ar
Feedback
Дини ғилем

Дини ғилем

الذهاب إلى القناة على Telegram

Төп йүнәлештәр: аҡида (иман нигеҙҙәре), фиҡһ (ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар), тәзкиә (йөрәктәрҙе сафлау). Уларҙан тыш: тарих, сәйәсәт һәм ижтимағи һорауҙар буйынса шәхси фекерҙәр. Хаттар өсөн: • ир-егеттәргә: @dinigilem_bot • ҡатын-ҡыҙҙарға: @katinkizzar_bot

إظهار المزيد
2 190
المشتركون
-124 ساعات
-87 أيام
-1830 أيام
أرشيف المشاركات
🪢 Бәләнән һаҡланыу йә уны бөтөрөү өсөн йөҙөк йә беләҙек тағыу, еп бәйләү һәм башҡа шундай эштәр – ширек 📖 "Үҙегеҙҙең Аллаһтан тыш доға ҡылған нәмәләрегеҙ тураһында уйланаһығыҙмы һеҙ? Әгәр Аллаһ миңә зарар теләһә, улар был зарарҙан ҡотҡара аласаҡтармы? Ә Аллаһ миңә рәхимлек теләһә, улар Уның рәхимлеген тотҡарларға мөмкинме?!" – тип әйт. "Миңә Аллаһ етә! Тәүәккәлләүселәр фәҡәт Уға тәүәккәлләй!" – тип әйт", – тигән Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, 39:38). ➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖ 🌟 Ғимран ибн Хүсайн (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт итеүенсә, бер мәл Пәйғәмбәр ﷺ ҡулына еҙ беләҙек таҡҡан бер ирҙе күреп ҡала һәм унан: – Ҡайғы һиңә! Был нимә? – тип һорай. – Ҡулымда көсһөҙлөк булмаһын өсөн, – тип яуаплай ир. Пәйғәмбәр ﷺ иһә: – Ысынында, ул һиңә көсһөҙлөктән башҡа бер ни өҫтәмәй! Сисеп ташла үҙеңдән, шуны таҡҡан көйө үлһәң, бер ваҡытта ла уңышҡа ирешмәҫ инең! – ти. 📚 Әхмәт, "Мүснәд" (20000), әт-Табәрани, "әл-Мүғджәм әл-Кәбир" (391), Ибн Мәджәһ, "Сүнән" (3531), әл-Хәким, "Мүстәдрак" (7692), хәсән хәҙис (ҡара: әл-Бүсыри, "Мисбәх әз-Зүджәджәһ", 4/77). ➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖ Ғүҡбә ибн Ғәмир исемле сәхәбә иһә (Аллаһ унан риза булһын) Пәйғәмбәрҙең ﷺ киләһе хәҙисен тапшыра (мәрфүғ): 🌟 "Кем үҙенә бетеү таҡҡан, шуның Аллаһ эшен бөтөрмәһен (йәғни, тамам итмәһен), кем үҙенә ҡабырсаҡ таҡҡан, шуға Аллаһ тыныслыҡ бирмәһен!" 📚 Әхмәт, "Мүснәд" (17404), Әбү Йәғлә, "Мүснәд" (1759), әт-Табәрани, "Мүснәд әш-Шәмиййин" (234), хәсән хәҙис (ҡара: әл-Әрнәүт, "Тәхридж әл-Мүснәд", 17404). ➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖ Икенсе риүәйәт буйынса: 🌟 "Кем бетеү таҡҡан, шул инде ширек ҡылған", – тигән Пәйғәмбәр ﷺ. 📚 Әхмәт, "Мүснәд" (17422), әл-Хәким, "Мүстәдрак" (7513), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Сахих әл-Джәмиғ", 6394). ➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖ ◾️ Шулай уҡ, Ибн Әби Хәтим үҙенең тәфсир китабында риүәйәт иткәненсә (12040), Хүҙәйфә исемле сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын) биҙгәк сиренә ҡаршы ҡулына еп бәйләгән бер ирҙе күреп ҡала ла, шунда уҡ уның ул ебен өҙә тартып, уға Аллаһ Тәғәләнең: 📖 "Уларҙың күбеһе Аллаһҡа иман килтергәндә Уға тиңдәш тота (ширек ҡыла)!" – тигән һүҙҙәрен уҡып ишеттерә (Ҡөрьән, 12:106). Дауамы бар ♻️ 📚 Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Ваһһап әт-Тәмими, "Китәб әт-Тәүхид" 📎 Доғамы, бетеүме? #аҡида #тәүхид_китабы #ширк © t.me/dinigilem

