ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 020
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
Иң яҡшы юл яны объекты билдәләнә Республика конкурсы иғлан ителде. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, төп ма
Иң яҡшы юл яны объекты билдәләнә Республика конкурсы иғлан ителде. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, төп маҡсат - юл инфраструктураһы үҫешенә инвестиция йәлеп итеү, был өлкәлә тәжрибә уртаҡлашыу. Конкурста күп функциялы комплекс, ҡунаҡхана, яғыулыҡ станцияһы, сауҙа предприятиеһы, ашхана, транспортты хеҙмәтләндереү урындары араһында иң яҡшылар асыҡлана. Башҡортостанда һуңғы өс йыл эсендә 200 юл яны объекты булдырылған.

Баймаҡта алты һыйырҙы ток һуҡҡан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Крепостной Йылайыр ауылында теркәлгән
Баймаҡта алты һыйырҙы ток һуҡҡан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Крепостной Йылайыр ауылында теркәлгән фажиғә электр бағанаһы ҡолау сәбәпле булған. Малҡайҙар урында һәләк булған, токтан ҡоро үлән янып киткән.

Башҡортостанда талпандан зыян күреүселәр бар Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 23 кеше, шул иҫәптән 9 бала талпан
Башҡортостанда талпандан зыян күреүселәр бар Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 23 кеше, шул иҫәптән 9 бала талпан ҡаҙалғандан һуң дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Йылы ҡыш һәм иртә көтөлгән яҙ арҡаһында бөжәктәр быйыл ғәҙәттәгенән әүҙемерәк булыуы мөмкин.

4 мең гектарҙан ашыу биләмә талпандарға ҡаршы препараттар менән эшкәртелә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр ите
4 мең гектарҙан ашыу биләмә талпандарға ҡаршы препараттар менән эшкәртелә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп иғтибар халыҡ йөрөгән урындарға була. Энцефалит йоҡтороу хәүефе Белорет, Бөрйән, Өфө, Учалы, Ҡыйғы, Дыуан, Йылайыр, Иглин райондары һәм Өфө ҡалаһында ҙур. Уҙған йылда сир йоҡтороусыларҙың күбеһе ошо биләмәләрҙә теркәлгән.

Фирҙәүес Хисамитдинова иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды Бөгөн Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Сараға Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, ғалимәнең хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, мәғариф өлкәһе вәкилдәре, уның яҡындары килде.

Әбйәлил районында «Ғилем» олимпиадаһы еңеүселәре тәбрикләнде «НефтеПолис» инженерҙар әҙерләү фонды, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге ярҙамында ул беренсе тапҡыр тормошҡа ашырыла. Ике этапта үткән олимпиада финалында 315 уҡыусы һынау тотто. Уларҙың иң-иңдәре бөгөн тәбрикләү тантанаһына саҡырылды.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүсе биләмәләр исемлеген быйыл йәнә 12 ауыл тулыландыра Был аҙнала бәләкәй, урта, ҙур, эре тораҡ пункттар номинациялары буйынса финалға сығыусылар проект яҡлау этабында ҡатнаша. Уларҙы төрлө министрлыҡ, ведомство вәкилдәренән тупланған абруйлы жюри ағзалары баһалай. Айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырып, халыҡты берләштереү, йәмәғәт эшенә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған проект йылдан-йыл нығына ғына. Сираттағы бәйге һөҙөмтәләре апрель аҙағында билдәле буласаҡ.

Башҡортостан юлдаш телеканалы яугир әсәләрен тәбрикләне «Әсәй» хәйриә концерты. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторҙо. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ысын батырҙарҙы тәрбиләгән әсәләр тәбрикләнде. Сараға телепроекттың 50 геройы саҡырылды. Яугир әсәләренә ихтирам һәм хөрмәт сараһы хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Янғын хәүефе арта: Башҡортостанда тәүлектә 20-гә яҡын осраҡ теркәлгән Ауылдың ут эсендә ҡалыуына юл ҡуйылмай. Кисә Хәйбулла районы Сәғит ауылы эргәһендәге тауҙа янғын сыға. Көслө ел уттың тиҙ таралыуына килтерә. Бөтә көстәр ауылды һаҡлауға йүнәлтелә. Утҡа ҡаршы көрәшкә янғын һүндереүселәрҙән тыш, бар ауыл халҡы һәм ирекмәндәр сыға.

Ейәнсура районында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре янған йорттан кешеләрҙе ҡотҡарған Ленар Ишмөхәмәтов, Илгиз Ҡәйепҡолов һәм Анил Әминев патруль ваҡытында Октябрь Революцияһы урамындағы өйҙәрҙең береһендә ҡуйы төтөн күреп ҡала. Хеҙмәткәрҙәр был хәл тураһында дежур бүлеккә хәбәр итә һәм шунда уҡ ярҙамға ашыға.

