ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
612
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-77 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
📌 Баш ҡалала яңы мурал - бинаға төшөрөлгән һүрәт эшләп яталар, ти. Был турала ufa_tyt ТГ-каналында хәбәр иткәндәр. 📍 Уны Ок
📌 Баш ҡалала яңы мурал - бинаға төшөрөлгән һүрәт эшләп яталар, ти. Был турала ufa_tyt ТГ-каналында хәбәр иткәндәр. 📍 Уны Октябрь проспекты, 16/2 адресы буйынса урынлашҡан бинаға төшөрәләр. Сәй яһап торған башҡорт ҡыҙы һынландырылыуы асыҡ күренә 🔥
Беҙ ҙә төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, тип теләйбеҙ! 🥰
Фото: ufa_tyt

📌 Видео менән эшләүселәр өсөн һөйөнөслө хәбәр: Мовавика ватан видеоредакторы хәҙер башҡорт телен дә белә! Рәсәйҙең "Мовавика
📌 Видео менән эшләүселәр өсөн һөйөнөслө хәбәр: Мовавика ватан видеоредакторы хәҙер башҡорт телен дә белә! Рәсәйҙең "Мовавика Видео" видеоредакторы автомат рәүештә субтитрҙар яһау функцияһын яһалма интеллект ярҙамында янырткан. Шуға хәҙер программа башҡорт, татар, урыҫ, белорус һәм тағы ла 80-дән ашыу телде аңлай. Уның ярҙамында видеолағы тауышты текстҡа әйләндереп, автомат рәүештә субтитрҙар эшләргә мөмкин.
Был эште күпкә еңеләйтә.
Хәҙер башҡортса видеолағы һәр һүҙҙе тыңлап, текст йыйып ултырырға кәрәкмәй. Әҙер субтитрҙы кәрәк саҡта төҙәтергә була.

📌 Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһы 1909 йылда төҙөлгән, Поликарповтар йорто булған. 1982 йылдан унда ижади ойошма урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тарихи бинаның реконструкцияһы быйыл тамамланды. ❓Бөгөн унда ниҙәр бар - БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән бергә Вәлитов-TV экскурсия яһаған. https://vkvideo.ru/video-229671171_456239028?list=8311dfbcc43e389962

Сөмбөлә байрамы менән! ☀️ 🌾Бөгөн Сөмбөлә - көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе һәм уңыш байрамы билдәләнә. Был байрам 22-25 с
Сөмбөлә байрамы менән! ☀️ 🌾Бөгөн Сөмбөлә - көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе һәм уңыш байрамы билдәләнә. Был байрам 22-25 сентябрь көндәренә тура килә. 🌾"Сөнбөлә" тигән һүҙ ғәрәп теленән "башаҡ" тип тәржемә ителә, "сөмбөлә" тип уҡыла икән. ✅ Хәҙерге ваҡытта башҡорттарҙа һәм күп халыҡтарҙа көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе фольклор байрамы булараҡ ҡына ҡалған. Ә бына Японияла Хиган тип атала һәм милли байрам булып тора.

❓Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров кемдең һәйкәле янында, кем белә?

Кескәй бейеүселәр🔥

- Бәхетлеһеңме? - тиҙәр, - Утым да бар, ҡуҙым да. Донъяларым гөрләп тора, Улым да бар, ҡыҙым да... - Бәхетлеһеңме? - тиҙәр, -
- Бәхетлеһеңме? - тиҙәр, - Утым да бар, ҡуҙым да. Донъяларым гөрләп тора, Улым да бар, ҡыҙым да... - Бәхетлеһеңме? - тиҙәр, - Көсөм дә бар, кәрем дә бар... Ҡуша ғына олоғаябыҙ, Йәнем тартҡан йәрем бар. Яҡты ҡояш нурҙарында Йылт-йылт килә еләндәр. Яҡты киләсәккә ҡарай Йылғыр елә ейәндәр... Тимер ЙОСОПОВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Алтын көҙ🍂🍁☀ 📍Ирәкташ, Белорет районы
+5
Алтын көҙ🍂🍁☀ 📍Ирәкташ, Белорет районы

Гармунсыға һүҙ әйтмәгеҙ, ҡушылып йырлағыҙ!💖 Видео: Кәрим Моратов.