رسالة صوتية05:47

Һаҡланыу доғаһы.mp30.61 KB

⚪️ Күҙ тейеүгә ҡаршы бетеү тағыу (хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)ҺОРАУ: Исламда күҙ тейеүгә ҡаршы бетеү тағырға рөхсәт ителәме? Мәҫәлән, балаларға тағып ебәрергә яраймы? Яуабығыҙ өсөн алдан ҙур рәхмәт. ❗️ ЯУАП: Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Нигеҙҙә, әгәр үтә ҙур ихтыяж юҡ икән (ныҡ зарури хәл түгел икән), бетеү тағыу хупланмай. Күҙ тейеүҙән һаҡланыу өсөн иһә көн һайын иртәле-кисле өсөшәр тапҡыр "Ихлас", "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен уҡып йөрөр кәрәк. 🌟 Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт итеүенсә, йоҡоға китер алдынан Пәйғәмбәр ﷺ көн дә "Ихлас", "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен өсөшәр тапҡыр уҡыр булған. Йәғни, уларҙы, устарын ҡушлап, устары эсенә өсөшәр тапҡыр уҡыған да, шул устары менән бөтә тәнен һыпырып сыҡҡан (өҫтән аҫҡа ҡарай). 📚 Ҡара: әл-Бохари, "Сахих" (5017), Әбү Дауыт, "Сүнән" (5056), әт-Тирмиҙи, "Сүнән" (3402), Ибн Хиббән, "Сахих" (5544). Шулай уҡ, Пәйғәмбәрҙең ﷺ: 🌟 "Иртәнсәк һәм кис "Ихлас", "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен өсөшәр тапҡыр уҡы – һәм ошо һиңә бөтә нәмә өсөн етер", – тип әйткәне билдәле. 📚 әт-Тирмиҙи, "Сүнән" (3575), Әбү Дауыт, "Сүнән" (5082), хәсән хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Сахих Әби Дәүд", 5082). Был хәҙистә: "Һиңә бөтә нәмә өсөн етер", – тиелгән. Тимәк, әгәр кемдер тулы иман (ышаныс) менән һәм даими рәүештә ошо хәҙистәр буйынса эш итһә, Аллаһ Тәғәлә уны бөтә төр яуызлыҡтан да аралаясаҡ, шул иҫәптән – сихырҙан, күҙ тейеүҙән һәм ен-шайтандарҙан да. 📌 Иҫкәрмә: Ҡөрьәндә һәм Сөннәттә килгән бындай төр сүрә-доғаларҙың тулы файҙаһын күрер өсөн, мөмкин ҡәҙәре гонаһтарҙан (ҙурҙарынан да, бәләкәйҙәренән дә) һаҡланырға кәрәк. Балаларҙан да һәр иртә һәм һәр кис ошо өс "Ҡүл" сүрәһен уҡыттырығыҙ, уҡый белмәйҙәр икән – мотлаҡ өйрәтегеҙ. Әгәр әле сүрә уҡый алырлыҡ йәштә булмаһалар, өлкәндәр үҙҙәре уҡып, үҙҙәре уларға өрһөн [йә, үҙҙәренең устарына өрөп, сүрәләрҙе уҡып, шул устары менән балаларҙы һыпырһын]. Шулай уҡ, был өс сүрәне ҡағыҙ киҫәгенә яҙып, ҡағыҙҙы туҡымаға төрөп, уны күҙ тейеүҙән, сихырҙан һәм башҡаларынан һаҡланыу ниәте менән бала муйынына бетеү итеп тағырға ла мөмкин. Ҡөрьән менән Сөннәттә килгән аят-доғаларҙы бетеү итеп яҙыу – ул сәхәбәләрҙең эше менән раҫланған ғәмәл (бидәғәт түгел). Хәҙис ғалимдары риүәйәт итеүҙәренсә, Ғәбдүллаһ ибн Ғәмр сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын) Пәйғәмбәрҙән ﷺ килеүсе махсус бер доғаны үҙенең уҡый белгән балаларынан уҡыттырыр булған, уҡый белмәгәндәренә иһә доғаны ҡағыҙға яҙып, уларҙың муйындарына элгән. 📚 Ҡара: Әхмәт, "Мүснәд" (6696), әт-Тирмиҙи, "Сүнән" (3528), Әбү Дауыт, "Сүнән" (3893), әл-Хәким, "әл-Мүстәдрак ғәләс-Сахихәйн" (2036), сахих әҫәр (Әхмәт Шәкир, "Тәхридж әл-Мүснәд", 10/170). Ул доға ошолай: 🤲 Әғүүҙү би-кәлимәәти-Лләәһи-ттәәммәәт мин ғадабиһи үә ғиҡаабиһи үә шәрри ғибәәдиһ, үә мин һәмәзәәти-шшәйәәтыыни үә әй йәхдуруун
أَعُوذُ بِكَلِمَاتِ اللهِ التَّامَّاتِ مِنْ غَضَبِهِ وَ عِقَابِهِ وَ شَرِّ عِبَادِهِ وَ مِنْ هَمَزَاتِ الشَّيَاطِينِ وَ أَنْ يَحْضُرُون
Тәржемәһе: "Аллаһтың камил һүҙҙәренә Уның асыуынан, язаһынан, Уның ҡолдарының яуызлығынан, шайтандарҙың вәсвәсәһенән һәм уларҙың миңә килеүенән һыйынам". Өлкәндәргә лә фәҡәт Ҡөрьәндә һәм сахих хәҙистәрҙә килгән доғаларҙы [йә Аллаһтың исемдәрен һәм сифаттарын] ҡағыҙға яҙып, уларҙы үҙе менән бетеү итеп йөрөтөргә ярай, ин шәә Аллаһ, ти фиҡһ ғалимдары. Әммә кеше ул бетеүҙең тәьҫире бары тик Аллаһтың ихтыяры һәм Уның ҡөҙрәте менән генә булғанын ныҡлы аңларға тейеш. Әгәр ҙә кеше, бетеү үҙе һаҡлай, тип ышанһа, был ширек гонаһы буласаҡ (Аллаһ Тәғәләгә тиңдәш ҡуйыу), Аллаһ һаҡлаһын. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. Үәссәләм. 📝 Фәтүә биреүсе: Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй. Фәтүәне тикшереүсе һәм хуплаусы: Ибраһим Десәи мөфтөй. 📎 Иртә һәм кис зикерҙәре – 1 #фәтүә #өшкөрөү #доға © t.me/dinigilem