Төбәктә бизнесҡа ярҙам: Радий Хәбиров Благовещен эшҡыуарҙары менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Благовещендә күпер төҙөлөшө өсөн тимер конструкциялар етештереү заводы эшмәкәрлеге менән танышты. Республика ярҙамы менән тормошҡа ашырылған инвестиция проекты ярҙамында цех майҙаны киңәйтелгән, йөҙҙән ашыу кешегә эш урыны булдырылған. Бынан тыш төбәк етәксеһе ҙур объекттарҙы биҙәү элементтарын етештереү заводында булды. Көн тәртибендә Радий Хәбиров Благовещен районы эшҡыуарҙары менән осрашып, бизнес вәкилдәрен борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Башҡортостан халҡы мутлашыусыларҙан һаҡлана Берләштерелгән кредит бюроһы мәғлүмәттәре буйынса беҙҙең республикала 270 меңдән
Башҡортостан халҡы мутлашыусыларҙан һаҡлана Берләштерелгән кредит бюроһы мәғлүмәттәре буйынса беҙҙең республикала 270 меңдән ашыу кеше үҙенә кредит алыуҙы тыйған. Башҡортостан был күрһәткес буйынса иң әүҙем төбәктәрҙең береһе. Рәсәйҙә кредит алыуға тыйыу ҡулланыу мөмкинлеге булдырылды. Бындай аҙым мутлашыу осраҡтарынан һаҡларға тейеш, ти белгестәр.

Өфө йәшәү өсөн уңайлы ҡалалар исемлегендә Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса
Өфө йәшәү өсөн уңайлы ҡалалар исемлегендә Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса рейтинг әҙерләгән. Эксперттар биләмә төҙөклөгө, именлек мәсьәләһе, экология, ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәр һәм башҡа талаптар буйынса баһа биргән. Исемлеккә халыҡ һаны бер миллиондан ашыу булған 16 ҡала индерелгән. Өфө 251 мәрәй йыйып 5-се урынға ҡуйылған. Беренсе урында 312 балл менән Мәскәү урынлашҡан.

Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһына Гөлфиә Юнысованың исеме бирелде Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһына Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың исеме бирелде. Ошо уңайҙан китапханала шағирә менән ижади осрашыу ойошторолдо. Китапханаға тыуған ерен данлаған шағирәнең исемен биреү тантанаһында Гөлфиә Азнағол ҡыҙының ижадташ дуҫтары, уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Осрашыуҙа яҡташтарының халыҡ шағирына күрһәтелгән хөрмәте юғары баһаланды.

Туймазы ветераны Леонид Вдовин 100 йәшен ҡаршылай Леонид Вдовин токарь станогында Еңеүҙе яҡынайтыусы һуғыш ветераны. Ул Туймазы районы Серафимовка ауылында ғүмер итә. Быйыл 9 майҙа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын, ә 10 майҙа йөҙ йәшен ҡаршылаясаҡ. Еңеүгә тос өлөш индергән йөҙйәшәр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә «Журналист Ватанға хеҙмәттә» тип исемләнгән күргәҙмә асылды Ул махсус хәрби операцияны яҡтыртыусы Башҡортостан хәрби хәбәрселәре эштәренә арналған. Экспозиция төрлө киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 20 коллегабыҙ хаҡында һөйләй. Улар иҫәбендә БСТ телеканалы журналистары Азат Саҙрыев менән Гүзәл Хәмитова ла бар. Күргәҙмәлә хәрби хәбәрселәрҙең фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре һәм яҙмалары аша махсус хәрби операция ваҡиғалары, уларҙың шәхси ҡарашы күрһәтелгән. Экспозиция менән Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында танышырға мөмкин.

Баймаҡта тағы ла бер ирекмәндәр үҙәге үҙ эшен башланы Яңы асылған үҙәк башлыса ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙе берләштерә. Уны рәсми асыу тантанаһын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле башланды Республика {өкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар тиҙ иреү һәм урман биләмәләр
Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле башланды Республика {өкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар тиҙ иреү һәм урман биләмәләре янында ут сығыуға бәйле ошондай ҡарар ҡабул ителгән. 1 майҙан төбәктә махсус режим индерелә. Республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, хәүефле миҙгелгә 11 мең ярым кеше һәм 3 мең 300 берәмек техника йәлеп ителә. Республиканың 55 район һәм ҡалаһы янғын һүндереүгә махсус техника йәлеп итеү тураһында килешеү төҙөгән.

Республика поликлиникаларында талпандан прививка яһала Бөгөнгә энцефалиттан 68 мең 900 дана вакцина ҡайтарылған. Прививка ква
Республика поликлиникаларында талпандан прививка яһала Бөгөнгә энцефалиттан 68 мең 900 дана вакцина ҡайтарылған. Прививка квартал һайын медицина ойошмаларына таратыла. Көндәр йылыныу менән талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт итеүселәр арта. Был бөжәктәр аша энцефалит вирусы, боррелиоз, эрлихиоз һәм башҡа инфекция сирҙәре йоғоуы мөмкин.

Башҡортостан фермерҙары грант ота ала Ауыл хужалығы министрлығы "Агростартап" конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Документтарҙы 1
Башҡортостан фермерҙары грант ота ала Ауыл хужалығы министрлығы "Агростартап" конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Документтарҙы 11 апрелдән 26-на тиклем тапшырырға була. Вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 175 миллион һум ҡаралған.