cookie

نحن نستخدم ملفات تعريف الارتباط لتحسين تجربة التصفح الخاصة بك. بالنقر على "قبول الكل"، أنت توافق على استخدام ملفات تعريف الارتباط.

avatar

Башҡортостан ҡыҙы

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы

إظهار المزيد
مشاركات الإعلانات
343
المشتركون
-124 ساعات
-37 أيام
+430 أيام
توزيع وقت النشر

جاري تحميل البيانات...

Find out who reads your channel

This graph will show you who besides your subscribers reads your channel and learn about other sources of traffic.
Views Sources
تحليل النشر
المشاركاتالمشاهدات
الأسهم
ديناميات المشاهدات
01
☀️💖☀️ 1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ! Беҙҙең бәхет - ябай ғына, Әсәй булһын эргәлә. Атай йылмайып ҡараһын, Сәй эсәйек бергәләп. Өләсәйҙең, олатайҙың Арҡанан һөйөүе шәп! Инәй, апа - был туғандар Бергә йәшәмәй нишләп? Уйыныбыҙ - үҙе тормош, Гөр киләбеҙ беҙ бергә. Бер туғандар йыйылғанда Күңел бошонмай бер ҙә. Беҙҙең бәхет сере ябай - Дуҫ, татыу йәшәү рәхәт! Беҙҙең бәхетте һаҡлаған Атай- әсәйгә рәхмәт! Гөлназ Ҡотоева. 🌺Ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр һәм ҡәҙерле балалар! Байрам менән ҡотлайбыҙ! Һәр ғаиләгә уңыш һәм бәхет, иман һәм шатлыҡ ҡына юлдаш булһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын. 🌺
2405Loading...
02
Пенсияны Дәүләт хеҙмәттәре аша юллағандар Йыл башынан Башҡортостанда йәшәүсе 2380 кеше ҡартлыҡ буйынса пенсияларын автоматик рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша юллаған, тип хәбәр итә Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте. Бының өсөн өҫтәмә документтар тапшырыу кәрәкмәй, ғариза ғына яҙыу талап ителә. Шуныһы мөһим: пенсияға сығыусының шәхси лицевой иҫәбендә уның хеҙмәт эшмәкәрлегенең бөтә осорҙары ла сағылырға тейеш. Барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә ингәнме-юҡмы икәнен белеү өсөн, Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәттәрендә, йә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, йә булмаһа Күп функциялы үҙәк офистарында лицевой иҫәптән күсермә алырға мөмкин. Әгәр күсермәлә мәғлүмәттәр дөрөҫ икән, ғариза теркәлгәндән алып өс сәғәт эсендә пенсия иҫәпләнәсәк. Был турала Дәүләт хеҙмәттәр порталында шәхси кабинетҡа хәбәр киләсәк. Пенсия, кешенең теләге буйынса, йә ғаризала күрһәтелгән банк иҫәбенә, йә почта аша күсереләсәк. Фото: “Башинформ”.
691Loading...
03
💦 ⛈ Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 30 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал.
650Loading...
04
Хәҙер ГАИ ул Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы баш идараһы начальнигы Михаил Черников хәбәр итеүенсә, ул етәкләгән ведомство рәсми атамаһын алмаштыра.
640Loading...
05
Гульназ Кутуева, поэтесса. Письмо любимому на фронт. Союз журналистов Республики Башкортостан принял решение о проведении нового конкурса для представителей СМИ – ВИДЕОКОНКУРСА «Здравствуй, боец!». Суть его – моральная поддержка наших земляков, находящихся в зоне СВО.Такие письма очень востребованы ребятами, которые скучают по родному дому, по своим близким и друзьям.
580Loading...
06
💢 Матур булыу сәнғәте Гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡшырта, рухи һәм әхлаҡи сафландыра. Матурлыҡ тыуҙырыу һәм йәшлекте оҙайтыу оҫталығына эйә ул «Орхидея» массаж һәм эстетик косметология студияһы етәксеһе Гүзәлиә Фидаил ҡыҙы МӘҮЛЕТОВА. Ҡатын-ҡыҙҙарға рәхәтләнеп ял итә, үҙен алиһә итеп тойҙортҡан мөғжизәле урын ул. Иғтибарлы, ипле тәбиғәтле, йомшаҡ телле һылыуға күптәр күңел серҙәрен дә бушата. Донъяны гүзәллеккә сорнау нескәлеге – уның тәбиғәтендә. 📍 Альбина Ғөбәйҙуллина мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/a-byl-atyn-y/2024-05-29/matur-bulyu-s-n-te-3790338
690Loading...
