612
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-57 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
📌 Ғафури районы Ерек ауылында ихаталарҙы һыу баҫҡан. Әбйәлил районында ла тубыҡтан һыу кисеп йөрөйҙәр ине.
📍 Һеҙҙең яҡтарҙа нисек? Яҙығыҙ.
+6
Диңгеҙе ары торһон!
Ирәмәлдән күренеш ❤️
Ялығыҙ матур үтһен!
Фото: Гуля Яковлева.
📌 AY YOLA төркөмө
Һомайға арналған йырының һүҙҙәрен һалған.
✔️ Рус теленә лә тәржемә иткәндәр.
✔️ Уҡығыҙ һәм аңлап тыңлағыҙ-йырлағыҙ. 🫶
➡️Башҡорт телендә йырҙың һүҙҙәре:
Тамырҙарым минең һорай -
Йәнем дә ҡаным да һорай
Боронғо хәтер һорай
Кем була ул Һомай
Һомаҙың әсәһе лә Ҡояш,
Йәншишмәлә индергән,
Атаһы уның Самрау,
Яҡшыға күндергән.
Аҡбуҙат та алмас ҡылыс
Һаҡлар булған да тик Һомай
Йәншишмәгә лә юлды
Белгән дә тик Һомай
Сит-яттарға ла бармаған,
Ил йолаһын боҙмаған,
Тоғро улан үҫтергән
Бәхет ҡошо Һомай!
Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары-
Һомайҙың йондоҙҙары,
Йәншишмәнең һыу юлы,
Һеҙҙең йәнгә яҙылған.
Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары-
Һомайҙың йондоҙҙары,
Йәншишмәнең һыу юлы,
Һеҙҙең йәнгә яҙылған.
Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары-
Һомайҙың йондоҙҙары,
Йәншишмәнең һыу юлы,
Һеҙҙең йәнгә яҙылған
➡️Йырҙың рус теленә тәржемәһе:
Корни мои испрашивают
Душа и кровь моя испрашивает
Древняя историческая память испрашивает
Кто же такая Хумай?
Её мать солнце
Искупала её в роднике с живой водой
Её отец Самрау (правитель царства небесных птиц)
Обучил доброте
Наши башкирские красавицы
Звездочки Хумай
Путь к роднику с живой водой
Отпечатан в вашей душе
Аҡбуҙат (крылатый конь) и алмазный меч
Хранится только у Хумай
Путь к роднику с живой водой
Знала только Хумай
Никогда не соглашавшаяся связать себя узами брака с чужеземцами
Не изменившая древним традициям своей земли
Вырастившая верных сыновей
Птица счастья Хумай
📌Өфөләге Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңыртылғандан һуң уны барып күргәнегеҙ бармы?
⛄Театрға килеп ингәс тә, кескәй тамашасыларҙы кеше буйлыҡ ҡурсаҡтар ҡаршы ала. Балалар менән башҡортса ла, русса ла бик яғымлы итеп һөйләшәләр.
⛄Театрҙың музейы өлкәнерәк йәштәге балаларҙы ылыҡтыра, бәләкәйҙәр ҙә театрҙың макетын бигерәк ҡыҙыҡһынып ҡарай.
Ә спектаклдәр - әкиәт донъяһына сәйәхәт ул.
⛄Күптән түгел сәхнәләштерелгән "Ҡарбабай һәм Ҡояшҡай" спектакле бына шундайҙарҙың береһе.
☀️Балаларҙы ярҙамсыллыҡҡа, дуҫлыҡҡа, яҡшылыҡҡа өйрәтә ул.
❓🎭Балалар менән театрға йөрөйһөгөҙмө? Ниндәй спектаклдәр оҡшай һеҙгә?
💯Дүшәмбе көсөргәнешле эш көнөнән һуң рухығыҙҙы байытып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырға тәҡдим итәбеҙ: Өфөләге Ф. Шаляпин исемендәге концерт залында ҡурайсы Айҙар Байтимеровтың концерты үтә.
⏰Башлана: сәғәт киске 7-лә.
✅Инеү бушлай.
13 март "Башҡорт асыҡ КВН лигаһы"ның йыйылма командаһы Ҡаҙан ҡалаһында үткән "ӘйдәШаяРТ" телевизион татар КВНында ГРАН-ПРИ яулаған.
Афарин!
Ниһайәт, AY YOLA "Һомай" йырын төрлө сығанаҡтарҙа урынлаштырҙы!❤️🔥
Уны ошо һылтанма буйынса үтеп тыңларға була:
https://vk.com/clip-229033973_456239044?c=1
+3
💯БӨТӘ ҒАИЛӘҺЕ – САЛАУАТ ЮЛАЕВ ОРДЕНЫ КАВАЛЕРҘАРЫ
⚡Ошо көндәрҙә “Торатау” геопаркы директоры Артур Иҙелбаев Салауат Юлаев ордены менән наградланды.
❗Һәм бына бик ҠЫҘЫҠ ФАКТ асыҡланған: Иҙелбаевтар ғаиләһендә бөтәһе лә ошо юғары дәүләт наградаһына – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған!
✔️Мирас Иҙелбаев – филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаевты өйрәнеүсе ғалимдарҙың береһе, оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында (ӨФТУ) белем бирҙе.
