617
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-37 أيام
-530 أيام
أرشيف المشاركات
📌 БР Хәрби дан музейында "Рәсәй. Донбасс. МХО" күргәҙмәһе эшләй. Унда 280-дән ашыу ҡомартҡы ҡуйылған.
Әйткәндәй, 23 февралдә Хәрби дан музейында асыҡ ишектәр көнө - бөтәһенә лә инеү бушлай. 🔥
📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7-се йорт (Еңеү паркы).
+2
📌 Сибай ҡалаһы "Ташты художестволы эшкәртеү һөнәрҙәре һәм башҡорт милли ювелир изделиеларының бөтә донъя үҙәге" тигән статус алған.
Был исемде ҡалаға AISBL Бөтә донъя һөнәрселек үҙәгенең башҡарма комитеты ағзалары биргән.
🔥 Сибай - Башҡортостандың донъя кимәлендә бындай юғары баһа алған икенсе ҡалаһы. Былтыр Өфө Ағас һәм ташты художестволы эшкәртеү һәм һырлау буйынса бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы булғайны.
"Был һөҙөмтәгә маҡсатлы ирештек. Былтыр көҙ үк "Урал аръяғы - 2025" форумында президенттары Саад Әл-Каддуми етәкселегендәге Бөтә донъя һөнәрселек советы делегацияһын ҡабул иттек. Бергә һатыу итеү майҙансыҡтарын ҡараныҡ, "Артель" уҡытыу-етештереү предприятиеһында ташҡа биҙәктәр төшөрөүсе оҫталар Урал минералдарын ысын сәнғәт әҫәрҙәренә әйләндереүен күрҙек. Нәҡ шул саҡта сит ил эксперттары башҡорттарҙың таш эшкәртеү мәктәбе һәм милли биҙәүестәребеҙ үҙенсәлекле булыуын үҙ күҙҙәре менән күреп инанды",- тип хәбәр итә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Шулай уҡ министр рәсми аккредитация хаты тиҙҙән тапшырыласаҡ, тип белдергән һәм Урал аръяғы оҫталарын донъя кимәлендә танылыуҙары менән тәбрикләгән. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең оҫталар менән ғорурланабыҙ! ❤️ ✅ Әйткәндәй, быға тиклем ошонда Сибайҙан билдәле таш эшкәртеү оҫтаһы тураһында яҙғайныҡ.
ҠАРАҒАЙ
Аҡ ҡайынға арнап күпме шағир
Йыр сығарған ысын йөрәктән.
Һәр миҙгелдә рәссам был гүзәлде
Ысынъяһау иткән һүрәттә.
Ҡарағайға йырҙар яҙылмаған,
Ғашиҡтар ҙа уны үҙ итмәй.
Ҡарағайҙар ергә бөгөлмәйҙәр -
Улар гөрҫләп ауа, көн(ө) бөтһә.
Төпкөлдәрҙең шауҡымымы тейгән -
Булдым инде ҡырыҫ-ҡырағай.
Был урмандың мин ҡайыны түгел, -
Бары мәңге йәшел ҡарағай...
Айһылыу ҒӘРИФУЛЛИНА.
📍 Ғафури районы.
📌 Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә бөгөн - 21 февраль.
Ошо уңайҙан тағы бер ҡат туған телебеҙҙә һөйләшеү, уҡыу, яҙыу, фекер йөрөтөүҙең мөһимлеген билдәләп киткебеҙ килә.Туған телгә һөйөүҙең төп күрһәткестәрелер был💯 Әллә күпме башҡортса йыр тыңлай, видео ҡарай, төркөмдәрҙә матур комментарийҙар яҙа, "лайыҡ" ҡуя алаһығыҙ, әммә ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә "внугым", "внучкам" тип өндәшәһегеҙ икән, туған телебеҙҙе бик яратып еткермәйһегеҙҙер, тигән шик тыуа. Туған телебеҙ заман менән бергә атлаһын, тағы тиҫтә быуаттар йәшәһен, тиһәк, бөгөндән балаларыбыҙ менән башҡортса һөйләшәйек, интернет киңлектәрендә башҡортса мәғлүмәтте арттырайыҡ, яһалма зиһенгә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен "өйрәтәйек". 💯 Хатта телефонығыҙға башҡорт шрифтын ҡуйып алыу ҙа - телебеҙҙе йәшәтеүгә бер аҙым ул, белегеҙ.
+6
📌 "Айыҡ ауыл" проекты сиктәрендә Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында бәйге үткән.
Сарала башҡорт тоҡомло һәм ҡатнаш тоҡомло төрлө аттар ҡатнашҡан. Бик сағыу, сәмле ярыш булған.
❄️ Әбйәлил районында ҡар яуа, тип хәбәр итә видео авторы Айтуған Фәттәхов.
❓ Ә һеҙҙә?
📌 "Башҡорт теленең терминологияһы буйынса белемегеҙҙе тишереп ҡарағыҙ әле! Яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәргә сертификат ҡаралған. Уңыштар һеҙгә!"- тип яҙған Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина. 🔥 Улар 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап "Башҡорт теленән терминологик диктант" ойоштора. Ҡатнашығыҙ!
