ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 984
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-17 أيام
-1430 أيام
أرشيف المشاركات
Өфөнөң 16-се гимназияһындағы хәл Башҡортостан башлығы контролендә Бөгөн унда туғыҙынсы класс уҡыусыһы уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға һөжүм итте. Ваҡиға тураһында хәбәр иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә килә. Уҡыу йортона Росгвардияның ведомствонан тыш һаҡ экипаждары сыға. Улар атыш ойойшторған үҫмерҙе ҡулға ала һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшыра. Әлеге осраҡ буйынса Прокуратура тикшереү ойошторған. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында ишеткәс тә республика башлығы эш сәфәрен өҙөп ваҡиға урынына килде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әгәр мәктәптә үҫмерҙе йәберләү, буллинг кеүек күренештәр асыҡланһа, мәктәп етәкселеге менән әңгәмәнең үтә лә ҡаты буласағын иҫкрәтте. Ләкин эмоцияларға юл ҡуйырға ярамай, ваҡиғаға аныҡ баһа бирергә һәм системала етешеһеҙлектәр бар икән, уны тулыһынса юҡҡа сығарырға кәрәклеген белдерҙе.

Өфө мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары «Патриот» паркында хәрби әҙерлек үтә Өфө мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары «Патриот» паркында 5 көнлөк хәрби әҙерлек үтә. Программа теоретик һәм практик курстарҙы үҙ эсенә ала. Үҫмерҙәр тигеҙ сафта йөрөүҙән тыш, ҡорал менән эш итергә, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә, радиация, химия, биология һөжүменән һаҡланырға, парашют менән һикерергә, пилотыһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәнә. Бөгөн уҡыусылар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашты.

Радий Хәбиров граждандар йәмғиәте институттары вәкилдәре менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү ойошмалары ағзалары менән осрашты. Сарала Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, Халыҡ фронты хәрәкәте, Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү Советы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә бурыстар билдәләнеде.

Белорет районы Абҙаҡ ауылында хоккей турниры үтте Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Ярышта боҙ хужаларынан тыш, Сермән һәм Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылы командалары ҡатнашты. Турнирҙы асыу тантанаһына яуҙа башын һалған хәрбиҙәрҙең яҡындары саҡырылды.

Башҡортостан дәүләт оркестры «Саҡырылған дирижерҙар» концерт программаһы менән сығыш яһаны Моң һәм музыка көсө. Башҡортостан дәүләт оркестры «Саҡырылған дирижерҙар» концерт программаһы менән сығыш яһаны. Бөйөк композитор Дмитрий Шостаковичтың мәҙәни мираҫына һәм иҫтәлегенә бағышланған концерт Рәсәйҙең халыҡ артисы, дирижер Валерий Полянский етәкселегендә үтте. Дәүләт концерт залында «Болт» балеты сюитаһы һәм башҡа билдәле әҫәрҙәр яңғыраны.

Хәйбулла районында «Сибирский левша» күсмә күргәҙмәһе асылды Тарих микроминиатюраларын туплаған экспозицияла 50-нән ашыу уникаль экспонат ҡуйылған. Бик бәләкәй экспонаттар менән тамашасылар микроскоп йәки лупа аша таныша. Үҙенсәлекле эштәрҙең авторы рәссам Анатолий Коненко. Уның микроминиатюралары сит ил күргәҙмәләрендә лә күрһәтелә.

Башҡортостанда баҡсасылар өсөн сәсеү миҙгеле башланды Үҫентеләрҙе ҡырҡып ултыртыу-баҡсасылар өсөн тынғыһыҙ хеҙмәт осоро. Ҡайһы бер баҡсасылар хатта яңы йылға аяҡ баҫыуҙан алда уҡ сәскә ултырта башлаған. Әлеге мәлдә баҡса йәнлеләр һәр төрлө йәшеллек төрҙәрен тәҙрә төбөндә үҫтерә, һуңынан ергә күсерә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов «Балерина»ны ҡараны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов «Балерина»ны ҡараны. Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары яуҙа иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән танкты шулай тип атай. Хәрби машинаға ҡушаматты улар Санкт-Петербургтың Мариин театры солисткаһы Дарья Захаренкова хөрмәтенә ҡушҡан.

Өфө предприятиеһында һаҡсыл производствоға күсеп, электр мейестәр сығарыу арттырыла Өфөләге предприятиела һаҡсыл производствоға күсеп, электр мейестәр сығарыу күләмен арттырыу планлаштырыла. Әлегә завод белгестәре хеҙмәт етештереүсәнлеген, продукция сифатын арттырыу, ваҡыт һәм ресурстарҙы экономиялау буйынса саралар күрә. Эш урындары камиллаштырылып, тәртипкә килтерелә.

Нуриман районындағы Павловка һыуһаҡлағысында «Ҡаргиҙәр» операцияһы үтте Тикшереү барышында ҡотҡарыусылар ҡышҡы транспорт сараһына идара итеп, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеүселәр менән профилактик әңгәмә ойошторҙо. Ҡаргиҙәр менән идара итеү өсөн мотлаҡ рәүештә транспорттың техник паспорты һәм махсус А1 категорияһына водитель таныҡлыҡ булырға тейеш.

