ar
Feedback

لا تقع ضحية للمخادعين! تيليمتريو يكتشف ويُميّز هذه القنوات 👉 إذا كنت تريد رؤية العلامة، اشترك 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 974
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-77 أيام
-2030 أيام
أرشيف المشاركات
Шишмә районында 20-се мосолмандар йыйыны уҙҙы Сара имам Хөсәйенбәк иҫтәлегенә, Ватан һаҡлаусылар йылы һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Мәртәбәле сараға республиканың төрлө мөйөштәренән диндарҙар йыйылды. Иң йәш уҡыусылар «Мин исламды таныйым» ҡөрьән уҡыусылар конкурсында ҡатнашты. 4 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге балалар жюри ағзаларына намаҙ уҡыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне һәм мөнәжәттәр башҡарҙы.

Башҡалала «Көҙ романтикаһы» фестивале тамамланды «Көҙ Романтикаһы» халыҡ-ара классик музыка фестивале өсөнсө йыл рәттән уҙғарылды. Мәҙәни байрам Өфөнөң Совет майҙанында меңәрләгән музыка һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Йылдан-йыл фествалдә ҡатнашыусылар географияһы ла киңәйә. Тамашасылар ҙа ил күләмендәге мөһим мәҙәни ваҡиғаны көтөп алған. Был юлы «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале «Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә ойошторолдо. Йылдың иң сағыу мәҙәни сараһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре лә саҡырылды.

Өфөлә класс етәкселәре республика форумы үтте Икенсе йыл рәттән ойошторолған сара Башҡортостандың төрлө тарафтарынан 750 уҡытыусыны, колледж төркөмдәре кураторҙарын берләштерҙе. Форумда 10-дан ашыу майҙансыҡ эшләне. Уларҙа балаларға тәрбиә биреү, уҡытыу процесына йәлеп итеү өсөн заманса технологияларҙы ҡулланыу һорауҙары тикшерелде. Шулай уҡ теләгән һәр педагог юридик ярҙам алды.

Ауылға ҡайтып миллион ал: Башҡортостан «Ауыл табибы» программаһы буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә Ауылға ҡайт та, миллионер бул. Башҡортостан «Ауыл табибы һәм фельдшеры» программаларын федераль финанслау буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 5 субъекты иҫәбенә инде. Йәш табиптарҙы ауыл еренә йәлеп итеү һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтерергә, медицина ярҙамын күрһәтеү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Асҡын үҙәк район дауаханаһында 1 августан ете яңы белгес эш башлаған.

Өфө транспорт полицейскийҙары Ағиҙел йылғаһы буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты Һыу обьекттарында иҫкәртеү саралары. Өфө транспорт полицейскийҙары Ағиҙел йылғаһы буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты. Һыу транспортында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә, пассажирҙарҙың һәм судноларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән рейд хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 159-се гуманитар ылау Донбасҡа барып етте Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылған. Ылауҙың күпселек өлөшөн был юлы Бөрйән һәм Бүздәк районы халҡы туплаған. Йөк автомобилдәре уны яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частарҙың дислокацияһына тиклем алып барып етте.

«Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар дәүләт идараһында стажировка үтә Алғы һыҙыҡтағы ҡаһарманлы юлдан һуң Республика Хөкүмәтендә һәм район-ҡала хакимиәттәрендә эш тәжрибәһе туплана. «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар төбәктең идара командаһынан остаздар ҡарамағында стажировка үтә. Алексей Савельев махсус хәрби операцияла Харьков йүнәлешендә хеҙмәт иткән. Ватанға хеҙмәт итеү тәжрибәһе ҙур - Чечен, шулай уҡ 2014 йылда Луганск халыҡ республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан.

Башҡортостандан сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Ҡыҫҡа ваҡытлы яолан һуң йәнә лә хеҙмәт итеү урынына. Башҡортостандан сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хәрби хеҙмәткәрҙәр республикала ике аҙналыҡ ялда булған. Күпселек хәрбиҙәр өсөн был тәүге ял түгел. Яугирҙар ғаиләләре, туғандарына ваҡыт бүлгән, ял иткән, йорт эштәрендә ярҙамлашҡан. Уларҙы тантаналы оҙатыу сараһына яҡындары һәм дуҫтары килде.Илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаусы яугирҙарға илһөйәрлек рухында йырҙар башҡарылды, изге теләктәр еткерелде.

Стәрлетамаҡ аграрийҙары республикала тәүгеләрҙән булып 100 мең тонна иген һуғып алды Һауа шарттары насар бУлыуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре бер генә минутты ла әрәм итмәй, үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ урып килә. Иң уңдырышлыһы арыш баҫыуҙары. Был культура 15 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған. Гектар ҡеүәте 45 центнер тәшкил итә. Әлеге ваҡытта райондың барлыҡ хужалыҡтары ла иртә культураларҙы урыуға төшкән. 812 гектар ерҙә уңыш урып-һуғып алынған, гектар уңдырышлылығы 37 центнер ярымдан аша. Район буйынса ураҡҡа барлығы 144 комбайн йәлеп ителгән. Бер үк ваҡытта төбәк хужалыҡтары киләһе йыл уңышы өсөн ужым культураларын сәсеүгә төшә.

