БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 022
订阅者
无数据24 小时
-37 天
-830 天
帖子存档
2 022
Архангел районында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары иҫерек водителде туҡтатҡан
Эскән килеш рулгә ултырыу ихтималлылығы тураһындағы хәбәр инспекцияның чат-ботына килгән. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр «Лада»ла ысынлап та, 22 йәшлек иҫерек егет хәрәкәт итеүен асыҡлай. Учалы районы вәкиле ваҡиға урынында үҙен агрессив тота, медицина тикшереүе үтеүҙән дә баш тартҡан. Осраҡ буйынса адинистратив протокол төҙөлгән, автомобиль махсус туҡталҡаға оҙатылған.
2 022
Өфөлә йәмәғәт транспортының яртыһы газға күскән
Республиканың сәнәғәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы Башҡортостан файҙаланыуға тапшырылған автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Рәсәйҙә 1-се урынды биләй. Былтыр 7 станция файҙаланыуға тапшырылһа, әлеге ваҡытта улар 72 урында. Әйткәндәй, быйыл газ ҡорамалдарын ҡуйыуға дәүләт субсидияһы артты, уға эшҡыуарҙар ҙа, физик шәхестәр ҙә иҫәп тота ала.
2 022
Подъездарҙағы иғлан таҡтаһы үткәндәргә күсә
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ яңылыҡтарын, планлы эштәр йәки авария тураһында оператив белдереүҙәрҙе белер өсөн фатирҙан сығыу мотлаҡ түгел. Башҡортостанда МАХ мессенджерында рәсми йорт чаттары-һанлы проект үҫеш ала.
2 022
Өфөлә «Биләмәне комплексы үҫтереү» проекты буйынса тәүге йорт файҙаланыуға тапшырылды
Был дәүләт инициативаһы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының бер өлөшө булып тора һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. «Биләмәне комплексы үҫтереү» проектына ярашлы, авария хәлендә һаналған йорттар һүтелә, уларҙың урынына яңы кварталдар ҡалҡып сыға.
2 022
Башҡортостанда Күп балалы ғаилә көнө раҫланды
Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаилә институтын нығытыу, тыуымды арттырыу һәм демографик хәлде яҡшыртыу-көнүҙәк мәсьәлә. Бөгөн был тема Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Дәүләт Думаһы депутаттары, закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, урындағы үҙидаралыҡ вәкилдәре осрашыуында күтәрелде.
2 022
Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала һауа шарттары боҙолоуы тураһында иҫкәртте.
Алдағы өс көндә төбәктә һауа температураһының 2 градус йылынан 22 градус һыуыҡҡа тиклем үҙгәреүе күҙаллана. Көслө ҡар яуыуҙан тыш, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, көслө ел сығыуы көтөлә. Алдағы төндә һауа температураһы түбәнәйә.
2 022
Башҡортостанда иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелде
Өфөлә был ваҡытта бер сәғәткә күп фатирлы йорттар подъездары асылды һәм сиреналар сигналы улар аша яңғыраны. Бындай сара иҫкәртеү ваҡытында урамда ҡалған кешеләр яҡын-тирәләге йорттарға йәшеренеп торһон өсөн күрелде.
2 022
Бөрйәндә махсус операцияла һәләк булғандарҙы спорт менән иҫкә алдылар
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә район саңғы ярышы үтте. Сара шәхси эшҡыуар Зөфәр Көҫәпҡолов башланғысы менән ойошторолған, уның бер туған ҡустыһы алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк булған. Сара яугирҙар рухына аят бағышлауҙан башланды.
2 022
Көйөргәҙе районында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн саңғы ярышы үтте
Көслө рухлылар өсөн кәртә юҡ. Көйөргәҙе районында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн саңғы ярышы үтте. Сара Ермолаев мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолдо. Ярышта республиканың коррекция мәктәп-интернаттарында белем алған 120 уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараны.
2 022
Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Кубогы старт алды
Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Кубогы менән Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте Кубогына күләмле ярыштарҙы ҡабул итә. Спорт сараһы «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһынан башланды.
