ar
Feedback

لا تقع ضحية للمخادعين! تيليمتريو يكتشف ويُميّز هذه القنوات 👉 إذا كنت تريد رؤية العلامة، اشترك

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 970
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-77 أيام
-1930 أيام
أرشيف المشاركات
Һөт етештереү 6,5 % артҡан: Борай тәжрибәһе республика өсөн өлгө Республика ауыл хужалыҡтарында һауым күрһәткесе артҡан. Борай районынан фермер хужалығы тәүлегенә урындағы заводҡа 12 тонна самаһы һөт тапшыра. Бер һыйыр башына 23 литр тура килә. Шул уҡ ваҡытта урындағы хужалыҡ тоҡомсолоҡ эшен дә яйға һалған.

Башҡортостанда урта белем биреү учреждениеларының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары осрашыуы үтте «Патриот» хәрби- илһөйәрлек паркында уҙған сарала республика колледждарынан йыйылған йөҙгә яҡын белгес ҡатнашты . Осрашыуҙа йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү әһәмиәтең, педагогтар алдына ҡуйылған мөһим маҡсаттар тураһында һүҙ барҙы.

«Ғаилә ҡунаҡханаһы» проектына йомғаҡ яһалды Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындары өсөн ойошторолған клуб «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте» ойошмаһы менән берлектә булдырыла. Проект былтыр Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булғайны.

Байрам – окопта: сик һаҡсылары махсус хәрби операцияла Бөгөн Рәсәйҙә Ил сиге һаҡсылары көнө билдәләнә. Ҡасандыр илебеҙ сиктәрен һаҡлаған ир-аттарҙың күбеһе әле лә тыуған Ватанына хеҙмәт итеүен дауам итә, әммә хәҙер махсус хәрби операцияла.

Башҡортостанда сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнде Теүәл 107 йыл элек РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы сик буйы һағы тураһында декрет ҡабул итә. Йәшел фуражкалылар бөгөн дә сафта, хәрби хеҙмәт юлын үткән замандаштарыбыҙ баш ҡаланың Еңеү паркында йыйылып, тантаналы митингта ҡатнашты. Байрам саралары төбәктең һәр район-ҡалаһында уҙғарылды. Әйтәйек, Өфө районы Волков ауылында сик буйы һаҡсыларына һәйкәл ҡуйылһа, Бөрйән районында яңы музей асылды.

Июнь аҙағына тиклем Өфөнөң Ленин паркында ағас үҫентеләре тәртипкә килтереләсәк Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү барышы менән йәмәғәт контроле, Башҡортостан йәмәғәт палатаһының ваҡытлыса эшсе төркөмө ағзалары танышты. Ҡаланың тарихи паркында шыршы, япраҡлы ағастарҙы тәрбиәләү эштәре башланды. «Альбит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инженеры Андрей Шадров белдереүенсә, эш ай буйына дауам итә.

Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса 159 объект һайлап алынасаҡ Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса төҙөкләндерергә тәҡдим ителгән 241 объекттың 159-ы һайлап алынасаҡ. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Владимир Путин Илеш районынан милли технологик олимпиада еңеүсеһе Ләйлә Шәриповаға уңыштар теләне Владимир Путин Илеш районынан милли технологик олимпиада еңеүсеһе Ләйлә Шәриповаға уңыштар теләне. Осрашыу «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының күҙәтеү советы нигеҙендә үтте.

Ағиҙелгә 21 мең уҡбалыҡ ебәрелде Бөрө районына балыҡтар Мәскәү өлкәһенән килтерелгән. Уларҙы үрсетеү менән һыу биоресурстарын
Ағиҙелгә 21 мең уҡбалыҡ ебәрелде Бөрө районына балыҡтар Мәскәү өлкәһенән килтерелгән. Уларҙы үрсетеү менән һыу биоресурстарын тергеҙеү өлкәһендә эшләгән ойошма шөғөлләнә. Тәбиғи шарттарҙа селбәрәгә нығынып китеү ауыр, шуға яһалма шарттарҙа үрсетелеп, артабан йылғаға сығарыу - һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙы тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала. Йыл һайын Ағиҙел йылғаһына 200 меңләп йәш балыҡ ебәрелә. Балыҡ үрсетеү башҡа йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтарында ла башҡарыла.

Быйыл йәй республикала 366 пляж асыла Өфөлә 11 ҡомлоҡ эшләйәсәк. Премьер-министр Андрей Назаров һыу инеү миҙгеленә әҙерлек ба
Быйыл йәй республикала 366 пляж асыла Өфөлә 11 ҡомлоҡ эшләйәсәк. Премьер-министр Андрей Назаров һыу инеү миҙгеленә әҙерлек барышы менән танышты. –Республикала һыу ҡорбандары кәмей. Халыҡ именлеге өсөн махсус йыһазландырылған майҙан һандарын арттырыу кәрәк, сөнки фажиғәле осраҡтар күбеһенсә рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлә, тине Андрей Назаров. Башҡортостанда йыл башынан һыуҙа 20-нән ашыу кеше һәләк булды.