07
«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы быйыл егерменсе тапҡыр үтә. 16 июндә Салауат районында ойошторолған сара милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арнала.
720Loading...
08
💦 Ямғыр яуһа, ергә май.
870Loading...
09
📌 Алдағы йәкшәмбелә, 1 июндә, Өфөнөң Арт-квадрат майҙансығында "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале үтә.
861Loading...
10
Өфө табиптары яңы ҡорамал ярҙамында 780 грамм ауырлыҡтағы сабыйға операция яһаны Баш ҡалабыҙҙың Республика клиник перинаталь үҙәгендә яңы ҡорамалдар ярҙамында 780 грамм ауырлыҡтағы сабыйға тәүге операция яһалды. Табиптар бәпесте ҡотҡарып ҡалды. “Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу" программаһы ярҙамында беҙгә үпкәне яһалма елләтеү өсөн өс аппарат һәм наркоз-тын алыу аппараты килде. Беҙ яңы ҡорамалдар менән тәүге операция яһаныҡ», — тип аңлатма бирҙеләр медицина үҙәгендә.
870Loading...
11
💞 Аҡ яҙмыш Муйылдар күперек аҡ күбеккә күмелгәндә, алмағастар шау сәскәгә төрөнгәндә, күктәр иһә зәп-зәңгәргә мансылғанда аҡ бәхеттең үҙе булып донъяға ауаз һала Әлфирә. «Ошо зөмрәт май мәңгегә йөрәккә уйылған, өс малайҙан һуң көтөп алынған иң ҡәҙерле бүләгебеҙ, иң ҙур һөйөнөсөбөҙ – һин ул, бер бөртөгөбөҙ», – тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп, ҡабатларға ярата әсәһе. Ысынлап та, Рәсүл менән Әнисә Йортбәковтар ҡыҙҙары Әлфирәнең тыуыуына һөйөнөп бөтә алмай. Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылының абруйлы инәйҙәре, апай-еңгәйҙәре йәш ғаи­ләнең ҡыуанысын ихлас уртаҡлаша: бәпесте тәмле аш-һыу табыны янында матур күлдәк, йүргәк, ойоҡбаш менән ҙурлап ҡаршы ала улар. 📍 Айзилә Мортаева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/-n-rene-o-ta-y/2024-05-28/a-ya-mysh-3789015
780Loading...
12
🗣 «Күҙ алдымда – томан» «Бөтә төҫтәр баҙыҡлығын юғалтты: ыуыҙ йәшел үләндең дә, хатта май ҡояшының да сағыулығын тоймайым. Донъяны томан аша күрә башланым», – ти был сиргә тарыусылар. Өфө ҡалаһы 8-се клиник дауаханаһының 1-се күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-офтальмолог Айҙар Ғаяз улы ЙӘМЛИХАНОВ менән әңгәмәбеҙ күҙ ауырыуҙары араһында иң таралған сир – катаракта тураһында. 📍 Альмира Кирәева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/sikh-t/2024-05-28/k-aldymda-toman-3789005
880Loading...
13
💥 Өфө уҡыусыһы Владимир Путиндан бүләк алды Дәүләт башлығының автографлы портреты йәш яҡташыбыҙға президенттың Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә тапшырылды.
700Loading...
14
🚴‍♀ Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» велопарады ойошторола Йәкшәмбе, 2 июндә, Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» традицион велопарады үткәрелә. Республика велосипедсыларының күләмле сараһында ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла.
750Loading...
15
💞 «Үрмә гөлдәй көнгә һонолам, Күңелемде һаҡлай шул йолам...» Гөлнара Хәлфетдинова шиғриәтендә тәрән фәлсәфә, төплө аҡыл сағыу хистәр, яҡты уйҙар менән тығыҙ үрелеп килә. Шағирәнең күңел донъяһы берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, уның баҙыҡ, һутлы, көслө образдары уйландырыу, тетрәндереү һәләтенә эйә. Ижадкәрҙең сираттағы шиғри күстәнәсе лә журнал уҡыусыларыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттәбеҙ. 📍 Шиғри шәлкем сайтта: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-05-27/rm-g-ld-y-k-ng-onolam-k-elemde-a-lay-shul-yolam-3787490
890Loading...
