БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد2 013
المشتركون
-124 ساعات
-57 أيام
-1430 أيام
أرشيف المشاركات
2 013
2 меңдән ашыу ирекмән «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумында ҡатнашыуға ғариза биргән
Улар етди һайлап алыу үткән. Һөҙөмтәлә күләмле сараға 500 кеше йәлеп ителәсәк. Яңы төҙөлгән Көрәш һарайында волонтерҙар менән йомғаҡлау осрашыуы уҙҙы. Уларға форум ҡунаҡтарын ҡаршы аласаҡ фирма экипировкаһы тапшырылды. Билдәле булыуынса, 17-19 октябрҙә Өфө Рәсәйҙең спорт баш ҡалаһына әйләнә.
2 013
Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдарҙы ремонтлау дауам итә
Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, быйылға дөйөм оҙонлоғо 26 ярым километрлыҡ 20 юл һайлап алынған. «Был юлдар бик мөһим. Сөнки улар республиканың 6 муниципалитеты - Өфө, Күмертау ҡалалары, Бәләбәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө һәм Шишмә райондарында 72 баҡсасылыҡ ширҡәтенә үтеүҙе тәьмин итә. Юлдарҙы ремонтлауға барлығы 150 миллион һум аҡсма бүленде. Бөтә объекттарҙа ла эш бара - ремонтты ҡышҡа тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ» тип белдергән төбәк етәксеһе.
2 013
Ҡәҙим Аралбаев Хәйбулла районында китап һөйөүселәр менән осрашты
Яҡташтар менән осрашыу. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев Хәйбулла районында китап һөйөүселәр менән осрашты. Аҡъяр үҙәк район китапханаһында һәм Яңы Ергән ауылында әҙип ижадына арналған саралар хаҡында киләһе яҙмала.
2 013
Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәләнде
Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәләнде. 2024 йыл өсөн абруйлы наградаға «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Башҡорт каникулдары» проектының ижади төркөмө, «Ашҡаҙар» гәзите баш мөхәррире Рәмил Мансуров һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Роман Якимчук лайыҡ булды. Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында ойошторолған тантанала БЮТ ижади төркөмө лә булды.
2 013
Башҡортостанда хәрби контрактты бер көн эсендә төҙөргә мөмкин
«Һаҡсы» тип аталған үҙәктә ир-егеттәр «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса медицина тикшереүе үтеп, банк картаһы асып, документтарҙы туплап алғы һыҙыҡҡа юллана ала. Ватан һаҡсыларына ике тәүлеккә тиклем бушлай йәшәү шарттары , өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Быға тиклем контракт килешеүе төҙөү өсөн бер нисә адрес үтергә тура килһә хәҙер егеттәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
2 013
Көнбағыш майҙандарының 47 проценты эшкәртелгән
Башҡортостанда майды культуралар урыу дауам итә. Быйыл ул 315 мең гектартҙа сәселгән. Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарының береһе көнбағыш урыуҙы тамамлау алдында. Йәй ямғырлы булыуға бәйле, майлы культура уңышы юғары . Ә шул уҡ ваҡытта иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ныҡ ҡына зыян күргән.
2 013
Республикала һауа торошо һыуытыу менән автоһәүәҫкәрҙәр өсөн көҙгө мәшәҡәттәр башланды
Тәгәрмәсте алмаштырырға ваҡыт. Республикала һауа торошо һыуытыу менән автоһәүәҫкәрҙәр өсөн көҙгө мәшәҡәттәр башланды. Һауа температураһының үҙгәреүе боҙлауыҡҡа сәбәпсе була, бигерәк тә иртәнге һәм төнгө сәғәттәрҙә. Белгестәр нимә кәңәш итә? Тимер атты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү өсөн тәгәрмәстәрҙе ҡасан алмаштырырға? Тулыраҡ киләһе репортажда.
2 013
Өфөләге Шаҡша күпере ябылыуға бәйле өҫтәмә электричкалар йөрөйәсәк
3 яңы поезд Дим-Шаҡша-Иглин маршрутына сыға, тип хәбәр итәләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан. 21 октябрҙән Шаҡша күперендә машиналар йөрөшө бер айға тулыһынса туҡтатыла. Ошо ваҡытта Өфө агломерацияһында 54 ҡала яны поезы йөрөйәсәк. Күперҙә капиталь ремонт уҙған йылда башланды, эштәрҙе киләһе йылда тамамлау көтөлә.
2 013
Башҡортостан кинематографистар берлеге бер юлы өс юбилярҙы тәбрикләне
Ваҡытында улар барыһы ла республикала кино һәм телевидение тармаҡтары үҫешенә тос өлөш индергән. Сара уңайынан Рәсәй телевидениеһы ветераны Марсэн Мөхәмәҙиевтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды.
2 013
Архангел районы Максим Горький ауылында махсус хәрби операция ғаиләләре клубы асылды
Ауыл хакимиәте бинаһында яугирҙарҙың ҡатындары һәм әсәләре өсөн махсус үҙәк тә төҙөлгән. Ойоштороусылар буш бүлмәне ремонтлап, өҫтәл, ултырғыстар ҡуйған. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар бында аралаша, психолог менән әңгәмәләшеп, төрлө тематик саралар ойоштора ала. Бынан тыш, үҙәктә «Ватан һаҡсылары» ойошмаһы белгестәре менән осрашыуҙар планлаштырылған.