2 022
Күп балалы ғаиләләр-ғәҙәти күренеш булырға тейеш
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында традицион ҡиммәттәрҙе яҡлау һәм күп балалы ғаиләләр өсөн льготалар алыуҙы ябайлаштырыу мәсьәләләренә бәйле һорауҙар ҡаралды. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эргәһендә ата-әсәләр республика советы эшләй.
2 022
Республика ауыл хужалыҡтарында баҫыу эштәренә әҙерлек барышында техник тикшереүҙәр үтә
Сәсеү миҙгеленә әҙерлек. Республика ауыл хужалыҡтарында баҫыу эштәренә әҙерлек барышында техник тикшереүҙәр үтә. Инспекторҙар төркөмө Саҡмағош районында Базы предприятиеһында трактор, комбайндарҙы һәм башҡа техниканы хәүефһеҙлек талаптары буйынса тикшерҙе. Йылдам үҫешкән хужалыҡта транспорт саралары даими яңыртыла, ферма майҙандары киңәйтелә
2 022
Алдағы тәүлектәрҙә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә
Көслө ҡар яуыуы, юлдарға көрт һалыуы ихтимал. Төндә һауа торошо урыны менән 17 градусҡа тиклем түбәнәйә. 6 мартта һауа температураһы күтәрелеүе, ял һәм байрам көндәрендә ҡар яуыуы көтөлә.
2 022
Быйыл республикала санкцияланмаған 14 сүплекте бөтөрөү бурысы тора
Был турала Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының коллегия ултырышында билдәләнде. «Ябыҡ цикллы иҡтисад» федераль проекты сиктәрендә республика ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү күрһәткестәрен яҡшыртҡан.
2 022
Башҡортостанда махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына бизнес өсөн соцконтракт
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ эшен асыу өсөн социаль контракттар төҙөү өҫтөнлөклө ярҙам сараларының береһе буласаҡ.
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн 200-ҙән кәм булмаған килешеү төҙөү планлаштырыла, махсус хәрби операция ветеранының килеме иҫәпкә алынмаясаҡ.
2 022
Башҡортостан халыҡ менән бәйләнеш платформаһы буйынса Рәсәйҙең ТОП-5 төбәгенә инде
Башҡортостан халыҡ менән бәйләнеш платформаһын ҡулланыу буйынса Рәсәйҙең биш алдынғы төбәге исемлегенә инде. Был система Дәүләт хеҙмәтенең махсус ҡушымтаһы аша туранан-тура власть органдарына, идара итеүсе компанияларға, төрлө учреждениеларға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирә.
2 022
Илеш районында Әнисә Саттарованың «Туҡыманан йәнле ҡурсаҡтар» күргәҙмәһе асылды
«Туҡыманан йәнле ҡурсаҡтар». Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Саттарованың ижадына арналған шәхси күргәҙмә асылды.
2 022
Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Минең Башҡортостан» фестивале үтте
Сараны Гүзәл Солтанова етәкселегендәге «Гөлдәр» бейеү коллективы ойошторҙо. Ансамблдә башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған кешеләр берләшкән. Улар үҙҙәре сәхнә костюмдары тегә, йолаларҙы өйрәнә, Мәскәүҙә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр ғына ижади коллектив төрлө майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән хәрби госпиталдәрҙә 40-ҡа яҡын концерт менән сығыш яһаған.
2 022
Бөгөн бер төркөм яугирҙар «Өфө-арена» эргәһендәге майҙандан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә яуға. Бөгөн бер төркөм яугирҙар «Өфө-арена» эргәһендәге майҙандан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яҡташтарыбыҙҙы Башҡортоостан Хәрби комиссариаты вәкилдәре, яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды.
2 022
Андрей Назаров бөгөн республиканың юғары уҡыу йорто студенттарына асыҡ дәрес үткәрҙе
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров бөгөн республиканың юғары уҡыу йорто студенттарына асыҡ дәрес үткәрҙе. Хөкүмәт рәйесе йәштәргә үҙенең тормош, хеҙмәт юлы тураһында һөйләне, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, бизнес алып барыу серҙәре менән таныштырҙы.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