16
💢 «Дим буйында талдар бар...» Беҙ атай һәм әсәйгә игеҙ бәхет, игеҙ шатлыҡ булып донъяға тыуғанбыҙ. Игеҙәктәр ҡуш бәрәкәт алып килә, тип ышанғандар бит элек. Беребеҙгә – Люциә, икенсебеҙгә Лилиә тип исем ҡушҡандар. Башта бер сәңгелдәктә тирбәлгәнбеҙ. Уны ағас эштәренә ифрат оҫта булған Миңлеғәзиз ҡартатайым яһаған. «Шунан, һыймай башлағас, ике сәңгелдәккә айырып һалдыҡ», – тип һөйләй торғайны әсәйем. 📍 Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/be-e-b-ygel-r/2024-05-27/dim-buyynda-taldar-bar-3787476
840Loading...
17
🌺 Ҡурай ҡыҙы Ғүмер сылбырының туҡһанынсы тиҫбеһен ваҡлаған талантлы шағирә, тормошсан хикәйәләр, халыҡ яратып тыңлаған йырҙар авторы Дилә Булгакова һаман да сафта һәм ижад ҡаҙанының уртаһында ҡайнап йәшәй. «Ҡурай ҡыҙы» исемле ижад емеше лә – халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралына оло мәҙхиә ул. 📍Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2024-05-26/uray-y-y-3782262
870Loading...
18
Азат Бадранов «Изге подписка»ла ҡатнашты Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Китап байрамындағы «Изге подписка» хәйриә акцияһына ҡушылды. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ғаиләләренә төрлө баҫмалар яҙҙырҙы.
940Loading...
19
📝 Бөгөн - Филологтар көнө! Телһөйәр, илһөйәр, һүҙ менән эш итеүсе һөнәр эйәләрен Телселәр көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! "Филология" һүҙе грек телендә "Һүҙгә һөйөү" тигәнде аңлата. Һүҙгә булған һөйөүегеҙ һүнмәһен, һүрелмәһен, һүҙҙең бәҫен төшөрмәй, телегеҙҙән һөйөнөп кенә йәшәгеҙ! Тел асҡыстары бирһен Һеҙгә Хоҙай!
1100Loading...
20
📚 Филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙың әсәһенә "Башҡортостан ҡыҙы"на ярты йыллыҡ подписка бүләк итте. #Китапбайрам
1130Loading...
21
💞 Зәңгәр хыялдар артынан... Саҡматаштай саялыҡ һәм нескә нәзәкәтлек, зирәк аҡыл һәм тилбер егәрлелек, ҡайнар ут ялҡыны һәм тын шишмә ағышы һыйған уның булмышына. Гүйә, ошо нескә генә һылыуҡайҙа ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ асылы сағыла. Кескенәнән зәңгәр хыялдар ҡора белгән һәм уларҙың ғәмәлгә ашыуына сикһеҙ ышанған, бөгөнгөһөнә маҡсатлы аҙымдар менән ныҡлы атлаған, алдынғы ҡарашлы, күптәргә аҫыл өлгө булырлыҡ замана героиняһы ул Лилиә Байсыуаҡова. Тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән бал ҡортондай уңған, «Лилиә Байрам» туй һәм мәжлестәр үткәреү салоны хужабикәһе, эшҡыуар, риэлтор Лилиә Иршат ҡыҙының күңел нурына, йөрәк йылыһына, ихтыяр көсөнә һоҡланмау мөмкин түгел. 📍 Айзилә Мортаева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/be-e-tyshly-ta/2024-05-24/z-g-r-hyyaldar-artynan-3782190
1010Loading...