Ярҙам итеп ебәрергә теләүселәр өсөн: 2200 7019 1731 0150 (ФФ) Bybit: 103352393 (usdt) ДжәзәкүмүЛлаһү хайран 🤝

photo content

⚪️ Имамдар һәм наҙандарШӨБҺӘ: "Мин фәлән ғалим ижтиһат ҡылған кеүек ижтиһат ҡылам һәм, бөтә дәлилдәрҙе өйрәнеп, нимәне дөрөҫ тип табам, шуға эйәрәм. Әгәр хаталанһам – башҡалар ҙа бит үҙҙәренең элекке фекерҙәренән кире ҡайтыуҙары тураһында тотош томдар яҙған", – тиеүселәр тураһында ни әйтерһегеҙ? ❗️ ЯУАП: Әгәр ул ысынлап та шул дәрәжәгә еткән һәм Әхмәт имам, әш-Шәфиғи имам, Мәлик имам һәм Әбү Хәнифә имам кеүек булып киткән икән, беҙ быға тик шат ҡына. Әммә әгәр ул тома наҙан булып: "Мин шул имамдар ижтиһат ҡылған кеүек ижтиһат ҡылам", – ти икән, был – ни бары тәкәбберләнеү һәм аҙашыу. Һәм бөгөнгө көндә үҙҙәрен шул имамдар дәрәжәһендә күргән ғалим йораттарының хәле тап бына ошо. Улар – үҙ-үҙҙәре менән алданған наҙандар. 📚 Салих ибн Фәүзән әл-Фәүзән, "әл-Иджәбәт әл-Фәсыләһ ғәләш-Шүбүһәт әл-Хәсыләһ" (16-сы шөбһә). #инҡар #фиҡһ #мәҙһәп © t.me/dinigilem

Башҡортостандың берәй ҡасан шәриғәт иле булып китеүен теләр инегеҙме?
Anonymous voting

Ҡарағас ниңә ҡара? Күк Ирәндек, сал Ирәндектең мин Күкрәгенә ятып аунаным, Эстән һыҙып, мәңге йомоп килгән Моң-зарҙарын тыңлап аңланым. Тау бауырын йылы тупраҡ итеп Тамыр үргән кәкре ҡарағас: "Мин күргәнде күреп ҡара!" – тине, "Ниңә ҡара һин?" – тип һорағас. – Дүрт йөҙ йыллыҡ ҡара фажиғәне Күҙем менән күреп үткәрҙем. Ил ҡазаһын мин үҙ ҡазам итеп Иңбашыма һалып күтәрҙем. Таң һарыһы түгел, дошман яуы Йоҡоларҙан мине уятты. Бынау ҡара таш артына баҫып, Егеттәрем минең уҡ атты. Анау ҡая тиктомалға түгел – Туп йәҙрәһе тейеп сайраны. Сайрап осҡан ҡанлы таштарына Батыр ирҙәр ҡылыс ҡайраны. Бынау үҙәндәге ауылдарҙы Ҡамап-ҡамап утҡа тоттолар. Ялҡын ҡосағына балаларҙы Боттарынан алып аттылар. Үҙәк өҙгөс сабый тауыштары Йөрәгемде ҡара көйҙөрҙө. Шул аһ-зарҙар тере мәйет итеп, Ҡара кәфен миңә кейҙерҙе. Ошо ерҙә йәп-йәш һылыуҙарҙы Талаттылар, биреп һалдатҡа, Шунан бауға теҙеп, сыр сыулатып Оҙаттылар алыҫ ҡоллоҡҡа. Ана, типһәң, тимер ҡаҙыҡтарҙың Серемәгән һаман төптәре, Ҡаҙыҡ остарында йәнен бирҙе Ир-арыҫландарҙың күптәре. Ер менән күк тотош иңрәп торҙо Әжәл тауышынан ирҙәрҙең. Көн эсендә сәсе сап-сал булды Ирекһеҙҙән шуны күргәндең... Юлдар буйлап, саҡрым һанын һанап, Дарағастар теҙелеп атланы. Ҡоҙғон-ҡарға мәйет итен түгел – Күҙен соҡоп туя башланы... Телен йолҡоп, танауҙарын ҡырҡып, Ҡамсы менән ярып һыуһынға, Көтөү-көтөү Себер ебәрҙеләр, Күрәләтә тороп ҡырғынға... Ҡалғандарын "мәрхәмәтле" ҡулдан Берәм-берәм барлап үттеләр, Ҡыҙған тимер менән "бур", "ҡараҡ" тип Тамға баҫып "азат" иттеләр... Ләкин ирек һөйөр ил йөрәге Һаман типте, һаман талпынды: Янған уттың аҫта ҡуҙы ҡала Баҫыу менән оло ялҡынды... Йылдар үтте, яңы быуын үҫте, Батыр ирҙәр тыуҙы яңынан. Янған өйҙән ҡалған күмер алып, Улар ҡалҡты тағы яу менән. Күрәһең, шул хәтле йәбер-золом Ир-егеттең ҡанын ыу иткән, Күрәһең, ҡол булып көн күреүҙән Яуҙа ҡорбан булыу ҙур икән... Тағы зыйлап мәргән уҡтар осто, Сыңлап һынды булат ҡылыстар, Һөнгө тотоп тупҡа ҡаршы барған Ирҙәр йөрәгендә ҡорос бар! Ҡорос йөрәктәрҙе йәҙрә көсө, Дары көсө менән теттеләр. Ауылдарҙы йәнә ялҡын алды, Һылыуҙарҙы мыҫҡыл иттеләр... Йәнә ҡаҙыҡ, йәнә дар урманы, Тағы Себер, тағы "бур", "ҡараҡ"... Мәйет түшәп үткән ер өҫтөнән Ҡып-ҡыҙыл ҡан аҡты һырҡырап... Нисә быуын башҡорт ирек өсөн Яуға сығып шулай ҡырылды! Ирек түгел, түккән ҡаны ғына, Ҡорбандары ғына ҙур булды... Быуын-быуын аҡҡан күҙ йәшенән Тупраҡтары булды аҡ татыр. Татырҙағы ҡайын төбө һайын Ята шәһит булған хаҡ батыр. Йыйып бер тау өйһәң дүрт йөҙ йылда Һәләк булған башҡорт башынан, Бейек булыр ине Ямантауҙың Күккә тейгән түбә башынан. Илдең билен дошман бөгә (а)лманы, Йыртҡыс ҡулы менән һындырҙы. Шунан, тапап ерен, талап малын, Киң донъяны тарға ҡалдырҙы... Шул көйөнә нисек ошоғаса Ҡоромаған башҡорт нәҫеле?! Шул көйөнә һаман йәшәп ята Ғәҙәттәге халыҡ шикелле... Ҡарағастың һөйләп һүҙе бөттө, Башын эйеп, ауыр көрһөндө... Ә мин уйға ҡалып, күҙ алдынан Бер үткәрҙем халыҡ күргәнде. Мең ҡырғындан, мең ғазаптан үтеп Йәшәп ята башҡорт нәҫеле, Тик хәҙерге башҡорт нәҫеленең Шул нәҫел булғаны икеле... 📝 Әкрәм Бейеш #шиғыр © t.me/dinigilem

📝 "В семье народов, населяющих Россию, башкиры занимают далеко не последнее место, как по своей численности, так и по этнографическим особенностям и живучести племени. С течением веков башкиры пережили столько невзгод, что другой народ давно исчез бы с лица земли, они же сохранили свой тип, характер и прежний кочевой образ жизни переменили на оседлый, более способствующий прогрессу и процветанию. Когда-то весь этот край, весь Южный Урал и часть Среднего принадлежали башкирам. Они поселились здесь в IX веке, вытеснив жившую здесь чудь, которая на Урале совершенно исчезла. Остатки чуди находят до сих пор в курганах, в виде костей и изделий из меди. О далёком прошлом башкир сохранилось очень мало сведений, так как они жили спокойно на своих местах, не трогали соседних земель, лишь защищали свои. Немногие европейские путешественники, посетившие башкир в средние века, говорят о них, как о народе храбром, живом и гостеприимном. Татарские народы, своим выходом из Азии совершившие великий, мировой переворот, не оставили в покое и башкир. Защищая свои земли от кочевников: с востока – от сибирских татар, с юго-востока – от киргиз и с юга – от астраханских узденей, башкиры вели с ними беспрерывные войны и наконец заключили союз с московскими царями для совместного отражения орды. Для Москвы такой союз был очень выгоден, так как башкиры сдерживали нападения ордынцев на Русь с востока. Иван III и Иван Грозный выдали башкирам свои царские грамоты, по которым вся земля башкир зачислялась за ними навеки. В то же время были посланы русские воеводы в Башкирию для удобства сношений с царями. Воеводы построили на Урале несколько крепостей – старейшая из них Уфимская – и, совместно с башкирами, отражали нападения кочевников. За эту помощь башкиры платили воеводам ясак, т.е. известную подать мёдом и звериными шкурами. Но воеводы не исполняли царских указов, начали притеснять башкир и вызвали в них раздражение и волнения. Башкиры часто жаловались в Москву, им обещали неприкосновенность их прав и земель, но цари ничего не могли сделать издалека со своими воеводами. Так между русскими и башкирами возникла рознь, которая впоследствии привела к полному покорению Башкирии, этой самостоятельной страны, и присоединению её к России. Из прежних добровольных союзников башкиры превратились в подданных России. Из всех наших азиатских соседей башкиры были самый спокойный, добросовестный народ, не трогавший наших земель. Русские же отряды, наоборот, покоряя земли соседних казанских татар, вторгались и в башкирские земли, занимали их по своему произволу, вопреки указам царей, строили крепости, брали незаконный ясак. Это наконец вызвало негодование вольных башкир, и с тех пор они начали с русскими вечную вражду. Казанские и астраханские татары, теснимые Русью, направились в Башкирию, где не было русского гнёта. В XIII веке башкиры переняли от татар Ислам, и с тех пор на Башкирию, как на единственную вольную страну на востоке, на долгие годы обратились надежды всех магометан, чаявших установить здесь сильное мусульманское государство под покровительством Турции. Сюда же переселились и другие инородцы с Поволжья, как мещеряки и тептяри, сюда же бежала вся русская вольница, которой на родине было тесно. Башкиры давали приют всем, и все подчинялись их законам, которые были очень свободны. Видя, что в Башкирии находят приют те беглые русские люди, которые очень надоедали Московскому государству, а также гонимые татары и другие ордынцы, русские воеводы и начали занимать башкирские земли и вводить свои порядки, чтобы показать свою власть. Степные земли они разделили на области, уезды, города. С башкир производились тяжелые поборы. Все эти притеснения вызвали восстание башкир, и под влиянием магометанского духовенства в 1663 г. между русскими и башкирами произошло первое кровопролитие..." 📚 М.А. Круковский, "Южный Урал. Путевые очерки", 1909 (стр. 33-35). #әҙәбиәт #башҡорттар #тарих © t.me/dinigilem