2 013
Туймазы ҡалаһы эшҡыуарҙары яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләгән
Ватан һаҡсыларын хәстәрләп. Туймазы ҡалаһы эшҡыуарҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләгән. УАЗ автомобилдәре, яңы дрондарҙы ирекмәндәр үҙ көсө менән һатып алып алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға ебәрергә ниәтләй.
2 013
Бишбүләк районы халҡы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында әүҙем ҡатнаша
Йылбулаҡ-Матвеевка мәҙәниәт йортонда һәр ваҡыт йыр-моң яңғырап тора. Ауыл халҡы байрам һайын концерт ойоштора, район кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша, яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә. 50 йыл элек төҙөлгән бинала быға тиклем бер ҡасан да ремонт яһалмаған. Үҙешмәкәр артистарҙы ҡыйыҡтан һыу ағыу мәсьәләһе борсой. Шуға күрә улар «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында ҡатнашырға була.
2 013
Башҡорт теле буйынса онлайн олимпиадала 41 мең 567 кеше ҡатнашҡан
Был акция 9-11 октябрҙә уҙғарылды. Ҡатнашыусыларға 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә тәҡдим ителде. Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны менән сертификат тапшырылды. Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды үткәрҙе. Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.2023 йылдың октябрендә олимпиада беренсе тапҡыр үтте. Унда Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 төрлө илдән вәкилдәр ҡатнашты. Биш көн дауамында 27 меңдән ашыу кеше белемен тикшерҙе.
2 013
Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары асыҡланды
Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған. Конкурста “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журналистар коллективының “Башҡорт каникулдары” проекты еңеү яулаған. Премия Ләйлә Владимирова, Виталий Ермаков, Марс Камалетдинов, Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасимханова, Нурислам Хәйриев һәм Айҙар Шәриповҡа тапшырылды. Дәүләт бүләгенә шулай уҡ махсус хәрби опрация геройҙарына арналған мәҡәләләр шәлкеме өсөн “Ашҡаҙар” газетаһы баш мөхәррире Рәмил Мансуров һәм “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Роман Якимчук лайыҡ булды. Ул конкурсҡа ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади темаға бағышланған яҙмалар ебәргән. Лауреаттарҙы бүләкләү сараһы Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында үтте. Быйыл премияның күләме 500 мең һум.
2 013
Номерһыҙ машинала йөрөгән өсөн яза ҡәтғиләшә
Ил президенты Владимир Путин ошо турала законға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Хәҙер номерһыҙ машинала йөрөгән, дәүләт номерын төрлө ысулдар менән ҡаплаған, йәшергән өсөн водитель танытмаһы бер йылдан йыл ярымға тиклем тартып алына. Әлегә тиклем 5 мең һум штраф, йә өс айға тиклем машина йөрөтөүҙән ситләтеү ҡаралғайны.
2 013
Джефф Монсон Өфөлә никах уҡытты
Билдәле спортсы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Джефф Монсон мосолман йолаһы буйынса өйләнде. Ул Өфөлә Туҡай урамындағы мәсеттә никах уҡытты. Туй иһә киләһе йылдың яҙында көтөлә. Ҡатнаш алыш оҫтаһы Джефф Монсон бер нисә йыл элек Рәсәй паспортын алды, унан һуң америка гражданлығынан баш тартты, ислам динен ҡабул итте.
2 013
Рәсәйҙә Әсәлек капиталы индексациялана
Был турала Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков белдерҙе. Беренсе бала өсөн капитал суммаһы 677 мең һумға еткерелә. Икенсе бала өсөн тағы 217 мең һум түләнә. Киләһе йылда Әсәлек сертификатын яҡынса миллион кеше алырға тейеш, - тине министр. Был программа Рәсәйҙә 2007 йылдан башлап ғәмәлгә ашырыла.
2 013
Өфөнөң Октябрь районы бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты
Хәрби бурысын үтәүселәрҙе ҡеүәтләп, Еңеүгә әйҙәү. Өфөнөң Октябрь районы бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Был юлы алғы һыҙыҡтағыларға транспорт өсөн кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән әйберҙәр тупланған. Афған һуғышы ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы иһә яҡташтарыбыҙ һорауы буйынса «УАЗ» автомобиле һәм яғыулыҡ-майлау материалдары ла әҙерләгән.
2 013
Әбйәлилдәр Шафиҡ Әминев Тамьяни менән Шәғәле Шаҡмандың исемдәрен мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерҙе
Тарихи шәхестәргә ихтирам. Әбйәлилдәр тамьян ырыуының арҙаҡлы шәхестәре мәғрифәтсе Шафиҡ Әминев Тамьяни менән Шәғәле Шаҡмандың исемдәрен мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерҙе. Әбйәлил районында уҙған саралар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
2 013
Башҡортостан йәмәғәтселеге Фән Вәлиәхмәтовты һуңғы юлға оҙатты
Башҡортостан йәмәғәтселеге Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фән Вәлиәхмәтовты һуңғы юлға оҙатты. Матәм сараһы йырсының тыуған төйәге Шаран районы Үҙәк мәҙәниәт йортонда үтте. Артист менән бәхилләшеүгә республиканың төрлө райондарынан һәм Татарстан республикаһынан килгәйнеләр. Халыҡ артисына 73 йәш ине.
