ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 021
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-37 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
Башҡортостан хужалыҡтары 200 мең тоннаға яҡын минераль ашлама һатып алған Быйыл 236 мең тонна алыу планы ҡуйылған. Ауыл хужал
Башҡортостан хужалыҡтары 200 мең тоннаға яҡын минераль ашлама һатып алған Быйыл 236 мең тонна алыу планы ҡуйылған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай запас яҡшы уңышҡа нигеҙ була. Яҙғы сәсеү дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Республикала 1 миллионға яҡын гектар сәселгән. Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Дәүләкән райондарында эштәр аҙағына яҡынлаша.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле Запорожье өлкәһендә гастролдә булды Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Запорожье өлкәһендә гастролдә булды. Бердянск һәм Мелитополдәге сығыштар тамашасылар өсөн ысын байрамға әүерелде. «Биш континент» алтын миҙалы, ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» дипломына лайыҡ булған коллектив «Донъя халыҡтары бейеүҙәре»тип аталған сағыу концерт программаһын тәҡдим итте.

Баймаҡ ҡалаһынның «Һаҡсы фәрештә» ирекмәндәр ойошмаһы автоуҙыш ойошторҙо Баймаҡ ҡалаһынның «Һаҡсы фәрештә» коммерция булмаған автономлы ирекмәндәр ойошмаһы автоуҙыш ойошторҙо. Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы уңайынан уҙғарылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөнөң 4-се йылылыҡ энергетика үҙәгендә турбоагрегат яңыртыла Проект йылылыҡ генерациялауҙы яңыртыу Президент программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан предприятие сәнәғәт зонаһы өсөн махсуслашҡан. Белгестәр ремонттан һуң йылылыҡ етештереүгә сығымдар һәм экологияға зыяндың кәмеүен күҙаллай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ғаилә көнө уңайынан юбилярҙар һәм яңы өйләнешеүселәр тәбрикләнде Бөгөн Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөнөң Киров районы ЗАГСында бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын - алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә тәбрикләнде. Юбилярҙарҙы тантаналы шарттарҙа республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡотланы. Шулай уҡ был көндө яңы ғаилә ҡороусыларға төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан репродуктив сәләмәтлекте тикшереү буйынса сертификат тапшырылды.

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде Быйыл мәртәбәле бәйгенең финалына 53 ауыл сыҡҡайны, уларҙың 12-һе дүрт номинацияла еңеүсе тип танылып, аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.

Михаил Мурашко Башҡортостан табиптарын махсус награда менән бүләкләне Республика һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшыһы тип танылды. Награданы табиптарға илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тапшырҙы. Был беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле еңең, тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы.

Радий Хәбиров һәм Владимир Якушев «Берҙәм Рәсәй» проекттары буйынса осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль Советы Секретары Владимир Якушев менән осрашты. Яҡтар төбәк бүлексәһенең эше, партия проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Йәш юлаевсылар өсөн уҙған миҙгел уңышһыҙ булды Был турала "Салауат Юлаев" клубының генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе.
Йәш юлаевсылар өсөн уҙған миҙгел уңышһыҙ булды Был турала "Салауат Юлаев" клубының генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе. - "Алтын" дивизионға күтәрелеү буйынса бурыс үтәлде. Плей-офта ҡатнашырға, миҙалдар өсөн көрәшергә тейеш инек. "Толпар"ҙа яҡшы уйынсылар бар, үҫеш мөмкинлектәре ҙур, тине ул. Йәш юлаевсылар быйыл лигала плей-офҡа эләкмәне.

2026 йылда Башҡортостанда ер участкаларына яңы кадастр баһаһы үткәрелә 2026 йылда Башҡортостанда Күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрында иҫәпкә алынған барлыҡ ер участкаларына кадастр баһаһы ойошторола. Рәсәй субъекттарында ул берҙәм методика буйынса уҙғарыла. Раҫланған кадастр баһаһы һөҙөмтәләре буйынса 2027 йылға ергә һалым күләме билдәләнә.

Өфөлә «Журналистика оҫтаханаһы» еңеүселәре бүләкләнде Бөгөн Өфөлә «Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт» проекты конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Проект буйынса «Оҫтахана» эксперттары Башҡортостан райондарында уҡытыу семинарҙары үткәргән Матбуғат баҫмалары хеҙмәткәрҙәренең эшен камиллаштырырға ярҙам иткән. Артабан райондарҙағы киң мәғлүмәт саралары араһында конкурс үткәрелгән.

Өфөнөң махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге эшләй башланы Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге эшләй башланы. Бөгөн бында тәүге төркөм хәрбиҙәр һаулығын нығыта. Дауаланыу бушлай. Яугирҙар көн һайын махсус программа буйынса төрлө процедуралар үтә: һаулыҡты нығытыу сараларынан тыш, психологик ярҙам ала. Маҡсат - яу яланынан ҡайтҡан яугирҙың ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыуына булышлыҡ итеү.