Әрмегә оҙатҡанда Ҡөрьән Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ! Егет кеше әрмегә киткәндә һәм унан ҡайтҡанда Ҡөрьән уҡытыу – бидәғәт ғәмәл, тип иҫәпләүселәр бар, дөрөҫмө ундай ҡараш? Рәхмәт. Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Әгәр егетте әрмегә оҙатыр алдынан ҡунаҡ саҡырылып, шул табында Ҡөрьән уҡытылһа һәм әрменән ҡайтҡанында ла ҡунаҡ (туғандар, күрше-күлән һәм башҡаһы) саҡырылып, шунда Ҡөрьән уҡытылһа, бында бер насарлыҡ та юҡ, ин шәә Аллаһ. Кешене оҙайлы сәфәргә оҙатыр алдынан һәм оҙайлы сәфәрҙән ҡайтҡанынан һуң йыйылышып сәй эсеү һәм шул табында теләк-доғалар әйтешеү – дингә хилаф эштәр түгел, ин шәә Аллаһ. Әгәр ҙә инде махсус ниндәйҙер йолалар йә хөрәфәттәр уйлап сығарыла башлаһа (мәҫәлән, тәүҙә егет тоҙ яларға тейеш, әрмегә оҙатҡанда уҡылған сүрәләрҙе әрменән ҡайтҡанында уҡырға ярамай, икмәк тешләп ҡалдырһын да, аҙаҡ шуны үҙенә кире ашатырбыҙ һәм башҡаһы һәм башҡаһы), былар – бидәғәт. Ундай насар йолалар тыйылырға һәм аңлатылырға тейеш (был – урындағы муллаларҙың һәм ғилемле ҡәрҙәштәрҙең бурысы). Бидәғәттәр – Аллаһты асыуландыра торған гонаһ эштәр. Бидәғәттәргә һәм хөрәфәттәргә нигеҙләнгән йола-ғәҙәттәр бәрәкәт тә, ҡот та бирмәй, ә, киреһенсә, булған ғына ҡотто ла юҡҡа сығаралар. Шуға бөтә нәмәне лә дин буйынса дөрөҫ итеп эшләгеҙ – бына шул саҡта Аллаһ һеҙҙән риза булыр һәм теләк-доғаларығыҙҙы ла ҡабул итер. Иҫкәрмә: Мосолман егеттәрҙең кафыр ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүенә ҡағылышлы хәнәфи мәҙһәбендә ҡаты тыйыуҙар бар. Әммә был мәсьәләлә һәр кешегә – уның хәленә ҡарап – айырым (шәхсән) фәтүә бирелә. Әрмегә китер алдынан ғилемле хәҙрәттәр менән кәңәшләшегеҙ һәм фәтүә һорағыҙ. Ә тәүфиҡ – бер Аллаһтан. #һорауяуап #ҡөрьән #мәжлес © "Башҡорттарға – дин!"

🕌 Кафыр илендәге йома намаҙы (хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)ҺОРАУ: Әссәләмү ғәләйкүм! Хәнәфи мәҙһәбенә ярашлы, йома намаҙы дөрөҫ (ҡабул) булһын өсөн, йомала мосолман хакимы йәки уның вәкиле булыуы шарт. Ә беҙҙең заманда [кафыр илендә] әгәр хакимиәт башлығы йә төбәк етәксеһе мосолмандар икән, шул шарт үтәлгән булып иҫәпләнәме? (Татарстан) ❗️ ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Йома үткәрер өсөн хакимдың рөхсәте кәрәк, тигән шарт Ислам дәүләттәренә ҡағыла. Ислам дәүләте булмаған илдә иһә, әгәр ундағы мосолмандар бергә йыйылып, үҙҙәре араһынан берәйһен йома өсөн имам итеп тәғәйенләгәндәр икән, уларҙың шул имам менән ҡылған йомалары дөрөҫ һаналасаҡ. Мосолман башлығы йә уның рәсми вәкиле булырға тейеш, тигән шарт улар өсөн төшөп ҡала. 📚 Ҡара: "әл-Фәтәүә әл-Һиндиә", I том, 146-сы бит. Йома намаҙы дөрөҫ булғас, йоманан һуң өҫтәп өйлә намаҙын уҡырға кәрәкмәй. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. Үәссәләм. 📝 Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй 📎 Йома намаҙы дөрөҫ булыуының шарттары #фәтүә #йома #намаҙ © t.me/dinigilem

"Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ нимә менән һәм нимә өсөн ебәрелгән? Ул ﷺ Аллаһ Тәғәләнең тәүхид дине һәм шәриғәте менән ебәрелгән, ә шәриғәттең эсенә Аллаһтың әмер иткәндәрен үтәргә саҡырыу һәм Аллаһтың тыйғандарынан тыйыу инә. Һәм ул ﷺ ғаләмдәргә (бөтә кешеләргә һәм ендәргә) рәхимлек итеп ебәрелгән – уларҙы ширек, көфөрлөк һәм наҙанлыҡ ҡараңғылыҡтарынан ғилем, иман һәм тәүхид яҡтылығына сығарыр өсөн. Һәм шул сәбәпле улар (кем уға ﷺ эйәргән, шулар) Аллаһтың ярлыҡауына һәм ризалығына ирешер, Уның язаһына һәм асыуына тарымаҫ". 📚 Мөхәммәт Салих ибн әл-Ғүҫәймин, "Шәрх Ҫәләҫәт әл-Усуль", 121-се бит. 🤍🤍🤍🤍🤍🤍🤍🤍 💙 СалләЛлаһү ғәлә Мүхәммәд, салләЛлаһү ғәләйһи үә сәлләм! #аҡида #пәйғәмбәрҙәр #сира © t.me/dinigilem

🔚 Яһалма керпектәр (хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)ҺОРАУ: Ҡатын-ҡыҙға яһалма керпектәр тағырға яраймы? ❗️ ЯУАП: Әгәр ул керпектәр: – яһалма сәстәрҙән эшләнгән икән, – йә, ысын сәстән булһалар ҙа, кешенең йә сусҡаның сәс-йөнөнән түгелдәр икән, – һаулыҡҡа зарар килтермәйҙәр икән, – кешеләрҙе (мәҫәлән, никахлашырға тип килгән егетте йә уның вәкилдәрен) алдалау маҡсатында (ҡыҙҙың үҙенең керпектәре шулай оҙон, тип күрһәтер өсөн, мәҫәлән) ҡулланылмайҙар икән, – ҡатындың үҙ ире алдында биҙәнеүе өсөн һәм өйҙә генә (йәғни, сит ирҙәр күрмәҫлек итеп) ҡулланылалар икән, уларҙы тағырға рөхсәт ителә. Бынан тыш, әгәр яһалма керпектәр һыу үткәрмәй торған матдә (мәҫәлән, елем) ярҙамында йәбештерелгән булһа, уларҙы йәбештергән килеш тәһәрәт йә ғөсөл алырға ҡәтғи рәүештә ярамай. Шул уҡ ваҡытта, яһалма керпектәр тағыу – ул артыҡ биҙәнеүҙең бер төрө. Үрҙәге шарттар менән рөхсәт ителһәләр ҙә, уларҙан тыйылып тороу мосолман ҡатын-ҡыҙҙар өсөн лайыҡлыраҡ. Ә Аллаһ Тәғәлә яҡшыраҡ белә. 📝 Исмәғил Басса мөфтөй 📎 Керпек ламинациялау #фәтүә #ҡатынҡыҙ #биҙәүестәр © t.me/dinigilem

💰 Сиркәү төҙөргә аҡса биреү (хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)ҺОРАУ: Минең мосолман түгел бер хеҙмәттәшем сиркәү төҙөү эшенә аҡса йыя. Миңә, мосолманға, шундай осраҡта сиркәү төҙөргә аҡса бирергә яраймы? ❗️ ЯУАП: Мосолманға сиркәү төҙөү эштәрендә ҡатнашырға ла, аҡсалата ярҙам итешергә лә ярамай. Сөнки был бүтәндәргә гонаһ ҡылыуҙа ярҙамлашыу (был осраҡта – насраниҙарға көфөрлөк ҡылырға ярҙам итеү – тәрж.) буласаҡ. 📖 "Гонаһта һәм дошманлыҡ эшендә бер-берегеҙгә ярҙам итмәгеҙ!" – тип бойорған Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, 5:2). Аҡсағыҙҙы, киреһенсә, мәсет төҙөүгә йәки Ислам диненә файҙа килтерәсәк бүтән берәй изге эшкә йүнәлтегеҙ. Ә Аллаһ Тәғәлә яҡшыраҡ белә. 📝 Исмәғил Басса мөфтөй #фәтүә #саҙаҡа #гонаһтар © t.me/dinigilem

⚪️ Таулы урында иртәнге намаҙ (хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)ҺОРАУ: Мин таулы урында торам. Беҙҙәге иртәнсәк тауҙар артынан ҡояш килеп сыҡҡан ваҡыт намаҙ ваҡыттары буйынса күрһәтелгән ҡояш ҡалҡыу ваҡытынан ярты сәғәткә айырыла. Беҙгә иртәнге намаҙ ваҡытының сыҡҡанын нисек белергә: намаҙ ваҡыттары буйынсамы, әллә ысын ҡояштың ҡасан сыҡҡанына ҡарапмы? ❗️ ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Иртәнге намаҙ ваҡыты сыҡҡан мәл – ул ҡояштың офоҡ артынан күренгән мәле. Тауҙар иһә был йәһәттән ысын офоҡ булып һаналмай. Шуға күрә һеҙгә намаҙ ваҡыттарында бирелгән ваҡытҡа ҡарарға кәрәк, ә ҡояшҡа түгел. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. Үәссәләм. 📝 Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй #фәтүә #намаҙ #фиҡһ © t.me/dinigilem