Сәйеңде бесәйең (тейенең) эсһен 🤭
Тәмләп сәйҙәр эсеп алдығыҙмы, әллә ураҙамы?Фото: Андрей Морозов.
Хәйерле иртә! ☀️
Һауа торошо боҙолоп тороуын тағы бер ҡат хәтерегеҙгә төшөрөп, алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ һәм иғтибарлы булығыҙ, тип киҫәтеп, яҡшы ял көндәре теләп ҡалабыҙ, төркөмдәштәр!
📍 Ғафури районы, Уҡлы ҡая. Ташаҫты ауылы.
Фото: Ксения Зайцева.
📌Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Өфөлә хәрбиҙәрҙе, Ҡораллы көстәр ветерандарын, көс структуралары вәкилдәрен, хәрби табиптарҙы тәбрикләнеләр.
"Беҙҙең заманда традицион ир-егеттәр байрамы айырым юғары мәғәнәгә эйә. Ул Ватанды һаҡлаусыларҙы берләштереү символы. Алғы һыҙыҡта ауыр алыштарҙа ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ күрһәтеүселәрҙе, яугирҙарыбыҙға тылдан ярҙам итеүселәрҙе берләштерә. Бөгөн яҡташтарыбыҙ Башҡортостан - геройҙар Ватаны булыуын тағы бер ҡат дәлилләй. Осорҙар һәм быуындар эстафетаһы бөгөн дауам итә. Бөтә республика - предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, табиптар, уҡытыусылар, аграрийҙар, хаҡлы ялдағылар, мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр - һәр кем фронтҡа ярҙамда үҙ өлөшөн индерә. МХО мәсьәләләрен хәл итеү өсөн барыһы ла эшләнә - Барыһы ла еңеү өсөн. Һәр кем алдында ихтирам менән баш эйәм. Һаулыҡ, тыныслыҡ һәм тиҙерәк Еңеү теләйем! Етеп килгән байрам менән!"- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. ⭐ Тантана барышында республика етәксеһе дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулар араһында бер бик әһәмиәтлеһе бар ине - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирының табылдыҡ миҙалы. ⭐ Беларусь Республикаһының Витебск ҡалаһы эргәһендә Ишембай районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Басир Рәхимовтың "Батырлыҡ өсөн" миҙалы табылған. Яугир 1944 йылда батырҙарса һәләк булған. Радий Хәбиров награданы яугирҙың ейәнсәре Рима һәм ейәне Наил Рәхимовтарға тапшырҙы. Рәхимовтар нәҫеле әле лә Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямай - уларҙың ағаһы Камил Рәхимов былтыр махсус хәрби операцияла һәләк булған. Һәр быуын геройҙарына мәңгелек дан! 🔥 Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
❓ Бына ошондай матурлыҡты Башҡортостанда эшләүҙәрен белә инегеҙме?
Таштан картиналар яһаусы оҫталар үҙебеҙҙең Сибай ҡалаһынан.Руслан Мостафин һәм уның хеҙмәттәштәре заказға иҫ киткес матур әйберҙәр эшләй - ҡумталар, картиналар, өҫтәлдәр. Ҡулланылған таштары ла - йәшмә, үҙебеҙҙең ерҙәрҙә табылған.
🔹 Руслан Мостафин Ырымбурҙағы Йәшмә бүлмәһен эшләүселәрҙең береһе.Әле оҫта заказға рус халыҡ әкиәттәренән күренештәрҙе һынландырған картиналар менән шөғөлләнә. Был һүрәтте эшләү өсөн меңәрләгән таш киҫәген тап килтереп ҡырҡыу, йәбештереү талап ителә. Һоҡланғыс талант эйәләре бар бит үҙебеҙҙә! 🔥
+1
📌 Зарина Исламова - ике тапҡыр Рәсәй чемпионы!
9-16 февралдә Ноябрьск ҡалаһында муайтай буйынса Рәсәй чемпионаты үткән. 54 кг ауырлыҡта булғандар араһында Зарина Исламова ҡатнашып, алтын миҙал яулаған. Ул хәҙер муайтай буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы! 🔥
Алда ҡыҙҙы Майлайзияла үтәсәк донъя чемпионаты көтә.Заринаның тренеры - Александр Гаврилов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
+1
📌 Башҡорт шихандарын ЮНЕСКО исемлегенә быйыл индереү ҡарала.
Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштауҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә быйыл көҙ индерергә ниәтләйҙәр. Быны Бөтә донъя мираҫы комитетының 48-се сессияһында ҡараясаҡтар.
🔹 Әле республика бөтә кәрәкле документтарҙы туплаған һәм артабан тикшереү өсөн Парижға юллаған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте.