22
🔔 СЫҢЛАЙ ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ... 🔔 МӘКТӘП ВАЛЬСЫ Был донъяға нимә булған Тирә-яғы моңға сумған? Әйләнәбеҙ ҡара-ҡаршы Ә күҙҙәргә һағыш тулған. Әйләнәбеҙ парланышып Баласаҡтың һуңғы вальсын. Ошо ябай, изге моңдар Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын. Һау бул инде, туған мәктәп Күрешкәнгә тиклем, дуҫтар. Таралабыҙ төрлө яҡҡа Ҡанат ҡағып осар ҡоштай. Уҡытыусым - тоғро дуҫым Кәңәш бирә һуңғы тапҡыр: "Абынмайса атла алға, Барыр юлдар булмаҫ таҡыр". Борсолмағыҙ, тапшырырбыҙ Заман ҡуйған һынауҙарҙы. Тормошҡа беҙ ашырырбыҙ Уйҙарҙағы хыялдарҙы. Зөһрә Фәйзуллина. #Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал
1041Loading...
23
💢 Атай хаҡы Хикәйә Ғәлимйәндең автобусты туҡтатыуы булды, барса халыҡ этешә-төртөшә ишеккә тығылды. – Күҙең аларып, әҙәм башы аша ҡайҙа ынтылаһың? Алдыңда торған кешеләр әллә һиңә түмәрме? – Аяғыма баҫтың!!! Уй, Аллам, үлтерә инде! Ал аяғыңды! Ни таш һымаҡ кәүҙәң менән ҡымшанмай ҙа аяғыма баҫып тик тораһың?! Ул арала бер бала ҡысҡырып илап ебәрҙе. – Индерегеҙ бынау баланы әсәһе менән алдан... – Ҡайҙа һуҡыр һарыҡ һымаҡ алға тороп алғанһың да ни инмәйһең, ни сыҡмайһың? Дәү кәүҙәһе менән автобус ишегенә ҡыҫылып торған һаҡалтай иргә әрләү һүҙҙәре яуҙы. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, барыһы ла үҙ урынын тапты. Иң аҙаҡ автобусҡа дүрт-биш йәштәр самаһындағы малайы менән йәш ҡатын инеп баҫты. Ул, ҡайҙа ултырырға белмәй, улай-былай ҡаранды. Буш урын тапмағас, автобустан төшөргә булды. – Ҡара әле бынау туҙ битте?! Ни йөҙөң менән алғы рәттә ҡарбайып йәйелеп ултыраһың ул, ә? Тор хәҙер үк, ана, балаға урын бир. Бар, ана, төпкәрәк үт! – тип ярһыны алғы рәттә йәнәш ултырған ике оло апайҙарҙың береһе. «Туҙ бит» өндәшмәне, теләр-теләмәҫ кенә торҙо ла артҡы рәттәргә табан уҙҙы. 📍 Дауамы: https://dzen.ru/a/Zk8Qi5wqMUH0IV6O
1351Loading...
24
Әйләнәбеҙ парланышып бала саҡтың һуңғы вальсын24 майҙа Өфөнөң ун беренсе класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Ошо уңайҙан мәктәптәрҙә тантаналы саралар үткәрелә. Был көндө «Торатау» конгресс-холы майҙансығында мәктәп тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн байрам ойошторола. Ул «Мәктәп йылдары» вальсын башҡарыуҙан башлана. Артабан сығарылыш класы уҡыусылары Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған «Өфө йүкәләре» гранд-вальсын өйөрөлә. Концерт программаһында шулай уҡ уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары хоры, флешмоб бар. Сара фейерверк-серпантин менән тамамлана.
1120Loading...
25
💗 Күңелдәр йылы көҫәй Дубайға нигеҙ һалыусы Шәйех Рәшиттән үҙ иленең киләсәге тураһында һорағандар. Ул бик кинәйәле яуап биргән: «Олатайым дөйәлә йөрөгән, атайым да дөйәлә йөрөнө, мин – «Мерседес»та, минең улым «Ленд Ровер»ҙа йөрөйбөҙ, ейәнем дә «Ленд Ровер»ҙа йөрөйәсәк, ә бына бүләрем кире дөйәгә атланасаҡ...» – тигән. 📍 Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/bash-m-kh-rrir-e/2024-05-23/k-eld-r-yyly-k-y-3779614
990Loading...