🩷 Ҡаза намаҙҙарын нисек уҡырға: тауыш менәнме, тауышһыҙмы? (хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)ҺОРАУ: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ. Тауыш менән уҡылырға тейеш берәй фарыз намаҙ үҙ ваҡытында уҡылмай ҡалған икән, уны ҡаза ҡылғанда нисек уҡырға – тауыш менәнме, әллә тауышһыҙмы? ❗️ ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Тауыш менән уҡылырға тейеш фарыз намаҙҙарын (иртәнге, аҡшам йә йәстү намаҙын) ҡаза ҡылған саҡта кешенең иркенлеге бар: теләһә – тауыш менән уҡый, теләһә – тауышһыҙ. Тауышһыҙ уҡылырға тейеш намаҙҙар иһә (өйлә менән икенде намаҙҙары) ҡаза ҡылғанда ла тауышһыҙ уҡыла. Әммә, шул уҡ ваҡытта, тауыш менән уҡылған фарыз намаҙҙарҙы ҡаза ҡылғанда ла тауыш менән уҡыу – яҡшыраҡ (намаҙҙың һәр нескәлеге урын еренә еткереп ҡайтарылһын өсөн). 📚 Ҡара: Ибн Ғәбидин, "Радд әл-Мүхтәр ғәләд-Дүрр әл-Мүхтәр", I том, 534-се бит. Бәғзе фиҡһ ғалимдары (мәҫәлән, Ибн Нүджәйм, Аллаһ уға рәхимле булһын), әгәр ҡаза намаҙын мәсеттә ҡылырға тура килһә, ниндәй фарыз намаҙҙың ҡаза ҡылыныуына ҡарамаҫтан, уны тауышһыҙ уҡырға кәңәш иткән. Был – бүтәндәрҙе бутамаҫ һәм үҙеңдең намаҙ ҡалдырыу гонаһыңды белдермәҫ өсөн. 📚 Ҡара: "әл-Бәхр әр-Раиҡ шәрх Кәнз әд-Дәҡаиҡ", I том, 276-сы бит. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. Үәссәләм. 📝 Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй #фәтүә #намаҙ #әҙәптәр © t.me/dinigilem

🚫 Ширектең нисә төрө бар? Ширек ике төрлө була – оло ширек һәм кесе ширек. 1⃣ Оло ширек: Ул кешене Исламдан сығара, һәм әгәр кеше был гонаһынан тәүбә итмәйенсә, шул хәлендә үлеп китһә, Аллаһ Тәғәлә уны бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк. Йәғни, ундай кеше мәңгелеккә (!) Тамуҡҡа эләгә һәм бер ваҡытта ла Ожмахҡа инә алмай, Аллаһ һаҡлаһын. Хатта был донъяла сағында намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, кешеләр менән йылмайып һөйләшеп, матур кейенеп йөрөһә лә. 📖 "Кем Аллаһҡа тиңдәш тота, шуға Аллаһ Ожмахты тыйҙы. Ундайҙарҙың һыйыныр төлөгө – Ут, залимдарға ярҙам итеүсе юҡ!" – тигән Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөрьәндә (5:72). Оло ширеккә миҫалдар: – Аллаһтан тыш тағы кемгәлер (мәҫәлән, ҡәберҙә ятыусыға) доға ҡылып йә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү; – Аллаһтан тыш тағы кемгәлер (мәҫәлән, "өй эйәһенә", "тау эйәһенә", ҡәберҙә ятыусыға) ҡорбан бағышлау; – Аллаһтан тыш тағы кемдәрҙер (мәҫәлән, берәй изге, сихырсы, ен, ҡәберҙә ятыусы) был донъялағы шифа, бәрәкәт, ризыҡ, ямғыр кеүек нәмәләр менән идара итә ала, тип ышаныу; – Аллаһтан тыш тағы кемдәрҙер (мәҫәлән, берәй изге, шәйех, сихырсы, күрәҙәсе) йәшерен нәмәләрҙе: үткәнде, киләсәкте, ҡайҙа кем нимә юғалтҡанын, кемдең ҡайҙа нимә эшләп йөрөгәнен – бөтәһен дә ҡасан һәм нисек теләй, шулай белеп тора ала, тип ышаныу; – тәнгә йә өйгә берәй бетеү элеп, шул бетеү (мәҫәлән, еп, аят, аҫма һәм башҡаһы) үҙенән-үҙе һаҡлап тора һәм бәлә-ҡазанан аралай, тип ышаныу; – хәләл-харам һорауҙарында ғалимдарҙың йәки хакимдарҙың һүҙҙәрен Аллаһ әмерҙәренә алмаш итеү; – берәй кешене йәки әйберҙе Аллаһты яратҡан кеүек яратыу һәм башҡаһы. Бөгөнгө көндә оло ширектең иң ныҡ таралған күренештәренең береһе – ул үлеләрҙән һорау. Кешеләр ҡәбер янына килеп: "Фәлән изге! Миңә ярҙам итһәң ине", "Ямғыр ебәр", "Бала бир", "Шифа бир", – тип һорайҙар һәм башҡаһы. Был төр ширек тураһында Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөрьәндә шулай ти: 📖 "Ә Аллаһтан башҡа улар доға ҡылған нәмәләр бер нәмәне лә бар итә алмай, улар үҙҙәре бит барлыҡҡа килтерелгән. Үлектәр бит улар, тере түгел, һәм ҡасан терелтеләсәктәре тураһында ла белмәйҙәр" (16:20-21). Шуға, аң булығыҙ, йәмәғәт! Иблескә алданып, ғәмәлдәре шик тыуҙырған "мосолмандарға" (ҡәберҙән-ҡәбергә сәфәр ҡылып, үлеләрҙән доға ҡылып һораусыларға, "изге шишмә", "изге тау" һәм "изге түбәләргә" табыныусыларға һәм башҡаларына) эйәреп, берҙән-бер булған ҡәҙерле ғүмерегеҙҙе заяға әрәм итмәгеҙ, мәңгелек Йәннәтегеҙҙе шайтан вәғәҙәләренә һәм ширек әһелдәренең ҡупшы һүҙҙәренә алмаштырмағыҙ! Дауамы бар ♻️ 📝 "Мөһим һорауҙар" #мөһимһорауҙар #аҡида #ширк © t.me/dinigilem

