БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد1 969
المشتركون
-124 ساعات
-17 أيام
-1430 أيام
أرشيف المشاركات
1 969
Шаран районы эшҡыуарҙары махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатты
Шаран районы эшҡыуарҙары бизнес-проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙан тыш, махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатып та берҙәмлеген күрһәтә. Был турала Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко муниципалитетҡа эш сәфәре барышында билдәләне.
1 969
Сираттағы ялдан һуң йәнә фронтҡа
Бер төркөм мобилизацияланған яугирҙар ике аҙналыҡ отпусктан һуң хеҙмәт итеү урындарына юлланды. Яҡташтарыбыҙ хәрби подразделение урынлашҡан ергә үк уңайлы автобустарҙа бара.
1 969
Республикала һыу баҫыу хәүефе һәм янғындар контролдә тотола
Уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Ауырғазы районында һыу баҫыу тураһында бер хәбәр килгән. Әле өс муниципаль берәмектә - Өфө ҡалаһында, Архангел һәм Шишмә райондарында өс хәл контролдә тотола.
1 969
Республикала һыу баҫыу хәүефе һәм янғындар контролдә тотола
Уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Ауырғазы районында һыу баҫыу тураһында бер хәбәр килгән. Әле өс муниципаль берәмектә - Өфө ҡалаһында, Архангел һәм Шишмә райондарында өс хәл контролдә тотола.
1 969
Ауырғазы ауылында йәшәүсе Юлиә Ханмырҙина әсәһенә эйәреп ирекмәнлек юлын һайлай
Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға тыл ярҙамы. Ауырғазы ауылында йәшәүсе Юлиә Ханмырҙина әсәһенә эйәреп ирекмәнлек юлын һайлай. Ул ҡыҙҙары менән кистәрен һалдаттарға алғы һыҙыҡта ҡулланыу өсөн браслеттар эшләй. Яу яланынан иҫән сығырға ярҙам итә торған браслет үреү ысулын ул интернеттағы оҫталыҡ дәрестәренә ҡарап өйрәнә.
1 969
Стәрлебаш районындағы лагерҙа шәкәр сире менән ауырыған балалар өсөн беренсе смена асылды
Яҙғы каникулды лагерҙа! Стәрлебаш районындағы лагерҙа шәкәр сире менән ауырыған балалар өсөн беренсе смена асылды. Аҙналыҡ заезд Патриот паркы филиалы базаһында старт алды. Отрядта әле 45 ял итә.
1 969
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Урманшиндың исеме мәңгеләштерелә
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Хәмиҙулла улы Урманшиндың тыуыуына 100 йыл. Рәшит Урманшин Ғафури районы мәғариф учреждениеларында, колхоздарында яуаплы вазифаларҙа эшләй,17 йыл «Табын» консерва заводын етәкләй. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветеранының тормош юлын һәм эшмәкәрлеген БЮТ ижади төркәмө лә өйрәнде.
1 969
Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Зәйтүнә Әлибаеваға бағышланған эҙәрмәндәр отряды слеты үтте
Беҙҙең Зоя-Зәйтүнә. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Ҡалмыҡ далаһында батырҙарса һәләк булған элемтәсе Зәйтүнә Әлибаеваға бағышланған эҙәрмәндәр отряды слеты үтте. 20 йәшлек яҡташыбыҙҙың ғүмере Ҡалмыҡ республикаһы Садовый ауылы эргәһендәге бейеклектә немецтар менән тиңһеҙ алышта өҙөлә. Оҙаҡ йылдар ул хәбәрһеҙ юғалған тип һанала.
1 969
Яугирҙар Ураҙа ғәйетен үҙҙәре төҙөгән мәсеттә үткәрҙе
Ураҙа ғәйете махсус хәрби операция биләмәһендәге Салауат Юлаев исемендәге батальонда ла билдәләнде. Ғибәҙәт Башҡортостан ярҙамында яугирҙар көсө менән төҙөлгән мәсеттә ойошторолдо.
1 969
Донъя мосолмандары Ураҙа ғәйетен билдәләне
Изге Рамаҙан айы һәм Ураҙа тамамланыуы быйыл 30 мартҡа тура килде. Байрам уңайынан ғибәҙәт ҡылыу йолаһы республиканың бөтә мәсеттәрендә лә уҙҙы. Баш ҡалала йәшәгән төрлө милләт мөьминдәрен берләштергән коллектив намаҙ майҙаны итеп һәр ваҡыттағыса «Ләлә» мәсете һайланды. Мосолмандарҙы төп байрамдарҙың береһе менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы.