Өфөлә дәүләт һатып алыу заказдары тармағы белгестәренең конференцияһы үтте Республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған сарала тармаҡ белгестәре дәүләт заказдарын үтәүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Федераль үҙәктән килгән эксперттар дәүләт заказдарын алыусылар иғтибарын йыш осраған хаталарға йүнәлтте, 223-сө федераль закондағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы.

Өфөлә Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү киләһе йылдың көҙөнә тиклем дауам итәсәк Ремонт ваҡытына парк өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ябылып тора. Башҡортостандағы иң боронғо парктарҙың береһенә XIX быуат урталарында нигеҙ һалынған булған. Паркты яңыртыуға 977 миллион һум аҡса йүнәлтелә - сығымдар республика, ил бюджетынан һәм бағыусы иҫәбенә ҡаплана. Төҙөкләндереү барышында паркта йүгереү өсөн юлдар булдырыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын алыштырыу, видеокамералар ҡуйыу ҡаралған. Майҙандың тарихи йөҙө үҙгәрмәй, уны заманса яңыртыу һәм ял майҙансыҡтары менән тулыландырыу күҙ уңында тотола.

Иң айыҡ ауылдар билдәләнде! Быйылғы алтынсы тапҡыр үткәрелгән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында түбәндәге райондар һәм ауылд
+3
Иң айыҡ ауылдар билдәләнде! Быйылғы алтынсы тапҡыр үткәрелгән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында түбәндәге райондар һәм ауылдар еңеүгә лайыҡ булды: «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Балаҡатай районы, Билән ауылы; II урын – Ауырғазы районы, Исмәғил ауылы; III урын – Ҡариҙел районы, Абыҙ ауылы. «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы; II урын – Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы; III урын – Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы. «Урта тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Асҡын районы, Әмир ауылы; II урын – Благовар районы, Яныш ауылы; III урын – Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылы. «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында: I урын – Ейәнсура районы, Кинйәбулат ауылы; II урын – Борай районы, Алтайыу ауылы; III урын – Туймазы районы, Бәйрәкәтүбә ауылы.

Радий Хәбиров заманса янғын һәм авария-ҡотҡарыу техникаһы өлгөләре күргәҙмәһе менән танышты Экспозицияға яҙғы ташҡын, урман янғындары һәм кешеләрҙе эҙләүҙә ҡулланылған авиация системалары менән пилотһыҙ осоу аппараттары ла ҡуйылғайны. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов атмосфера һауаһы һәм һыу торошо контроле буйынса мобиль химия лабораториялары эше тураһында һөйләне. Ике комплекс та тирә-яҡ мөхитте анализлау өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында ла тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Джошуа Ливо "Алтын сәкән"гә дәғүә итә "Салауат Юлаев" һөжүмсеһе Джошуа Ливо КХЛда даими беренселектең иң ҡиммәтле уйынсыһы ти
Джошуа Ливо "Алтын сәкән"гә дәғүә итә "Салауат Юлаев" һөжүмсеһе Джошуа Ливо КХЛда даими беренселектең иң ҡиммәтле уйынсыһы тип танылыуы мөмкин. Ул "Алтын сәкән" призына дәғүә итә. Дәғүәселәр исемлегендә шулай уҡ "Аҡ барыҫ"тан Артем Ғәлимов һәм "Трактор"ҙан Максим Шабанов бар. Джошуа Ливо был миҙгелдә даими беренселектә 62 осрашыуҙа 49 шайба индереп рекорд ҡуйҙы. Ул 80 мәрәй тупланы.

«Салауат Юлаев» хоккейсылары миҙалдар менән бүләкләнде Бөгөн Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының бронза призерҙары - «Салауат Юлаев» хоккейсылары миҙалдар менән бүләкләнде. Сара тантаналы шарттарҙа үтте. Башҡортотсан башлығы Радий Хәбиров лига вице-президенты Андрей Точицкий менән бергә юлаевсыларҙы юғары һөҙөмтәләре менән ҡотланы һәм бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташтарыбыҙ 6 йыл эсендә беренсе тапҡыр Гагарин кубогының ярымфиналына етте.

«Ете ҡыҙ» ойошмаһы яугирҙарға гуманитар ярҙам һәм йылы һүҙ алып килде Йырҙары доға булып яңғыраны. Махсус хәрби операция яугирҙары алдында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова сығыш яһаны. Хәрби-ялан шарттарында үткән концертта уның менән бергә Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Наил Юнысов та йырланы. Яугирҙар янына улар «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән бергә гуманитар ярҙам алып килде.

Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә. Унда Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан биш йыйылма команда ҡатнаша. Сит илдәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар ҙа бар. Күләмле спорт сараһы «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһынан башланды. Көсөргәнешле ярыш барышын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та күҙәтте. Тулыраҡ киләһе материалда.