ar
Feedback

لا تقع ضحية للمخادعين! تيليمتريو يكتشف ويُميّز هذه القنوات 👉 إذا كنت تريد رؤية العلامة، اشترك 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 974
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-77 أيام
-2030 أيام
أرشيف المشاركات
Республикала 800 студент маҡсатлы килешеү буйынса уҡый: Өфө предприятиелары менән киләсәккә юл Өфө фән һәм технологиялар университетының урта һөнәри белем биреү институтына ҡабул ителгән 355 абитуриенттың 192-е маҡсатлы уҡытыуҙы һайлаған. Эре сәнәғәт менән төҙөлгән килешеүҙәр буйынса улар бер юлы биш һөнәр үҙләштерә ала, шулай уҡ юғары стипендияға дәғүә итә.

Ишембайҙа ярты быуат элек һуҙылған торбалар алмаштырыла Иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, селтәрҙәр туҙған-был йылылыҡ менән тәьмин итеү сифатына йоғонто яһай һәм юғалтыуҙарҙы арттыра. Бынан тыш, торбалар йылытыу миҙгелендә сафтан сығыуы ихтимал. Ремонт 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк.

Башҡортостанда 130 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде 130 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде. Бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ҡырағай йәнлектәргә һунар итеү өсөн йәрәбә ойошторолдо. Быйыл ул тәүге тапҡыр электрон рәүештә, махсус программа ярҙамында уҙғарылды. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа айыуҙарҙың кешеләр янына сығыу осраҡтары арта.

Башҡортостан гранатометсылары дошман оборонаһын йыра Артиллерия кесе, әммә нацизмға килтерелгән юғалтыуҙар ҙур. АГС- Автоматлаштырылған станоклы гранатомет расчеттары дошман оборонаһын йырыуҙа хәл иткес роль уйнай. Ҡорал ярҙамында шулай уҡ ҡаршы пехотаһы, бронетехника һөжүме лә кире ҡағыла. Яугирҙар штурмға барыусыларға ла ут менән ярҙам итә.

Электрон сауҙа үҫешенә республикала ҙур иғтибар бирелә Былтыр Благовещен районында Ozon логистика үҙәге файҙаланыуға тапшырылһа, әле «Вайлдберриз» халыҡ-ара компанияһы менән «Сбер» экосистемаһы төҙөгән тағы ике логистика комплексында эш бара. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙған.

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса стратсессияһында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәй Хөкүмәтенең торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса стратсессияһында ҡатнашты. Кәңәшмәне алып барыусы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдереүенсә, киләһе йылдан льгота ставкалары булған ипотека программалары икенсел торлаҡҡа ҡарата ла ҡулланыласаҡ.

Радий Хәбиров ҡулға алынған Рәиф Абдахимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулға алынған «Башспирт» акционерҙар йәмғиәте директоры Рәиф Абдахимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәиф Абдрахимов 30 августа вәкәләтен арттырыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алынғайны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәиф Рамаҙан улы банкрот хәленә еткән «Башспирт» компанияһын тәртипкә килтереүгә, уны үҫтереүгә тос өлөш индерҙе.

Башҡортостан аграрийҙарын ҡатмарлы ураҡ көтә Республика аграрийҙарын ҡатмарлы ураҡ көтә- ямғырлы көндәр фаразланыуға бәйле, көнбағыш майҙандарында урып-йыйыу ваҡыты һуҙыла. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Бынан тыш төбәк етәксеһе Донбассҡа эш сәфәренә йомғаҡ яһап был аҙнала Ураларъяғында ойошторолған ҙур саралар тураһында хәбәр итте.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, быйыл сентябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була Гидрометүҙәк мәғүүмәттәренә ярашлы, уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Шулай уҡ айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан тайпылмауы күҙаллана. Алдараҡ синоптиктар көҙҙөң тәңге өс көнө республикала эҫе тороуын хәбәр иткәйне. Бөгөн көндөҙ республикала һауға температураһының-29, иртәгә 28 градус йылыға етеүе фаразлана.

Дәүләкән районы Суйынсы ауылында йәшәүселәр ташландыҡ мәҙәниәт йортона ҡарата борсолоу белдерә Дәүләкән районы Суйынсы ауылында йәшәүселәр ташландыҡ мәҙәниәт йортона ҡарата борсолоу белдерә. Бер нисә йыл элек бина авария хәлендә булыуға бәйле, клубты ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Урындағы халыҡ беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итеп, объекттың емерелеү ихтималлығын хәбәр иткәйне. Әле мәҙәниәт учреждениеһы элекке балалар баҡсаһы бинаһында эшләй. Күптәрҙе хәүефкә һалған мәсьәлә тураһында киләһе сюжетта.

Азатлыҡ урамындағы йортта сыҡҡан янғын ваҡытында кешеләр эвакуацияланды Өс кеше янғындан ҡотҡарылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөнөң Азатлыҡ урамындағы күп фатирлы йортта ут сыҡҡан, ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр саҡыртылған. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡуйы төтөн араһынан өс кешене, шул иҫәптән ике баланы алып сыҡҡан, йортта йәшәүселәр эвакуацияланған. Асыҡ янғын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерелгән.

