ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 977
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-47 أيام
-1630 أيام
أرشيف المشاركات
Бәләбәй районында Аксаков көндәре үтте Күренекле яҙыусы Сергей Аксаковтың тормош юлына һәм ижадына арналған фестивалдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе һәм ҡунаҡтар шәхес һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды, Аксаков йорт музейы алдына ағас ултыртты. Бәләбәй районына эш сәфәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров төҙөкләндерелгән мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты, яңы сүп-сар эшкәртеү комплексын ҡараны.

Республика район-ҡалаларында бөгөн Аксаков көндәре башланды 35-се тапҡыр уҙғарылған күләмле мәҙәни сара бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 234 йыл тулыуға арналған. Ул ғәҙәттәгесә Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондарында уҙа. Баш ҡалала үткән байрам сараларынан тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Пруфы» баҫмаһы редакцияһына ялған мәғлүмәт өсөн ҙур күләмдә штраф һалынды Өфөнөң Совет районы суды «Ирекле медиа» коммерция булмаған автономиялы ойошмаһына ҡарата административ материалды ҡараған. Башҡортостан судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ғинуарҙа редакцияның телеграм-каналында пилотһыҙ осоу аппаратының Өфө заводтарының береһенең биләмәһенә ҡолауы, шартлау тауышы һәм ошоға бәйле интернет эшендә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт еткергән яҙма баҫылған.

Башҡортостан йыл һайын 3 миллион турист йәлеп итергә йыйына Йыл һайын 3 миллионға яҡын туристы йәлеп итеү-төп маҡсат. Һуңғы арала Башҡортостанда эске туризмға айырыуса иғтибар бирелә. Яңы туристик урындар барлыҡҡа килә, инфраструктура үҫешә. Уларҙың береһе-тәбиғәт һәйкәле һаналған Зәңгәркүл эргәһендә асылған комплекс.

Башҡортостанда туристар өсөн билдәле йүнәлештә яңы тимер юлы туҡталҡаһы асылды Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Быға тиклем Белорет районындағы Шәреташ ҡаяларына барып етеү өсөн пассажирҙарға дүрт саҡрым юл үтергә тура килә. Тимер юлы маршрутында асылған яңы туҡталҡа электричка пассажирҙарын Шәреташҡа тиклем алып барып еткерәсәк.

Йәш тәрбиәселәргә Башҡортостан башлығы гранттары тапшырылды Һөнәри байрам алдынан лайыҡлы бүләк. Радий Хәбиров мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә эшләүсе йәш педагогтарға Башҡортостан башлығы гранттары тапшырҙы. Быйыл 500 мең һумлыҡ сертификатты илле тәрбиәсе алды.

Өфөнөң Көрәш һарайында профессиональ бокс кисәһе үтә Бөгөн Өфөнөң Көрәш һарайында профессиональ бокс кисәһе үтә. Ярыш алдынан «Арт-квадрат» майҙансығында медиа үлсәү тантанаһы ойошторолдо. Мауыҡтырғыс сара төбәктә спорттың был төрөн популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Рингта донъяның биш иле вәкиле ҡатнаша, Башҡортостан данын 4 спортсы яҡлай.

Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында мәсет асылды Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында көтөп алынған мәсет асылды. Биләмәлә изге йорт бинаһы төҙөлөшө өс йыл дауам иткән. Мәсет асыу тантанаһына диндарҙар, ауылдаштар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡунаҡтар йыйылды. Яҡты, иркен мәсет битараф булмаған кешеләр һәм бағыусылар көсө менән сафҡа индерелгән. Иман йорто «Уйылдан» тигән исем йөрөтәсәк.

«Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын республиканың иң ҙур сәхнәһендә ҡаршы алды Юбилей концерты-«Өфө-арена»ла. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын республиканың иң ҙур сәхнәһендә ҡаршы алды. Берҙәм ижади коллективтың байрамын Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан саҡырылған махсус ҡунаҡтар, биш меңдән ашыу тамашасы уртаҡлашты. Радионың үҫеш юлы һәм сағыу шоу-программа тураһында киләһе материалда.

Өфө районында аяҡҡа баҫтырыусы клиника эшләй Аяҡтан яҙғандарҙы атлата, билдән ҡалғандарҙы турайта. Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан Шәмсетдинов клиникаһы әлеге ваҡытта киң таралған заман сирҙәре менән көрәшә, умыртҡа һөйәген, быуындарҙы дауалай. Йыл һайын был учреждение аша 600-лап кеше үтә. Операцияһыҙ ғына дауалау алымдары тураһында репортаж.