Тәфтиш комитеты Өфөнөң 16-сы гимназияһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты Тәфтиш комитеты Өфөнөң 16-сы гимназияһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Бөгөн иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә 9-сы класс уҡыусыларының береһе атыш ойошторған. Урынға шунда уҡ бөтә ашығыс хеҙмәттәр килә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Үҫмер ҡулға алынған. Ваҡиға контролдә тотола тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы.

1 авгусҡа республикала 53 белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт эштәре тамамланырға тейеш 1 авгусҡа республикала 53 белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт эштәре тамамланырға тейеш. Республикала быйыл бөтәһе 41 мәктәп, 6 колледж һәм 6 балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында 25 метрлыҡ бассейн асылды Бассейн «100 спорт объекты» проекты сиктәрендә төҙөлгән. Бындай объекттар муниципалитеттарҙа республика етәксеһе башланғысы менән барлыҡҡа килә. Учреждениела күнекмәләр планы төҙөлә, йөҙөү ваҡыты билдәләнә. Сменаһына 40 кеше шөғөлләнә ала.

Бүздәк районы Ҡаран ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә «Ҡоймаҡ» байрамы үтте «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабы дауам итә. Ҡатнашыусылар төбәктәрҙә халыҡты берләштереүсе саралар ойоштора, үҙенсәлекле проекттарҙы тормошҡа ашырып, финалға сынығыу ала. Бүздәк районының Ҡаран ауылында уҙған Ҡоймаҡ милли аш-һыу фольклор байрамынан репортаж.

Башҡортостанда ҡотороу сире таралыуға бәйле бер нисә районда карантин иғлан ителгән Дауаханаларҙа әле 3 пациент дауалана, күрһәткестең тағы ла артыуы ихтимал. Табиптар йорт хайуандарына иғтибарлы булырға саҡыра. Төлкөнән тешләнгән эт- бесәйҙәр ҡотороу сирле булыуы ихтимал. Белгестәр әйтеүенсә, республикала быйыл төлкөләр ишәйеүе күҙәтелә. Улар йорт хайуандарына, кешеләргә ташланып ҡотороу сирен тарата.

Өфөнөң 5-се лицейында «Башҡортостан» полкы яугирҙары «Батырлыҡ дәресе» уҙғарҙы Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшы. Бөгөн «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары баш ҡаланың 5-се лицейында «Батырлыҡ дәресе» уҙғарҙы. «Каддафи» һәм «Калач» ҡушаматлы яугирҙар әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Улар ике аҙнаны мөмкин тиклем һөҙөмтәле уҙғарырға тырыша. Яҡындары, дуҫтары менән осрашыуҙан тыш мәктәп уҡыусыларына илһөйәрлек дәрестәре уҙғарыуҙы ла улар изге бурыс тип һанай.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү дауам итә Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһындағы «Защитник» үҙәгенә килә. Бында Рәсәйҙең пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә хеҙмәткә ҡабул итеү ойошторола. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре: хеҙмәт дистанцион рәүештә, хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан алыҫта башҡарыла, хәүефһеҙлек кимәле бик юғары, хәрбиҙең һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Унда башлыса машиналар эшләү, айти технологиялар өлкәләрендә эшләгән, компьютерҙы программа менән тәьмин итеү ысулдарын белгән тәжрибәле ир-егеттәр алына.

Радий Хәбиров Өфөнөң 2-се поликлиникаһында капиталь ремонт һөҙөмтәләрен ҡараны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 2-се поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Медицина учреждениеһына төбәк программаһы буйынса капиталь ремонт уҙғарылып, яңы мебель һәм медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән һанлы маммограф һатып алынған. Дөйөм сығымдар-яҡынса 149 млн һум тәшкил иткән.

Башҡортостанда етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе контролдә Башҡортостанда 7 меңдән ашыу етемде торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы тора. Был турала бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерелде. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә проблеманы даими контролдә тоторға, етемдәрҙе йәберләмәҫкә ҡушты. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы эшмәкәрлеге, «Айыҡ ауыл» проекты тураһында һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында репортаж.

Башҡортостанда төлкөләрҙең ауылдарға инеү осрағы йышайған Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һаҡ булырға кәңәш итә.
Башҡортостанда төлкөләрҙең ауылдарға инеү осрағы йышайған Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һаҡ булырға кәңәш итә. Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында төлкө ихатаға инеп эткә ташланған. Быйыл ғына был йәнлектең кешеләргә сығыуына бәйле 50-нән ашыу осраҡ теркәлгән. Ҡотҡарыусылар төлкөгә яҡын килмәҫкә, уны ашатмаҫҡа кәңәш итә. Кешегә ташланыу осрағы булһа 112 һандарына шылтыратырға кәрәк.