Шишмә районында тәүге ҡыңғырау тантаналары райондың 22 мәктәбендә үтте Шишмә районында тәүге ҡыңғырау тантаналары райондың 22 мәктәбендә лә үтте. Төбәктә быйыл 501 бала беренсе класҡа уҡырға килде. Дөйөм алғанда, район мәктәптәрендә барлығы 5700 уҡыусы иҫәпләнә.

1 сентябрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә хәрбиҙәрҙең балаларына айырым ҡотлау яңғыраны Быйыл беренсе класҡа уҡырға барған 45 мең малай-ҡыҙҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Уларҙың һәр ҡайһыһы яңы уҡыу йылы башланыуға арналған тантаналы линейкаларҙа айырым иғтибар менән уратып алынды.

Өфөлә Белем көнөндә алкоголь һатыу осрағы теркәлде Белем көнөндә Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда берәмләп сауҙа итеү магазиндарында алкоголь һатыу тыйылғайны. Сикләү балалар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн 1 сентябрҙә тыныс һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Республика законына ярашлы, был талап алкоголь, шул иҫәптән һыра һәм алкоголь миҡдары түбән булған эсемлектәргә лә ҡағыла. Ләкин ҡайһы бер һатыусылар, был тыйыуға ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлектәр һатырға тырышҡан.

Өфө еңел атлетика буйынса «Сәләмәт Ватан» ЗоБЕГпроектына ҡушылды Марафонда теләгән һәр кем ҡатнаша алды. 3 һәм 5 километр арауыҡтағы дистанцияларға еңел атлетиканы үҙ иткән 1500 кеше сыҡты. Яңы проект Рәсәйҙең 4 төбәгендә уҙып өлгөргән. Унда ҡатнашыу бушлай. ЗОБЕГҡа ҡушылырға теләүселәр теркәү үтеп старт номерҙары алырға, спорт формаһын тикшерергә һәм хәленән килгән дистанцияны һайларға тейеш булған.

Дәүләкән районы Суйынсы ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә Объект «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса сафҡа индерелә. Ауылда 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Яңы фапта пациенттар ҡабул итеү һәм процедуралар бүлмәләре, шулай уҡ дарыуҙар һаҡлау өсөн айырым урын да буласаҡ. Фап электрокардиограф, ҡандағы шәкәр кимәлен үлсәү анализаторҙары, кислород ингаляторҙары һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Әлеге ваҡытта эшселәр медицина учреждениеһының тирә-яғын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.

Республикала МХО-ға ярҙам итеү буйынса ирекмәндәр төркөмдәре һәр ауыл һәм ҡалала ойошторола Республикала махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса ирекмндәр төркөмдәреһәр ауыл һәм ҡалала ойошторола. Ошо көндәрҙә Туймазы районы Тимер ауылы ирекмәндәренең«Маскита» төркөмө ойошторолоуға бер йыл тулды.

Өфө фән һәм технологиялар университеты Белем көнөн ректор менән осрашыуҙан башланы «Асыҡ диалог» форматында үткән сараға юғары уҡыу йортона олимпиада һөҙөмтәләренә ярашлы, берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйып, йәки«Ростех ҡанаттары«маҡсатлы программаһына ярашлы уҡырға ингән студенттар саҡырылды. Яңы уҡыу йылына Өфө фән һәм технологиялар университеты 14 мең 100 студентты ҡабул иткән. Уларҙың 40-ы төрлө кимәлдәге олимпиада еңеүсеһе булһа, 11 кеше Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған.

Республикала 45 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны Бөгөн Белем көнө билдәләнә. Республикала 45 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны. Уларҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Йәмғеһе, Башҡортостан мәктәптәре 519 мең 657 малай-ҡыҙҙы ҡаршы алды. Бөгөн төбәктең барлыҡ белем усаҡтарында уҡыу йылы башланыу уңайынан дәүләт флагтары күтәрелде, тантаналы линейкалар һәм асыҡ дәрестәр үтте.

Башҡортостанда унынсы полилингваль мәктәп асылды Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала иҫәп буйынса унынсы полилингваль мәктәп асылыуы тураһында хәбәр итте. 2030 йылға тиклем тағы ла ошондай ике объект сафҡа индереү ҡаралған. Белем көнөндә, Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында удмурт телен тәрән өйрәнеүгә нигеҙләнгән белем усағында тәүге ҡыңғырау яңғыраны. Полилингваль мәктәп урындағы мәғариф учреждениеһы базаһында ойошторолдо. Объекттың капиталь ремонты Рәсәй президенты иғлан иткән федераль программа буйынса башҡарылғайны. Тәтешле районында күләмле төҙөкләндереү эштәренән һуң мәҙәниәт учреждениелары ла асылды.