26
📢 Иртәгә Өфөнөң Совет майҙанында II Халыҡ-ара “Китап байрамы” йәрминкәһе асыла. ❗ Өс көн дауамында барған киң сарала ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ҙа ойошторола. 💥 Гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында көн һайын приздар отошо үткәрелә. Һәр көн уйнатыуға 1 пауэр-банк һәм 5 сымһыҙ ҡолаҡсын (беспроводой наушник) ҡуйыла. ❗Приздар көн дә 17.00 сәғәттә уйнатыла. Шулай уҡ һәр кем, "Добрая подписка" акцияһында ҡатнашып, ваҡытлы матбуғат баҫмаларын МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләләренә, мохтаждарға бүләк итә ала. 📌 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан ҡыҙы” журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы - 758 һум 70 тин.
981Loading...
27
🏵 Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Сәғиҙулла БАЙЙЕГЕТтән «Яҙ кәйефе» кексы рецебы 🥧 160 грамм аҡ май, 🍚 250 грамм шәкәр, 🥚 4 йомортҡа, 🥛 150 миллилитр һөт, 🥡 300 грамм он, 🥧 10 – 15 грамм ҡамыр күперткес кәрәк. 📍 Артабан сайтта: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2024-05-03/i-tatly-y-yyly-m-n-s-b-t-3752603
991Loading...
28
🔇 Өндәшмәү нәҙере йәки ҡатын-ҡыҙға нисек көс тупларға 🔕 Арыным тигәндә, иң тәүҙә һин нисек ял итәһең, тип һорағы килә. Аҙна аҙағына гүзәл затты әллә күпме өй мә­шәҡәттәре көтөп тороуы бер кемгә лә сер түгел. Икенсенән, ял тигәндә, хәҙер кешеләр әүҙем ялды ғына күҙ уңында тота. Конькиҙа шыуҙыҡ, пейнтбол йә боулингҡа барҙыҡ, мунсала сабындыҡ, дуҫтар менән осраштыҡ, тиҙәр. Ә бит нескә энергиялар тура­һындағы фән әүҙем ялдың ир-егеттәр өсөн генә йән тыныслығы килтереүен иҫкәртә. Ҡа­тын-ҡыҙ өсөн дә ул фай­ҙалы, әммә күңел тыныслығы бирә алмай. Көслө зат ҡөҙрәтте хәрәкәт энергияһынан ала, ә ҡатын-ҡыҙ – тынлыҡ­тан. Бер нәмә лә эшләмәй генә, матур­лыҡҡа һоҡланыуҙан, үҙе менән генә ҡалыуҙан, тыныс ҡына ҡул эштәре ме­нән булыу­ҙан... Шулайтып, ҡасан һуңғы тапҡыр ял итеп алдығыҙ? Хәтерләмәй­һегеҙме? Борон Тәңрегә табыныусылар бағымсыға хәлһеҙлеккә, күңел төшөнкө­лөгөнә зарланып килгән осраҡта, дауалаусы уларға дүрт кенә һорау биргән: – Ҡасан тынлыҡтан ҡаса башланығыҙ? – Ҡасан бейеүҙән туҡтанығыҙ? – Ҡасан йырлауҙан һәм музыка тыңлауҙан төңөлдөгөҙ? – Ҡасан матур тарихтар, күңелле хәбәрҙәр һәм риүәйәттәр ҡыҙыҡһындырмай башланы? 📍Тулыраҡ: https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-06-26/nd-shm-n-ere-y-ki-atyn-y-a-nisek-k-s-tuplar-a-2394205
1002Loading...
29
🏅 Күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға – «Әсәлек даны» миҙалы Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Республика Башлығының тейешле указына 15 майҙа ҡул ҡуйылған һәм бөгөн ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан. Бүләкләнеүселәр араһында – Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Шаран райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре бар.
950Loading...
30
"Сәләмәтлек поездары"н күрмәй ҡалмағыҙ Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуына тура бәйләнеш ваҡытында май аҙағына титклем республиканың алыҫ ауылдарында «сәләмәтлек поездары»ның нисек эшләүе хаҡында һөйләнеләр. Медицина хеҙмәткәрҙәренең күсмә бригадалары был көндәрҙә Учалы, Дыуан, Ҡалтасы, Тәтешле, Бүздәк, Әлшәй, Ишембай, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ауылдарынан пациенттарҙы тикшерә. Эш графигы «Аңлатабыҙ. Башҡортостан» порталында баҫылған. Халыҡты йәнле сират буйынса ҡабул итәләр, алдан яҙылырға кәрәкмәй, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға кәрәк.