📌Башҡортостанда торна иң күбе ҡайҙа икәнен беләһегеҙме? Көҙ һайын республикала торналарҙың һанын иҫәпләйҙәр. Быйыл да был эш
📌Башҡортостанда торна иң күбе ҡайҙа икәнен беләһегеҙме? Көҙ һайын республикала торналарҙың һанын иҫәпләйҙәр. Быйыл да был эш башланған. ⚡Әлегә иң күп торна Ҡыйғы районында теркәлгән - Яңы Мөхәмәт ауылына яҡын урында 90 баш торна һанағандар. Шулай уҡ Йүкәлекүл буйындаһәм Иҫке Мөхәмәт ауылы эргәһендә 3-әр, Ҡәҙер ауылында 4, Лағырҙа 6 торнаны тап иткәндәр.

"Һүрәттәр йәнләнһә?"
- ти был роликтың авторы Хәйҙәр Сөләймән. Ул Башҡортостан рәссамдарына хөрмәт итеүе, картиналарын ҡыҙыҡ өсөн йәнләндереп ҡарауы тураһында яҙған. Оҡшаймы?

Йәштәр Видео: Илһам Иҙрисов.

Хәйерле көн ⛅ 📍 Белорет районы, Кирәл тауы итәге Фото: Анатолий Ермоленко.
+4
Хәйерле көн ⛅ 📍 Белорет районы, Кирәл тауы итәге Фото: Анатолий Ермоленко.

"Ниһайәт, ялдар!"
- тигән бул. 😉

📌 "Янғантау" геопаркы Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенән алып ҡайтылған тупраҡ менән капсула күмеү сараһына саҡыра 26 сентябрҙ
📌 "Янғантау" геопаркы Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенән алып ҡайтылған тупраҡ менән капсула күмеү сараһына саҡыра 26 сентябрҙә Башҡортостанда башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың хәтер көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан уның тыуған ауылы Тәкәйҙә тантаналы сара уҙғарыла - батырҙың тоҡомдары тарафынан Балтика диңгеҙе буйынан алып ҡайтылған тупраҡ һалынған капсуланы ҡәбер ташы аҫтына күмәсәктәр.
Был Салауат һәм уның атаһы Юлайҙың хәтерен мәңгеләштереү, тыуған яҡтарына "ҡайтарыу" өсөн эшләнә.
📍 Сара 26 сентябрҙә сәғәт иртәнге 11-ҙә башлана.

📌 Иртәгә! Һеҙ әҙерме? 20 сентябрҙә Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Тимур Ямалов концерт ҡуя.
Кем бара?

📌 Урал батырға һәйкәл асылды! Бөгөн Учалы ҡалаһында башҡорт халыҡ эпосы геройы Урал батырға арналған һәйкәл тантаналы рәүешт
+8
📌 Урал батырға һәйкәл асылды! Бөгөн Учалы ҡалаһында башҡорт халыҡ эпосы геройы Урал батырға арналған һәйкәл тантаналы рәүештә асылды. Уның авторы - Фәнил Фәтҡулла улы Мөслимов.

“Беҙ янығыҙҙа. Беҙ бергә. Беҙ рәхмәтлебеҙ”, - тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Би
+1
“Беҙ янығыҙҙа. Беҙ бергә. Беҙ рәхмәтлебеҙ”,
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин. “САВАБ” мәрхәмәтлек фонды менән берлектә ойошма Махсус хәрби операцияла яугирҙарыбыҙ ғүмерен ҡотҡарыусыларға ярҙам күрһәткән – ялан госпитале табиптарына кәрәкле техника бүләк иткән. Күп функциялы ҡорамал, монитор һәм кәрәкле техниканан торған комплектты МХО-ла һеҙмәт иткән медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡатыны Рүнизә ханым мөрәжәғәтенән һуң йыйғандар.
“Был ябай техника ғына түгел, был беҙҙең иғтибар, хәстәрлек, рәхмәтебеҙ. Ихлас ышанам: һаҡлаусы, ҡотҡарыусы һәм хеҙмәт итеүселәр тураһында хәстәрлек күреү – ул имандың сағылышы”,
- ти Айнур хәҙрәт һәм иң изге теләктәрен еткергән.

📌Бөгөн иртән Өфөнөң Шәфиев урамындағы 218-се балалар баҡсаһына мышы ҡунаҡҡа килгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, октябрь аҙағына тиклем мышыларҙың кеше йәшәгән ергә, трассаға йышыраҡ сығыуы күҙәтелеүе ихтимал. Был уларҙың ҡарығыу осоро менән бәйле, тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы. ❗Мышыға яҡын бармағыҙ һәм ҡыуырға тырышмағыҙ. Ашығыс телефон номерына шылтыратып, белгестәрҙе саҡырығыҙ.

Изге йома мөбәрәк булһын! Еңел эш һәм уҡыу көнө теләйбеҙ🥰