Хәйбулла районында «Ветерандар ихатаһына хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы дауам итә Хәйбулла районында «Ветерандар ихатаһына хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы дауам итә. Ун дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған мәртәбәле бәйге йомғаҡтары муниципалитеттың алты зонаһы буйынса билдәләнде. Оло быуын вәкилдәрен әүҙемләштереүгә, уларҙың мәшғүллеген ойоштороуға һәм шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән сара урындағы халыҡ араһында популяр.

Асҡын үҙәк район дауаханаһында табиптар династияһы эшләй Ғаилә менән һаулыҡ һағында. Асҡын үҙәк район дауаханаһында табиптар династияһы эшләй. Аталы-уллы Нуретдиновтар тураһында киләһе яҙмала.

Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә Өфө Рәсәй Оборона министрлығының федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса төп майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде. 27 авгусҡа тиклем баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бай программа әҙерләнгән. Атап әйткәндә, 30-ҙан ашыу концерт, күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар. Фестивалдең икенсе көнө нимә менән хәтерҙә ҡаласаҡ?

Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә. Уҡыу йорто айырым урынлашҡан дүрт иҫке ағас корпус урынына төҙөлә. Бер ҡыйыҡ аҫтында мәктәп менән балалар баҡсаһы урынлашасаҡ.

Өфөлә Силәбе өлкәһенең яҙыусылар берекмәһе ағзалары менән ижади осрашыу уҙғарылды Башҡортостан Яҙыусылар союзында ут күршеләребеҙ, Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге яҙыусылар берекмәһе ағзалары менән ижади осрашыу уҙғарылды. « Силәбе яҙыусылары осрашыуға саҡыра» пилот проектында шағирҙар, яҙыусылар, композиторҙар ҡатнашты.

Өфөлә йәшәүсе Илгиз Ишмаев тыумыштан ҡулһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, таксист булып эшләй Буш ваҡытта водитель ирекмән булараҡ изге эштәр башҡара . Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына дарыуҙар, аҙыҡ-түлек ташый. Ә инде таксиға мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ултырғанда ул юл өсөн аҡса алмай.

Республикала «Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек». Девизы аҫтында төрлө саралар үтә «Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек». Ошондай девиз аҫтында 22-нән 27 авгусҡа тиклем Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре»федераль проекты үтә.

Башҡортостанда Рәсәй оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре» федераль проекты старт алды Илһөйәрлек һәм рух байрамы. Башҡортостанда Рәсәй оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре» федераль проекты старт алды. Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы һәм Хөкүмәт ярҙамында уҙғарылған фестиваль 27 авгусҡа тиклем дауам итә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе лә проектты тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Өфөнөң Колонна залында «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

Радий Хәбиров республика халҡын Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө менән ҡотланы Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк етәксеһе өс төҫлө әләмдең 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә булыуын, уның 17-се быуат аҙағында уҡ барлыҡҡа килеүен билдәләгән. Өс төҫлө байраҡ 1991 йылдың 22 авгусында ҡабат тергеҙелеп, берҙәм, көслө һәм бөйөк илдең символына әүерелде. Дәүләт флагы ысын мәғәнәһендә илебеҙҙең еңеүҙәре, бойондороҡһоҙлоғо, алға ынтылышы, рухи ҡиммәттәр һәм йолаларға тоғролоғон сағылдырған символыбыҙ, тип белдергән төбәк етәксеһе.

Шишмә районында тәүге тапҡыр милли ризыҡтар фестивале үтте «Тура-хан» визит үҙәге бер көнгә тәм-том, татлы ризыҡтар, милли аштар майҙансығына әйләнде. Гастро-фестиваль сиктәрендә биш район вәкилдәре тауыҡ итен табын ашына әҙерләү оҫталығында көс һынашты. Еңеүсе тип фестиваль хужалары-Шишмә районы ашнаҡсылары билдәләнде. Аш-һыу оҫталары тәҡдим иткән күргәҙмәлә төрлө халыҡтарҙың милли аш-һыуҙарын ауыҙ итеү мөмкинлеге булды. Урындағы кәсепселәрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе, бай йөкмәткеле концерт тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте.

Баймаҡ районы «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһына ҡушылды «Ғаилә» үҙәге белгестәре ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙарҙы ҡыуандырҙы. Быйыл акция 15-се тапҡыр ойошторола. «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһы сиктәрендә Баймаҡ районының эшҡыуарҙары, предприятие-учреждение коллективтары, айырым кешеләр ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүгә йылдағыса ихлас ҡушылды.