1020Loading...
31
Ғалим Өфөлә ултыртылған ағастарҙы баһаланы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биология институты урмансылыҡ лабораторияһы мөдире, биология фәндәре докторы Алексей Кулагин Өфө урамдарын биҙәгән яңы ағас үҫентеләрен баһаланы. "Һыуыҡ һәм ямғырлы һауа торошо ағастар үҫешенә ыңғай йоғонто яһаны. Етерлек күләмдә дымлылыҡ һаҡланды. Артабан һыу һибеү һәм тейешле минераль туҡландырыу һөҙөмтәһендә яңы ағастар ҡала халҡын күп йылдар ҡыуандырасаҡ әле», — ти ғалим. Уның фекеренсә, бөгөн баш ҡаланың «йәшел» фондын яңыртырға кәрәк, сөнки урамдарҙағы ағастарҙың күбеһе 50 йәшкә яҡынлашҡан, йәшелләндереүҙә ағас төрҙәренең һәм декоратив үҫентеләрҙең төрлөһөн ҡулланыу мөһим. "Тик ваҡ япраҡлы йүкә генә түгел, тирәк тә кәрәк. Был тиҙ үҫкән ағас ҡыҫҡа ваҡытта яңы ихата биләмәләрен дә тәртипкә килтерергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең осло япраҡлы сағанды, ыҫлы сорттарҙы, Сукачев ҡарағасын, ябай ҡарағайҙы, шыршыны ултыртырға мөмкин. Ә бына имәндән тыйылыр инем: ул оҙаҡ үҫә һәм һыуыҡ ҡыштарға сыҙамай”, – ти ул.
920Loading...
32
Ышыҡта – ынйы ысыҡ Йәшелсә-емеште, сәскәләрҙе ғәҙәттә яҡты, ҡояшлы урынға сәсергә тәҡдим ителә. Тик баҡсала, бигерәк тә ҡала янындағы алты сутый ерҙә көнө буйы ҡояш төшкән урынды ҡайҙан табаһың? Өй, мунса йә һарай артында, кәртә буйында, ағас күләгәһендә ниндәй культуралар үҙен яҡшы тоя һуң? Күп йыллыҡ һуғандарҙың ҡыяҡтары күләгәле урында һутлыраҡ тәм ала. Шулай уҡ ышыҡта ирәүәндең (ревень) дә һабаҡтары йомшағыраҡ, тәмлерәк була. Шәфәри (петрушка), әнис (укроп), руккола, бөтнөк (мята) туҡтауһыҙ ҡояш төшкәнен өнәмәй. Ҡыуаҡтарҙан барбарис, бүре емеше (бирючина), вейгела, тис күләгәне ярата. Зелпе (бересклет) ҡояштан ышыҡта үҙен яҡшыраҡ тоя. Айыу баланына (жимолость) ла шундай шарттар кәрәк. Күләгәләге сәскә түтәлдәрен яҙын мускари, зәңгәр умырзая (пролеска), зәғферән (крокус), нәркәс, ләлә, сөмбөл (гиацинт) кеүек һуғанбашлы үҫемлектәр биҙәр. Хостаны «күләгә батшабикәһе» тип тә атайҙар.
1091Loading...
33
#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһындағы бөгөнгө хәбәр – Баҡалы районынан. ✅ Баҡалы ауылының 2-се урта мәктәбенә 2022 йылда үткәрелгән капиталь ремонт бинаның бар өлөштәрен дә – ҡыйығын, алғы яғын, йылытыу системаһын, электр сымын, иҙән, түшәм, эске яҡтан биҙәүҙе – үҙ эсенә алған. Был эштәрҙе белем биреү учреждениеһының төп бинаһында ғына түгел, башланғыс мәктәптә, филиалда һәм гаражда ла башҡарғандар. 🔐 Капиталь ремонт барышында мәктәп биләмәһе лә төҙөкләндерелгән: канализация һәм һыу менән тәьмин итеүҙең тышҡы системаларын, йылытыу селтәрҙәрен алмаштырғандар, балалар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ял урыны эшләгәндәр, бордюрҙар ҡуйғандар, ашхана бинаһының ҡыйығын яңыртҡандар, тышҡы яҡтыртыуҙы монтажлағандар, тротуарҙарға асфальт түшәгәндәр. 📌 Белем усағы «Башҡортостандың мәктәп системаһын модернизациялау» өҫтөнлөклө төбәк проекты сиктәрендә ремонтланған. Был проект буйынса 2022 – 2023 йылдарҙа дөйөм алғанда 7,8 млрд һумға 140 бинаны тәртипкә килтергәндәр. Ә 2024 йылда 31 мәктәпте ремонтлау планлаштырыла.