Өфөлә «Медиа-ынтылыш» Бөтә Рәсәй йәштәр проектының финал этабы асылды Конкурс сиктәрендә республика буйынса һайлап алынған 15 иң көслө команда араһында еңеүсе билдәләнәсәк. Балалар араһында медиа-тармаҡ белгестәрен әҙерләү өсөн ойошторолған проектта ике мең кешенән 120 кеше бәйгенең финалына сыҡты. Еңеүсе команда Башҡортостан данын августа Мәскәүҙә проекттың бөтә Рәсәй этабы финалында яҡлаясаҡ.

Баймаҡта китапханасылар һөнәри байрамын билдәләне 27 май Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләнә. Байрам уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үҙ эшенең оҫталары тәбрикләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Сығарылыш синыфы уҡыусылары математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы Бөгөн сығарылыш синыфы уҡыусылар математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Был предмет буйынса профилле кимәлде һайларға ла, база нигеҙен бирергә лә мөмкин. Балаларҙың күбеһе , йәғни 17 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһының 9 меңгә яҡыны профилле йүнәлеште һайлаған. Башҡортостанда имтихан биреү 164 мәктәптә ойошторолған.

Республикала «БашТәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы тәҡдим ителде Бөгөн «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы законды тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия ултырышы үтте. Унда төбәктең район муниципалитеттары һәм ҡала округтары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырыш «БашТәржемә» платформаһы мөмкинлектәре тураһында һөйләшеүҙән башланды.

Йәмәғәт палатаһы контролендә: ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу мәсьәләһе күтәрелде Ағас ботаҡтары һәм ҡыуаҡтар өсөн айырым контейнер ҡаралған. Баҡсасылыҡ ҡалдыҡтары дөйөм урналарҙа ҡалдырылырға тейеш түгел. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы экологик мәсьәләләргә йәмәғәт контроле һәм мониторинг буйынса эшсе төркөм ултырышын уҙғарҙы.

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды Осрашыу «Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфөләге йәмәғәт ярҙамы штабында үтте. Унда Ишембай районынын сыҡҡан, әлеге ваҡытта баш ҡалала йәшәүсе яҡташтар, урындағы совет депутаттары ҡатнашты.

Ветерандар хәстәрлек үҙәгендә: Учалынан Вадим Емельяновҡа комплекслы ярҙам күрһәтелде Ярҙам яҡында ғына. Учалынан хәрби бәрелештәр ветераны Вадим Емельянов «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт иткәндән һуң, инвалид коляскаһы менән тәьмин ителде. Элеккеһе эшлектән сыҡҡан булған, Рәсәй социаль фонды комиссияһы тарафынан реабилитация сараһын яңыртырға ҡарар ителә. Быға тиклем яҡташыбыҙ ҡул менән идара ителгән автомобиль дә алған, транспорт сараһы йәшәү сифатын күпкә яҡшыртҡан. Шулай уҡ ветерандың торлағы ла махсус йыһазландырылған. Вадим билдәләүенсә, барлыҡ борсоған һорауҙары ваҡытында, оператив рәүештә хәл ителгән.

Дәүләт Йыйылышы хәләл продукцияның хоҡуҡи механизмдарын тикшерҙе Башҡортостанда хәләл продукция етештереүҙең хоҡуҡи нигеҙҙәре һәм уларҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың граждандар институты үҫеше, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты бөгөн ошо темаға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

Башҡортостанда һуңғы биш йылда ит етештереү 40 процентҡа артҡан Һуңғы биш йылда республиканың агросәнәғәт предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында ит етештереү күләме 40 процентҡа артҡан. Һөттө 6,5 процентҡа күберәк һауа башлағанбыҙ тине Радий Хәбиров Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының коллегия ултырышында сығыш яһап. Ил баш ҡалаһында үткән кәңәшмәлә хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев, ауыл хужалығы министры Оксана Лут, федераль һәм төбәк власы вәкилдәре ҡатнашты.

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ял итеүҙең яңы форматы тәҡдим ителде Милли биҙәкле фитнес-ретрит. Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ял итеүҙең яңы форматы тәҡдим ителде. Фитнес-ретритта ҡатнашыусылар спорт менән шөғөлләнә, дөрөҫ туҡланыу серҙәрен өйрәнә һәм «Аҡбуҙат»ипподромында өйрәтелгән аттар янында фотоға төшөп зауыҡлы итеп ваҡыт үткәрә ала.