрелде. Башҡортостан ил кимәлендә ваҡиғалар туризмы төбәге булараҡ та танылыу алды. Властарҙың иғтибарын һәм ярҙамын күреп, эшҡыуарҙар глемпингтар, кэмпингтар аса. Юл буйы сервисында яңы объекттар сафҡа индерелә.

Башҡортостанда МХО яугирҙарының исемен мәңгеләштереү буйынса системалы эш башлана Башҡортостанда махсус хәрби операция яугирҙарының һәм тыл ҡаһармандарының исемен мәңгеләштереү башлана. Был турала Республика етәксеһе бөгөн Хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров быйыл Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон проекталауҙы ла башларға ҡушты. Был эшмәкрлекте финанслау бурысы «Өфө» аэропортына йөкмәтелә. Оператив кәңәшәмлә ҡаралған ошо һәм башҡа темалар тураһында репортаж.

Өфө районында радиоидаралы моделдәрҙә уҙыш буйынса асыҡ ярыштар үтте Сарала республика район-ҡалаларынан 20-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Өфө районың Михайловка мәктәбендә ойошторолған уҙышты үткәреү өсөн спорт залына махсус ковролин түшәлгән. Пульт менән идара ителгән машиналарҙа ярышта өлкәндәр ҙә, уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Уларҙан техника менән идара итеү оҫталығы, бар кәртәләрҙе тиҙ һәм аварияһыҙ үтеү талап ителә.

Ишембай ҡалаһының Смаҡай биҫтәһендә яңы мәсет төҙөлә Әле иман йортоноң стеналары күтәрелгән, ҡыйығы ябылып манараһы күтәрелгән. Изге башланғысҡа урындағы халыҡ ҡына түгел, сит тарафтарҙа йәшәгән яҡташтар, бағыусылар ҙа дәррәү ҡушылған. Берәүҙәр аҡсалата, икенселәр төҙөлөш материалдары, техника, ҡул көсө менән ярҙам итә. Ураҙа Ғәйетендә мәсеттә тәүге аҙан тауышы яңғырар тип көтөлә.

Бәләбәй районының Максим Горький ауыл советы Бөтә Рәсәй «Ҡаҙаныштар шыршыһы» акцияһында ҡатнашҡан Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү програмаһы республикала ун йылдан ашыу эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә районда инфрастуктураны яҡшыртыу буйынса байтаҡ эштәр атҡарылған.

Баймаҡ районы халҡы инфраструктураны үҫтереү буйынса дәүләт программаһына ҡушылды Төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү, йәмәғәт саралары өсөн урындар булдырыу. Баймаҡ районы халҡы үҙҙәренең проекттары менән йәнә урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына ҡушылды. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.

Росреестр иҫкәртә: кадастр документтары электрон форматта ғына ҡабул ителәсәк Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ҡайһы бер коммерция булмаған ойошмалар кадастр иҫәбенә документтарҙы тик электрон форматта ғына бирергә бурыслы. Был үҙгәреш баҡсасылыҡ, гараждар, торлаҡ кооперативтарына һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәренә ҡағыла.

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты инновациялы фильтр уйлап сығарған Һыуҙы ул таҙартып ҡына ҡалмай, ә иммунитетты көсәйтеү өсөн витамин һәм минералдар менән байыта ала. Был проект авторы «Студенттар стартабы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәренең береһе һәм 1 миллион һумлыҡ грант аласаҡ.