"Былтыр йәй тәбиғәт объекты биләмәһендә Мысырҙан килгән Тәбиғәтте һәм тәбиғи сығанаҡтарҙы һаҡлау халыҡ-ара союзы эксперты, доктор Мөхәммәд Әбделхәмид баһаланы. Йыл аҙағында ул тапшырған отчет һөҙөмтәләре буйынса беҙҙән тауҙар тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт биреүҙе һоранылар. Хәҙер республика ғалимдарының бергә эшләүе һөҙөмтәһендә номинациянан һәр алты объектының ҡиммәте тураһында документтар әҙер",- тип яҙған Урал Таһир улы. 📍 Әйткәндәй, Башҡортостан етәкселеге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә торған объекттар һанын арттырырға тәҡдим иткән: Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштауҙан тыш уға Кесе Шихан, Усолка һәм Алыҫ Төлкәҫ тә индерелгән. Һуңғы икәүһе халыҡ-ара кимәлдә танылды - "алтын ҡаҙаҡ"тар ҡағылды. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
📌 Премьера!
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы спектакль - Хәй Вәхит әҫәре буйынса "Кейәүҙәр" музыкаль комедияһы ҡуйыла.
Ҡуйыусы режиссеры - Фирғәт Ғарипов.
📍 Премьера 28 февраль һәм 1 март көндәренә билдәләнгән.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
📌Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, курса театры актеры, режиссер, юғары мәктәп уҡытыусыһы Айрат Әхмәтшин "Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән бүләкләнде.
Был турала указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
Хәйерле көн! ☀️
Көн оҙоная бара, һиҙәһегеҙме?Бер аҙнанан яҙ етә - март. Буранай булһа ла, яҙғы ай ул. Фото: Этно-estetics.
❗ Иғтибар❗
20 февралдә республиканың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында көслө ел сығыуы - 26 м/с, ҡар яуыуы, буран, юлда боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
Башҡортостан халҡын һәм ҡунаҡтарын юлда иғтибарлы булырға, алыҫ юлға сыҡмай торорға саҡырабыҙ.
Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!📍 Ашығыс осраҡтарҙа 112 һандары буйынса шылтыратырға кәрәк.
📌Стратегик башланғыстар агентлығының Йәшәү сифатының милли рейтингында Башҡортостан 2025 йылда 9-сы урын алған – бер баҫҡысҡа күтәрелгәнбеҙ.
⚡Бөгөн СБА генераль директоры Светлана Чупшева был күрһәткестәр менән Владимир Путинды таныштырған. Башҡортостан 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса 1 баҫҡысҡа юғары күтәрелеп, 9-сы урын биләгән.
💯Әйтергә кәрәк, республикабыҙ 2021 йылда 40-сы урында килһә, 2023 йылда - 12-се, 2024 йылда 10-сы булды.
Үткән йылда Башҡортостанда милли проекттарҙы бойомға ашырыуға 50 миллиард һум аҡса бүленгән, шуларҙың 5,6 млрд һумы – федераль бюджеттан. Был аҡсалар мәктәп, дауахана һәм ФАП-тар төҙөүгә, 170 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереүгә, инженер селтәрҙәрен яңыртыуға, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һ.б. социаль объекттарға йүнәлтелгән.
⚡Рейтинг төбәк халҡынан һорау алыуҙар, статистика һәм геоаналитик мәғлүмәттәргә ҡарап төҙөлә. Бөтәһе 12 йүнәлеш буйынса 149 күрһәткес иҫәпкә алына, улар тормоштоң төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала – матди именлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хәүефһеҙлек, спорт, мәҙәниәт үҫеше һ.б.Федераль күрһәткестәр менән сағыштырғанда, Башҡортостанда Торлаҡ шарттары, Эш һәм үҙ эшең, Төҙөкләндереү, Экология, Хәүефһеҙлек, Ғаилә күрһәткестәре юғарыраҡ. 💯2025 йылда шулай уҡ “Ветерандарға һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төбәк ярҙамы менән ҡәнәғәтлек” буйынса ла баһалағандар – Башҡортостан был йәһәттән алдынғы төбәктәр араһында, беҙҙә 55 төр ярҙам ғәмәлдә. Башҡортостан башланғысы менән федераль кимәлдә бойомға ашырылған проекттар ҙа юғары баһаланған. Мәҫәлән, мәктәп уҡыусыларын заман технологияларына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән “Берлога” милли киберфизика майҙансығы.
“Бер нисә йыл рәттән ыңғай динамика һаҡлай алыуыбыҙ әһәмиәтле. 2021 йылда 40-сы булһаҡ та, былтыр беҙ тәүге тапҡыр йәшәү сифаты юғары төбәктәр араһына индек. Был һандар артында - етәксе командабыҙҙың киң һәм ентекле эше. Әлбиттә, республикабыҙ халҡына йәшәүе, эшләүе, уҡыуы һәм балалар үҫтереүе уңайлы булһын өсөн артабан да бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ”,- тип яҙҙы сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
📌 Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы 131 йыллығы уңайынан иң яҡшы студенттарын билдәләгән. 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса бүләкләнгән лауреаттар араһында яҡташыбыҙ, дирижерлыҡ факультеты магистранты Хәйҙәр Вәлиев та бар, тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы төркөмө.
Афарин! 👏
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