1230Loading...
34
Бәпембә Бәпембәнең сәскәһе лә файҙалы. Һигеҙ ус сәскәһен йыйып 1,5 л ҡайнар һыуға һалығыҙ. Тәмлерәк булһын өсөн ҡара ҡарағат, сейә япраҡтары өҫтәгеҙ. Эсемлек 12-18 сәғәт ҡапҡас аҫтында ултырырға тейеш. Аҙаҡ ваҡ һөҙгөс аша һыуын түгегеҙ, 0,5-0,75 кг шәкәр өҫтәгеҙ һәм яй ғына утҡа ҡуйығыҙ. Дауамы сайтыбыҙҙа: https://bashkizi.ru/articles/sikh-t/2022-04-05/b-pemb-2757009
991Loading...
35
🎺 ПИОНЕРИЯ КӨНӨ МЕНӘН!!!
1160Loading...
36
#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында – Илеш районы Үрге Йәркәй ауылындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе. Мәктәп ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтә. Спорт мәктәбенең 1973 йылда төҙөлгән бинаһына, 28 йылдан һуң, тәүгә капиталь ремонт башҡарылған. Мәктәптә 400-гә яҡын бала волейбол, футбол, гимнастика, шашка, шахмат, тхэквондо, милли көрәш менән шөғөлләнә. 2022 йылдың сентябрендә башланған ремонт эштәре дүрт ай дауам итә. Төҙөүселәрҙең ялһыҙ эшләүе һөҙөмтәһендә ошо ваҡыт эсендә бар коммуникациялар ҙа алмаштырылған, бина эстән һыу үткәрмәҫлек итеп нығытылған. Һөҙөмтәлә гимнастика, көрәштең төрлө төрҙәре өсөн яңы залдар, шулай уҡ тренажер, универсаль, шахмат залдары һәм бар уңайлыҡтары булған кейем алмаштырыу бүлмәләре барлыҡҡа килгән. Спорт мәктәбен яңы мебель, заманса тренажерҙар һәм инвентарь менән йыһазландырғандар. 📌 Һуңғы биш йылда республикала 140 мәктәп бинаһы, колледждарҙың 22 уҡыу корпусы һәм дөйөм ятаҡтары тәртипкә килтерелгән, шулай уҡ биш өҫтәмә белем биреү учреждениеһы төҙөкләндерелгән.
1400Loading...
Photo unavailableShow in Telegram
☀️💖☀️ 1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ! Беҙҙең бәхет - ябай ғына, Әсәй булһын эргәлә. Атай йылмайып ҡараһын, Сәй эсәйек бергәләп. Өләсәйҙең, олатайҙың Арҡанан һөйөүе шәп! Инәй, апа - был туғандар Бергә йәшәмәй нишләп? Уйыныбыҙ - үҙе тормош, Гөр киләбеҙ беҙ бергә. Бер туғандар йыйылғанда Күңел бошонмай бер ҙә. Беҙҙең бәхет сере ябай - Дуҫ, татыу йәшәү рәхәт! Беҙҙең бәхетте һаҡлаған Атай- әсәйгә рәхмәт! Гөлназ Ҡотоева. 🌺Ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр һәм ҡәҙерле балалар! Байрам менән ҡотлайбыҙ! Һәр ғаиләгә уңыш һәм бәхет, иман һәм шатлыҡ ҡына юлдаш булһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын. 🌺
إظهار الكل...