Баймаҡта махсус хәрби операция яугиры Артур Ғәҙелшиндың хәтер кисәһе үтте Айджиның яҡты иҫтәлегенә. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында махсус хәрби операция яугиры Артур Ғәҙелшиндың хәтер кисәһе үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала. Баймаҡ районының Бетерә ауылы егете Артур Ғәҙелшин махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә тәүгеләр рәтендә мобилизациялана. Үҫмер сағынан үҙе шиғырҙар яҙып, шуларға көй һалып иптәштәре араһында башҡарып йөрөгән егет яуҙа ла ижад итеүен туҡтатмай. Батырҙың иҫтәлегенә арналған кисәнең исеме лә уның шиғыр юлдарынан алынды.

Йылайыр районының 7 мәктәбе яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса Йылайыр районының 7 мәктәбе яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» кабинеты хәҙер Калашников автоматы һәм Макаров пистолеты, граната макеттары, противогаздар менән тәьмин ителгән.

Өфөлә «Медицина университеттары Өҫтөнлөк-2030 программаһында» Бөтә Рәсәй форумы старт алды Өс көн дауамында медицина өлкәһендәге алдынғы эксперттар тармаҡты үҫтереү, инновацион технологиялар үҙләштереү һәм юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Форум программаһында 20-нән ашыу тематик сессия, дискуссия һәм интенсив ҡаралған, шул иҫәптән Башҡорт Дәүләт медицина университетының уҡыу үҙәгенән тактик медицина буйынса белем биреү курсы ла.

🙌 «ДУҪТАР» менән уйнарға ла, көлөргә лә, йырларға ла, иларға ла була! «Башҡорттар улай итмәй», тигәнгә таянһаҡ, был һөйләшеү эфирға сығырға тейеш түгел ине... Әммә... Беҙ эфирҙа!

Иглин районында «Милләттәр кросы» үтте Иглин ауылының 7-се мәктәбе биләмәһендә уҙғарылған спорт сараһына 350-нән ашыу кеше ҡушылды. Балалар һәм үҫмерҙәр 100 метр араны үтһә, көмөш йәштәге атлеттар 500 метр, ҡалғандар бер саҡрым араға йүгерҙе. Кросҡа тотош ғаиләләре менән килеүселәр күп булды, шулай уҡ стартҡа мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа баҫты.

Мәсетле районында «Йәйге Шайморатов уйындары»ның зона этабы үтте Унда республиканың алты районынан 19 команда ҡатнашты. Оҙонлоҡҡа һикереү, турникта күтәрелеү, тиҙлеккә йүгереү, туп менән уҙыш һәм спорт эстафетаһында иң көслөләр һәм етеҙҙәр асыҡланды. Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Кубогына ойошторолған спорт сараһы үҫеп килгән быуын араһында ҙур танылыу алған. Ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта.

Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды Һүҙ Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән Үзбәкстан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының бахша сәнғәте үҙәгенең эшлекле бәйләнештәре тураһында бара. Документҡа «Евразияның тарихи-мәҙәни мираҫы» халыҡ-ара ғилми конференцияһы сиктәрендә ҡул ҡуйылды. Кәңәшмәлә шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Молдова, Әзербайжан һәм Төркмәнстан ғалимдары ҡатнашты.

Өфөлә йылылыҡ миҙгеленә старт бирелде Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡарарына ярашлы, йылы тәү сиратта социаль учреждениеларға: балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, һаулыҡ һаҡлау объекттарына, шулай уҡ ҡулланыусыларҙың заявкаларына ярашлы бирелә. Торлаҡ йорттар биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булған осраҡта йылылыҡҡа тоташтырыла.

Башҡортостанда яугирҙар дәүләт хеҙмәтенә йәлеп ителәсәк Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы дәүләт хеҙмәтенә йәлеп итеү, кибермутлашыусыларҙан зыян күреүселәргә юридик ярҙам, Йәштәр йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлеген киңәйтеү. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бөгөн көҙгө сессияға старт бирҙе. Ултырышта Башҡортостан башлығы ҡатнашты. Парламент ултырышына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм яугирҙарҙың балалары ла саҡырылды.

Баш ҡалала янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусыларҙың ижади конкурсы еңеүселәре гала-концерты үтте Йырҙар менән кеше хәүефһеҙлеге һағында. Баш ҡалала янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусыларҙың ижади конкурсы еңеүселәре гала-концерты үтте. Музыкаль конкурста тотош илдән йөҙгә яҡын ҡотҡарыусы ҡатнашҡан. Еңеүселәр өс номинацияла һайлап алынған. Ижади бәйге һөнәр абруйын арттырыуға булышлыҡ итә һәм ҡотҡарыусыларҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләй.