ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 023
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-47 أيام
-730 أيام
أرشيف المشاركات
Бөгөн бөтә донъя гуманитар ярҙам көнө билдәләнә Халыҡ-ара календарҙә был мөһим көн Берләшкән Миләттәр ойошмаһының генераль ассамблеяһы башланғысы менән 2008 йылда барлыҡҡа килә. Уның маҡсаты йәмғиәткә мохтаждарға ярҙам итеү мөһимлеген, гуманитар миссияла ҡатнашыусылар, эш ваҡытында зыян күреүселәр тураһында Һөйләү, иғтибар йәлеп итеү.

Лугансҡ ҡалаһы госпиталдәрендә «Беренсе тирмә» ирекмәндәренең 20-се төркөмө эш башланы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә Донбаста яраланған яугирҙарға ярҙам күрһәтеүсе Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары тураһында яҙып сыҡты. Проект былтыр ноябрҙә башланғайны. Луганск халыҡ республикаһында ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яралыларҙы ҡарай, ашата, процедураларға йөрөтә, ғөмүмән һәр ерҙә лә ярҙам итә. Смена ике аҙна дауам итә һәм күптәр бер генә барыу менән сикләнмәй. Яугирҙар уларҙы көтөп ала.

Өфөгә Запорожье уҡыусылары килде "Университет сменаһы" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. 37 бала ВУЗ-ара кампусты ҡараны, фәнни л
Өфөгә Запорожье уҡыусылары килде "Университет сменаһы" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. 37 бала ВУЗ-ара кампусты ҡараны, фәнни лабораторияларҙа булды. Делегацияның Өфөгә сәфәре иртәгә тамамлана. Рәсәйҙә президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус ойошторолорға тейеш. Башҡортостан һынау уҙғарылған төбәктәрҙең береһе. Өфөлә ВУЗ-ара студенттар кампусының тәүге өөлөшө уҙған йылда файҙаланыуға тапшырылды.

Башҡорт шихандарын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү ҡарала Өфөлә ошо мәсьәлә буйынса фекер алышыу булды. Июлдә
Башҡорт шихандарын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү ҡарала Өфөлә ошо мәсьәлә буйынса фекер алышыу булды. Июлдә Шүлгәнташ мәмерйәһе халыҡ-ара статус алды, бөтә донъя ҡомартҡыһы исемлегенә ҡуйылды. Хәҙер Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштауҙы ошо исемлеккә теркәү буйынса эш бара. Объекттар буйынса мәғлүмәт әҙерләнгән. Баш ҡалаға Мысырҙан халыҡ-ара эксперт Мөхәммәт Әбделхәмид килде. Уның менән осрашыу барышында шихандарға халыҡ-ара статус биреүгә бәйле артабанғы аҙымдар ҡаралды. Тәбиғәт ҡоматҡылары буйынса белгес аҙна дауамында тауҙарҙы тикшерергә ниәтләй. Башҡортостан хөкүмәте премьер министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, республика тәбиғәт ынйыларын киләһе быуындар өсөн һаҡлауға әҙер. “Шихандар республика символы булып тора. ЮНЕСКО-ның быны таныуы беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш”, - тине ул. Воскресенск баҡыр иретеү заводын да Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү ҡарала.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Сәләмәтлек поездары” маршрутын атаны Был аҙнала күсмә медицина бригадалары Өфө, Нуриман, Көйөргәҙе
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Сәләмәтлек поездары” маршрутын атаны Был аҙнала күсмә медицина бригадалары Өфө, Нуриман, Көйөргәҙе, Ҡариҙел һәм тағы ла 4 районда була. “21 апрелдән башлап белгестәр 266 ауылда туҡталыш яһаған. 140 меңдән ашыу тикшереү уҙғарған. Онкология сирҙәре, туберкулез, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары асыҡланған. Пациенттар өҫтәмә тикшерелеү үтеү өсөн дауаханаларға ебәрелде”, - тип белдерҙе ведомство етәксеһе Айрат Рәхмәтуллин.