🕊 5 2
Photo unavailableShow in Telegram
Пенсияны Дәүләт хеҙмәттәре аша юллағандар Йыл башынан Башҡортостанда йәшәүсе 2380 кеше ҡартлыҡ буйынса пенсияларын автоматик рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша юллаған, тип хәбәр итә Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте. Бының өсөн өҫтәмә документтар тапшырыу кәрәкмәй, ғариза ғына яҙыу талап ителә. Шуныһы мөһим: пенсияға сығыусының шәхси лицевой иҫәбендә уның хеҙмәт эшмәкәрлегенең бөтә осорҙары ла сағылырға тейеш. Барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә ингәнме-юҡмы икәнен белеү өсөн, Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәттәрендә, йә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, йә булмаһа Күп функциялы үҙәк офистарында лицевой иҫәптән күсермә алырға мөмкин. Әгәр күсермәлә мәғлүмәттәр дөрөҫ икән, ғариза теркәлгәндән алып өс сәғәт эсендә пенсия иҫәпләнәсәк. Был турала Дәүләт хеҙмәттәр порталында шәхси кабинетҡа хәбәр киләсәк. Пенсия, кешенең теләге буйынса, йә ғаризала күрһәтелгән банк иҫәбенә, йә почта аша күсереләсәк. Фото: “Башинформ”.
إظهار الكل...
👍 3
Photo unavailableShow in Telegram
💦 ⛈ Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 30 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал.
إظهار الكل...
👍 4😢 1
Photo unavailableShow in Telegram
Хәҙер ГАИ ул Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы баш идараһы начальнигы Михаил Черников хәбәр итеүенсә, ул етәкләгән ведомство рәсми атамаһын алмаштыра.
إظهار الكل...
👍 3
02:07
Video unavailableShow in Telegram
Гульназ Кутуева, поэтесса. Письмо любимому на фронт. Союз журналистов Республики Башкортостан принял решение о проведении нового конкурса для представителей СМИ – ВИДЕОКОНКУРСА «Здравствуй, боец!». Суть его – моральная поддержка наших земляков, находящихся в зоне СВО.Такие письма очень востребованы ребятами, которые скучают по родному дому, по своим близким и друзьям.
إظهار الكل...
👍 3 1🕊 1
Photo unavailableShow in Telegram
💢 Матур булыу сәнғәте Гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡшырта, рухи һәм әхлаҡи сафландыра. Матурлыҡ тыуҙырыу һәм йәшлекте оҙайтыу оҫталығына эйә ул «Орхидея» массаж һәм эстетик косметология студияһы етәксеһе Гүзәлиә Фидаил ҡыҙы МӘҮЛЕТОВА. Ҡатын-ҡыҙҙарға рәхәтләнеп ял итә, үҙен алиһә итеп тойҙортҡан мөғжизәле урын ул. Иғтибарлы, ипле тәбиғәтле, йомшаҡ телле һылыуға күптәр күңел серҙәрен дә бушата. Донъяны гүзәллеккә сорнау нескәлеге – уның тәбиғәтендә. 📍 Альбина Ғөбәйҙуллина мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/a-byl-atyn-y/2024-05-29/matur-bulyu-s-n-te-3790338
إظهار الكل...
👍 3
Photo unavailableShow in Telegram
«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы быйыл егерменсе тапҡыр үтә. 16 июндә Салауат районында ойошторолған сара милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арнала.
إظهار الكل...
👍 3 1
Photo unavailableShow in Telegram
💦 Ямғыр яуһа, ергә май.
إظهار الكل...
👍 4🕊 1
Photo unavailableShow in Telegram
📌 Алдағы йәкшәмбелә, 1 июндә, Өфөнөң Арт-квадрат майҙансығында "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале үтә.
إظهار الكل...
👍 3🕊 1
Photo unavailableShow in Telegram
Өфө табиптары яңы ҡорамал ярҙамында 780 грамм ауырлыҡтағы сабыйға операция яһаны Баш ҡалабыҙҙың Республика клиник перинаталь үҙәгендә яңы ҡорамалдар ярҙамында 780 грамм ауырлыҡтағы сабыйға тәүге операция яһалды. Табиптар бәпесте ҡотҡарып ҡалды. “Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу" программаһы ярҙамында беҙгә үпкәне яһалма елләтеү өсөн өс аппарат һәм наркоз-тын алыу аппараты килде. Беҙ яңы ҡорамалдар менән тәүге операция яһаныҡ», — тип аңлатма бирҙеләр медицина үҙәгендә.
إظهار الكل...
🔥 5 1