photo content

Иң ҙур гонаһ нимә? Аллаһ алдындағы иң ҙур гонаһ – ул ширек (ширк). Йәғни, Аллаһ Тәғәләгә кемделер йә нимәнелер тиңдәш тотоу, кемгәлер йә нимәгәлер Аллаһ Тәғәләнең сифаттарын биреү (тулыһынса йәки өлөшләтә) йә Аллаһтан тыш тағы ла кемгәлер йә нимәгәлер табыныу. 🌟 Аллаһ рәсүленән ﷺ: "Ниндәй гонаһ Аллаһ алдында иң ҙуры?" – тип һорағастар, ул: "Аллаһҡа тиңдәш тотоу, ә бит Ул һине юҡтан бар иткән", – ти ﷺ. 📚 әл-Бохари, "Сахих", 4761-се хәҙис; Мөслим, "Сахих", 86-сы хәҙис. Аллаһҡа тиңдәш тотоуға миҫалдар: христиандарҙың Ғайса пәйғәмбәргә табыныуы, бөгөнгө беҙҙәге ҡайһы бер суфыйҙарҙың: "Урал тауҙарын Зәйнулла ишандың рухы ҡурсалай", "Беҙҙе юлда Урал батырҙың рухы һаҡлап йөрөтә", – тигән кеүек һүҙҙәре һәм башҡалар. Аллаһ Үҙенә тиңдәш тотоусының доғаларын да, изге эштәрен дә ҡабул итмәй, уның гонаһтарын да ярлыҡамай. Ширек ҡылыуҙан тәүбә итмәйенсә үлгән кеше мәңгелек Йәһәннәм утына дусар: 📖 "Аллаһ Үҙенә тиңдәш тотоуҙы (ширекте) ғәфү итмәй, унан бәләкәйерәк гонаһтарҙы иһә кемгә теләй, шуға ғәфү итә. Аллаһҡа тиңдәш тотоусы – ул оло гонаһ уйлап сығарыусы!" – тип ҡаты киҫәтә Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, 4:48). "Ширк" һүҙе ғәрәпсәнән "иптәшлек" тигән мәғәнәне аңлата. Йәғни, кеше нимәнелер мотлаҡ "илаһ", "Раббы" тип һанамаҫҡа ла мөмкин, әммә ололауҙа йә иһә сифаттар биреүҙә уны Аллаһҡа оҡшаш йә Аллаһҡа иптәш дәрәжәһенә күтәрә икән, тимәк, ул – ширек ҡылыусы, Аллаһ һаҡлаһын. Мәҫәлән, кемдер ҡәберҙә ятыусы берәй изгене "илаһ" тип һанамаһа ла (һүҙҙә), әммә уның доғаларҙы ҡабул итә алырына, шифа һәм бәрәкәт бирә алырына һәм башҡаһына ышана икән, ошо нәмә "ширек"тең тап үҙе була ла. Ширек ҡылыусыны "мөшрик" тиҙәр. Ширек – ул тәүхидтең киреһе, тәүхидте ("лә иләһә иллә-Ллаһ" шәһәҙәтен) юҡҡа сығарыусы гонаһ. Кем ширек ҡылған, шул ошо оло енәйәттән тиҙерәк тәүбә итергә, ширеккә бәйле бөтә эштәрҙән һәм ширеккә бәйле бөтә кешеләрҙән ваз кисергә һәм, ҡабат шәһәҙәт әйтеп, Ислам диненә яңынан ҡайтырға тейеш. Ә тәүфиҡ һәм һиҙәйәт – бер Аллаһтан. 📎 Нимә ул тәүхид? 📎 Тәүхид ниндәй төрҙәргә бүленә? 📎 Үлеләрҙән ярҙам һорарға яраймы? #мөһимһорауҙар #аҡида #ширк © t.me/dinigilem