"Беренсе тирмә" проекты ирекмәндәре Луганск республикаһында эшләй Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. Госпиталдәрг
"Беренсе тирмә" проекты ирекмәндәре Луганск республикаһында эшләй Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. Госпиталдәргә 20-се смена килде. Уның составында Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Шаран райондары вәкилдәре. Проект уҙған йылдың ноябрендә ғәмәлгә ашырыла башланы. Ҡатын-ҡы:ҙҙар Луганск республикаһында яралы һалдаттарҙы ҡарай, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәр төрлө ярҙам күрһәтә.

Волга буйы чемпионатында Башҡортостан командаһы беренсе булды Башҡорт шашкасылары Ҡазанда үткән Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм йәштәр беренселегендә уңышлы сығыш яһаны. Турнирҙа ике йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты, улар араһында рус һәм йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса етмеш миҙал комплекты уйнатылды. Республика данын Өфө, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ һәм Ишембай ҡалаларынан спортсылар яҡланы.

Әбйәлил районында Спорт байрамы ойошторолдо Ул йыл һайын августа билдәләнгән физкультурниктар көнөнә арналды. Сәләмәт тормош һөйөүселәрҙе урындағы хакимиәт башлығы Айрат Әминев сәләмләне. Ул төбәктә спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләп, бер төркөм ветерандарға райондың почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ»Спартак«ойошмаһының иҫтәлекле миҙалдары менән дә бүләкләнде.

Ҡурған өлкәһендә табылған метрика китаптары Башҡортостанға ҡайтарылды Башҡортостан милли архивы хеҙмәткәрҙәре Ҡурған өлкәһе Әлмән районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланған башҡорт ауылдарының метрика китаптарын реставрациялап, һанлаштырған. Ғәрәп графикаһы менән иҫке төркисә яҙылған документтарға яҡташтарыбыҙ 2022 йылда уҡ тап булғайны. Метрика китаптары йөҙҙән ашыу папкала килтерелә, уларҙы өйрәнгәндә исемлектә булмаған тиҫтәгә яҡын ауылда йәшәүселәр тураһында ла мәғлүмәт табыла.

Стәрлетамаҡта «Юлдаш»тар 18 меңдән ашыу тамашасы йыйҙы «Юлдаш»тар йәнә тамашасыһы менән осрашты. Стәрлетамаҡ ҡалаһында радио хеҙмәткәрҙәре һәм башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығында «Беҙ бергә» фестивален 18 меңдән ашыу тамашасы ҡараған. Юрий Гагарин исемендәге ял паркының төп сәхнәһенән танһыҡ көй-моңдар, мауыҡтырғыс уйындар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.

Өфөлә студенттар этнографияға бәйле уйын уйлап сығарҙы «Башҡортостан: уйындар аша технологияларға» экспедицияһы сиктәрендә Өфө студенттары видеоуйын прототибын эшләгән. «Берлога» киберфизика платформаһында Рәсәй вуздарының 16 вәкиле берләшеп, республиканың этнографияһы һәм тарихы менән танышҡан.

Әлшәй районында иҫерек водитель баланы тапатҡан Әлшәй районында иҫерек водитель баланы тапатҡан. Юл ситендә велосипедта хәрәкәт иткән 12 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Үлемесле авария Аксенов ауылы Вокзал урамында теркәлгән. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.

Стәрлебаш районында лагерҙа ағыуланыусыларҙың дүртеһе дауаханала ҡала Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Стәрлетамаҡ дауаханаһына лагерҙа ағыуланған 25 кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың өсәүһе-вожатый, ҡалғандары балалар. Табиптар тикшереүенән һуң, 16 кеше дауаханағап һалына, ҡалған ун кеше өйҙәренә ҡайтарыла. Пациенттарҙың хәле уртаса тип баһалана. Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең сәләмәтлегенә хәүеф янамай. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.