✔️Гөлфиә Иҙелбаева (Юнысова) – Башҡортостандың халыҡ шағиры, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире булып эшләне.
✔️Өлкән улдары Артур – “Торатау” геопаркы директоры, төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләгән.
✔️Кесе улдары Урал – билдәле музыкант һәм композитор, бик күп башҡорт спектаклдәренә йырҙар ижад иткән шәхес.
“Көтмәгәндә шундай ғәжәйеп факт асыҡланды, быға тиклем уға иғтибар итмәгәнбеҙ. Баҡтиһәң, беҙҙең ғаилә үҙенсәлекле икән – бөтәбеҙ ҙә ошо орден кавалерҙарыбыҙ. Республикала бындай ғаиләләр юҡтыр, бәлки. Әммә лайыҡлылар бар, беләм. Республика етәкселеге хеҙмәтебеҙҙе күреүе һәм баһалауына сикһеҙ шатмын. Артабан да республка мәнфәғәтенә хеҙмәтебеҙҙе дауам итергә әҙербеҙ”,- тип яҙған Артур Мирас улы.
📌 Кисәге Өфөләге М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Стәрлетамаҡтар ҡунаҡта булды.
🎭И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры Владимир Гуркиндың "Мөхәббәт һәм күгәрсендәр" комедияһын алып килде.
✅ Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Мөсәлим Күлбаев.
Совет осоронда төшөрөлгән билдәле фильм башҡорт сәхнәһендә яңы һулыш алған.
Өфө тамашасыһы уны көлә-көлә ҡараны.
Фильмдан билдәле һүҙҙәрҙе бына-бына әйтәләр, тип көтөп ултырҙы хатта.🎭Күңел күтәренкелеге генә түгел, фәһем дә бирер был спектаклде күрмәй ҡалған булһағыҙ, мотлаҡ театрға барып ҡарағыҙ!
Бөгөн ҡшы кешеләр, изге хәбәрҙәр генә ала торған көн булһын!❤️
Изге йомала барығыҙға ла сәләмәтлек һәм бәхет теләйбеҙ! 🌸
Фото: интернеттан.
📌 Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында "Йәнбикә" сараһы үткән.
Ул "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған.
Байрамда Ҡабаҡ, Һәүәләй, Ҡарламан һәм Сахай ауыл биләмәләре халҡы ҡатнашҡан.
Видео: БСТ каналының "Яңылыҡтар" тапшырыуында был хаҡта.
📌 Өфөләге Ш. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында хисаплап сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола.
✅ "Тамға" Халыҡ-ара конкурсы лауреаты Айгөл Вәлиева үткәрә.
🗓️Оҫталыҡ дәресе 15 март сәғәт иртәнге 11-ҙә башлана.
📍 Адресы:Өфө, Новомостовая, 20
🪙Хаҡы - 400 һум.
📍 Үҙегеҙ менән алығыҙ:
✅ Туҡыма (двунитка);
✅ Төҫлө еп (мулине);
✅ Энә;
✅ Ҡайсы;
✅ Тирәс.
☎️Яҙылырға: +7 962 538-29-87 телефоны буйынса яҙылырға (вацап).
📌 Махсус хәрби операция ветерандары Өфөлә Шайморатов исемендәге батальондың музейын ойошторған.
Яугирҙар үҙҙәре бина табып, уны тәртипкә килтереп, күргәҙмәгә әйберҙәр туплаған.
✅ Был музейҙы бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барып күрҙе.
- Бөгөн мин аралашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе "Башҡортостан геройҙары" программаһында ҡатнашырға ғариза биргән. Хәтерегеҙгә төшөрәм, уның маҡсаты - әлеге көндә хеҙмәт иткән һәм ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе беҙҙең иларасылыҡ командаһында эшләргә әҙерләү,- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы. ✅ Шайморатов исемендәге батальон музейының ишектәре бөтәһе өсөн дә асыҡ. 📍 Адресы: Ленин урамы, 43. 🗓️Эш вакыты: дүшәмбе-йома көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем.
+6
🌸Башҡорт милли костюмы - ул ябай кейем генә түгел, ә халыҡтың күп йыллыҡ тарихы һәм йолалары сағылышы.
✅ Унда төбәктәрҙең үҙенсәлеге күренә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының 7 төр традицион кейем вариантын айырып ҡарайҙар.
✅ Ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейемдәре төрлө булған: тормошҡа сыҡҡан ҡатындар мәрйен һәм тәңкәләр менән биҙәлгән ҡашмау кейгән, ә Урал аръяғының көнсығыш райондарында ҡушъяулыҡ ябынғандар.
✅ Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар башын ҡапламай йөрөгән, йәки маңлайса кейгән.
✅ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме күлдәк, селтәр (яға, һаҡал), алмиҙеү, хәситә, дәүәт, сигелгән камзулдарҙан торған, шулай уҡ ҡайыулы алъяпҡыстар таҡҡандар, еләндәре лә биҙәкле булған.
✅ Аяҡ кейемдәренән итек, ситек, сарыҡ, сабата, быйма кеүек төрҙәре булған.
Сарыҡтың ҡунысы тула туҡыманан булып, матур итеп нағышлап кейелгән.
Башҡорт алфавиты буйынса һөйләшеп ҡарағандар 😎
Видео: enze_kai һәм bainuris_nurzilya
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