1 969
Башҡортостан башлығы Шөңгәккүл мәктәбендә һәм Хөсәйенбәк кәшәнәһендә булды
Радий Хәбиров Шишмә районына эш сәфәре барышында шулай уҡ 1968 йылда төҙөлгән белем усағында булды һәм педагогтар коллективы менән аралашты. Мәктәптә Шөңгәккүлдән һәм эргә-тирәлге ауылдарҙан 283 бала уҡый, уҡыусыларҙы мәктәп автобусы йөрөтә. Ике йыл элек мәғариф учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелә. Башҡортостан башлығы Шишмә районы хакимиәте менән бергә үҙәк урамды торошон да ҡарап сыҡты
1 969
«Именлек» геронтология үҙәгендә байрам: өлкәндәргә иғтибар һәм хәстәрлек
Башҡортостан башлығы тормош иптәше, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова менән Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында урынлашҡан «Именлек» республика геронтология үҙәгендә лә булды һәм социаль учреждениеларҙа йәшәүселәрҙе ураҙа ғәйете менән тәбрикләне.
1 969
«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогына икенсе аҙым яһаны
Бөгөн юлаевсылар «Себер» клубын йәнә тар-мар итте. Башҡортостан командаһы серияла 2-0 иҫәбе менән алда бара. Яҡтар араһында киләһе ике осрашыу 31 мартта һәм 2 апрелдә Новосибирскиҙа үтә.
1 969
Баймаҡта балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре кадет сафына баҫты
Баймаҡта «Айыуҡай» балалар баҡсаһының уртансы төркөмөнөң 24 тәрбиәләнеүсеһе кадеттар сафына ҡабул ителде. Уларҙың тормошондағы мөһим ваҡиғаны кескәйҙәрҙең ата-әсәләре һәм ҡаланың 5-се мәктәбенең кадет класы уҡыусылары уртаҡлашты.
1 969
Офицер анты һәм тантаналы марш: йәш лейтенанттар хеҙмәткә әҙер
Рәсәйҙең офицерҙар корпусы Өфө фән һәм технологиялар университетының Хәрби уҡыу үҙәген тамамлаусылар менән тулыланды. Уҡыу йортонда лейтенант дәрәжәһе алған йәш белгестәргә диплом тапшырыу тантанаһы үтте.
1 969
Стәрлетамаҡтың 1-се һанлы мәктәбе яңы һулыш кисерә
Тарихи мәктәптә -заманса шарттар. Стәрлетамаҡтың 1-се һанлы мәктәбе яңы һулыш кисерә. Мәғариф учреждениеһы төҙөкләндереү эштәренән һуң бөгөн ишектәрен асты. Белем усағы федераль программа буйынса яңыртылған. Ремонттан һуң мәктәптең тышҡы йөҙө генә түгел, йыһазландырыу кимәле лә үҙгәргән. Заманса шарттар менән бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары ла танышты.
1 969
Башҡортостанда шәмбе өмәләре башланды
Бөгөнгөһө республика кимәлендә үткәрелгән тәүге күләмле экология сараһы. Ата-әсәләр, балалар, дәүләт эшмәкәрҙәре, бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡулына эш ҡоралдары алып ихаталарға һәм йәмәғәт урындарын сүп-сарҙан таҙартыуға сыҡты. Ә иң әүҙемдәр өсөн бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне.
1 969
Һыу баҫҡан биләмәләрҙән халыҡты ҡотҡарыусылар тәбрикләнде
Архангел районы Аҙау ауылында оло һыу алдында ҡаушап ҡалмаған ун бер ир-уҙааманға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты комитетының «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары һәм Хөкүмәттең рәхмәт хаттары тапшырылды.
1 969
Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылырға әҙерләнә
Апрелдә Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылыр тип көтөлә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы объект әҙерлеген тикшереү барышында белдерҙе. Ун ҡатлы хирургия корпусында йөрәк-ҡан тамырҙары менән бәйле сирҙәрҙе заманса ысул менән дауалау, пациенттарға сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн алдынғы технологик шарттар тыуҙырылған. Бынан тыш Өфө буйынса эш сәфәре барышында Радий Хәбиров шифаханала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация бүлеге менән танышты.
1 969
"Башҡорт йорто" программаһы концепцияһы әҙерләнде
Проект аҙ ҡатлы шәхси йорттар төҙөлөшөн әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән. Документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда республикала 3 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Уның 70 процентҡа яҡыны шәхси төҙөлөшкә тура килә. Концепция 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уны ике этапта ғәмәлгә ашырыу көтөлә.