Ишембай районында Торатау майҙанында «Спорт ере-2025» марафоны үтте Тәбиғәт ҡосағында ойошторолған сәмле ярышта республиканың төрлө райондарынан йыйылған 600 кеше көс һынашты. Әүҙем ял ваҡытын яратыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре-табиптар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, аграрийҙар, хоҡуҡ һаҡсылары булды. Улар волейбол, футбол, күңелле старттарнҙа ҡатнашты, үҙҙәрен ГТО үҙен һынап ҡараны.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ижади коллективының йәйге ялы тамам Театрҙың ҙур залында артистар һәм театр етәкселеге ҡатнашлығында тәүге йыйылыш уҙғарылды. 106-сы миҙгелде башлауға рәсми старт октябрҙә биреләсәк, әммә спектаклдәр август һәм сентябрҙә лә ҡуйыласаҡ. Яңы ижад миҙгеленә пландар ҙур, тип билдәләне театр етәксеһе.

Өфөлә Самауыр байрамы үтте «Арт-квадрат» майҙанында уҙғарылған мәҙәни сарала самауырҙар күргәҙмәһе, театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Ҡунаҡтар Башҡортостан милли музей коллекцияһы самауырҙары менән танышып хуш еҫле үләндәрҙән әҙерләнгән сәйҙәр тәмләне. Ижади майҙансыҡтарҙа белгестәр самауыр тарихы, төрлө халыҡтарҙа сәй эсеү менән бәйле йолалар тураһында һөйләне.

Көйөргәҙе районында «Кәсептәр йәйғоро» асыҡ республика фестивале үтте Мәртәбәле сара Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен һәм башҡа райондарҙан илленән ашыу оҫтаны берләштерҙе. Кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, милли биҙәүестәр яһау, милли музыка ҡоралдары етештереү булһынмы, ағасты семәрләп эшләүме-һәр кем күргәҙмәлә ҡатнашып, кәсеп өлгөләре һәм шөғөлө менән таныштыра алды. Майҙанда теләүселәр өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарылды.

Өфөлә «Сәләмәт булыу шәп!» акцияһы еңеүселәре бүләкләнде Өфөлә «Мөмкинлектәр донъяһы» партия проектының «Сәләмәт булыу шәп!» Бөтә Рәсәй акцияһы еңеүселәре тәбрикләнде. Федераль этап һөҙөмтәләре буйынса Дүртөйлө районы һәм Нефтекама ҡалаһынан биш уҡыусы «Артек» лагерына путевкалар менән бүләкләнде. Үҫмерҙәр йыл дауамында үҙҙәренең белем усағында сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дөрөҫ туҡланыу тураһында асыҡ дәрестәр уҙғарған.

Алданған туристар бергәләп енәйәт эше асылыуын талап итә Путевкаһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалғандар. Республиканан ике тиҫтәнән ашыу кеше үҙҙәрен туристик агент эшмәкәрлегенән зыян күреүсе тип иҫәпләй. Билдәләнгән ваҡытта сит илдә ял итеү буйынса алдан килешеүҙәр төҙөлә, авиабилеттар һәм ҡунаҡханала йәшәү урындары өсөн түләүҙәр башҡарыла. Әммә менеджер ваучер һәм башҡа тейешле документтарҙы клиенттарына тапшырыр урынға вәғәҙәләр менән генә ымһындыра башлай. Йыл ярымдан ашыу дауам иткән аңлашылмаусанлыҡтар тураһында киләһе яҙма.

Стәрлебаш районында балалар ағыуланыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды Стәрлебаш районы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында балалар ағыуланыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Стәрлетамаҡ дауаханаһына лагерҙа ағыуланған 25 кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың өсәүһе-вожатый, ҡалғандары балалар. Табиптар тикшереүенән һуң, 16 кеше дауаханағап һалына, ҡалған ун кеше өйҙәренә ҡайтарыла. Пациенттарҙың хәле уртаса тип баһалана.