617
المشتركون
-224 ساعات
-27 أيام
-430 أيام
أرشيف المشاركات
+2
Хәйерле көн! ☀️
Апрель айының һуңғы аҙнаһы ҡыҫҡа буласаҡ, алда - май байрамдары.
🔹 1-3 майҙа Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан өс көн ял итәбеҙ.
🔹 Шунан тағы өс көн - 9-11 майҙа - Еңеү көнө айҡанлы.
🔹 30 апрель һәм 8 май эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
📍 Әйткәндәй, май айына быйыл тағы бик мөһим байрам тура килә - 27 майҙа Ҡорбан байрамы.
Эштә уңыштар һәм матур ялдар көтһөн барыбыҙҙы ла❤️Фото: Әлиә Дашкина. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
📌 Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияланған оҫтаханаға барған.
Ҡыҫҡа ғына видеола Башҡортостан Республикаһы Башлығы милли батырыбыҙҙың һәйкәлен реконструкциялау барышы менән танышыуын, уның торошо насар булыуын һәм урынына мотлаҡ ҡайтарыласағы тураһында һөйләгән.
💯 "Был еңел булмаған ҡарарҙы ҡабул иткәндә скульптураның торошо насар булыуын белә инек. Хәҙер ул насар ғына түгел, ә үтә насар икәнен күрәбеҙ. Милли символыбыҙҙы теләһә ҡайһы ваҡытта юғалта алғанбыҙ. Хоҙайға рәхмәт, аралаған. Артабан эштәрҙе нисек дауам итеүҙең бер нисә юлы бар. Бөгөн мин ҙур интервью яҙҙырҙым һәм был турала һөйләнем. Иртәгә, дүшәмбе, уны киң мәғлүмәт саралары ҡуясаҡ. Батырыбыҙ һәйкәле үҙенең законлы урынына ҡайтһын һәм йөҙәр йыл торһон өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ",- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров.
❓ Ә һеҙ был турала белә инегеҙме?
БР Милли архивының бына шундай файҙалы сайты бар.
Видео: Юля Нигма.
+2
📌 Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Айбулат Баһауетдинов Ҡаҙағстанда үткән NOMAD AWARDS халыҡ-ара конкурсының баһалама ағзаһы булараҡ ҡатнашҡан.
Шулай уҡ ул башҡорт халыҡ бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.
💯 "Оҫталыҡ дәресендә 150-гә яҡын кеше - донъяның төрлө илдәренән килеүселәр, Ҡаҙағстан коллективтары етәкселәре һәм хареография училищелары студенттары ҡатнашты. Социаль селтәрҙәрҙә конкурста ҡатнашыусыларҙан һаман да йылы хәбәрҙәр алам: күптәр башҡорт бейеүе менән беренсегә танышҡан, иҫтәрендә ҡалған һәм башҡорт мәҙәниәтен артабан да өйрәнергә этәргән",- ти бейеүсе.
Ҡаҙаҡ туғандар менән🔥
Видео: Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
📌 М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында яңы спектакль!
🔥 Уильям Шекспир пьесаһы буйынса "Антоний. Клеопатра" спектаклен ҡуйҙылар.
Төп ролдәрҙә - Рушанна Бабич һәм Рәмзил Сәлмәнов.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев.
📍 Бөгөн, 25 апрель - премьераның икенсе көнө.
📌 Башҡорт атына арналған күргәҙмә асыла.
"Турахан" визит-үҙәгендә "Толпар" тип аталған күргәҙмә ойошторола. Ул Гөлшат һәм Илдус Закировтарҙың эштәренән тора.
🔹 Илдус Закиров - скульптор, легендар Керчь ҡушаматлы атҡа арналған һәйкәл авторы.
🔹 Гөлшат Закирова - рәссам, башҡорт аты анатомияһы буйынса танылған белгес.
Күргәҙмәлә картиналар һәм төрлө скульптуралар урын алған.
📍 Әйткәндәй, күргәҙмәләге әйберҙәр һатыла, тип хәбәр итәләр Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейынан.
📌 Өфөлә бушлай иммерсив шоу ойошторола. "Берҙәмлек ҡайтауазы" хедлайнеры - AY YOLA.
🔹 15 майҙа "Өфө-Арена"ла "Берҙәмлек ҡайтауазы" тигән күп жанрлы шоу үтәсәк.🔹 Хедлайнер - AY YOLA, шулай уҡ Олена УУТай, Zventa Sventana, Ника Дубик, Добрыня Сатин, «Тодош» төркөмө, Вахтанг, «Братство Атома» Һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. 🔹 Был бик үҙенсәлекле концерт буласаҡ, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу артист ҡатнаша. Сара тәнәфесһеҙ сәғәт ярым барасаҡ. 📍 Инеү бушлай, тик теркәлеү үтергә кәрәк: echo-edinstva.ru/ Проект Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала - моң берләштерә. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
Ҡыҙ балалар көнө икән бөгөн ❤️
Ата-әсәһенең һөйөнөсө, йортобоҙҙоң йәме, милләтебеҙҙең киләсәге бит ул ҡыҙҙар.Бәхетле һәм тәүфиҡлы булһын ҡыҙ балаларыбыҙ!
Баймаҡта бөгөн ҡар яуған, тип хәбәр итәләр 😱
Яҙғы көнгә ышаныс юҡ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, кейенеп йөрөгөҙ 🙏
+8
📌Бөгөн Әлшәй районында "Быуаттарҙы бәйләр еп" балаҫ фестивале үтә.
Сара тәүге тапҡыр 2010 йылда ойошторола һәм йыл да балаҫ оҫталарын бер урынға туплай торған сағыу сараға әүерелә.
Башҡорт балаҫын туҡыу серҙәрен, аҫаларының асылын белгән оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тәжрибә уртаҡлаша, таһыллыҡ һәм сабырлыҡ талап иткән был һөнәрҙе популярлаштырыу, башҡорт балаҫтарын танытыу өсөн тырыша.
💯 "Шул тиклем матур фестиваль өсөн рәхмәт. Балаҫ һуғыусыларҙың оҫталығы онотолмаҫ, тип ышанғы килә. Бының өсөн барлыҡ шарттар бар",- тип яҙған сәхифәһендә Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
Төшкө ял минуттарығыҙ матур үтһен 🥰
Әйткәндәй, бөгөн, 24 апрелдә, Өфөлә "Аманат" ансамбле концерт ҡуя.
+2
📌Беҙҙең егет - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе🔥
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, "Беренселәр хәрәкәте"нең беренсел бүлеге рәйесе Искәндәр Мөхәмәтйәнов Мәскәүҙә үткән конкурста еңеү яулаған. Ул "Крайымдың урындағы үҙидара тарихы" Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡан һәм йәштәрҙең башланғыстарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙы сағылдырған проект тәҡдим иткән. Был конкурсҡа уны гимназия-интернаттың тарих уҡытыусыһы Сулпан Хәмиҙуллина әҙерләгән.
🔥 Искәндәрҙең эше юғары баһаланған - ул II дәрәжә Дипломы менән бүләкләнгән.Әйткәндәй, Искәндәр Мөхәмәтйәнов Мәскәүҙә "Беренселәр хәрәкәте"нең федераль офисына барып, гимназияның был өлкәләге эшмәкәрлеге менән дә таныштырған. Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова менән күрешеп, ошо башланғыстарға ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса ла һөйләшеп ҡайтҡан. Афарин! 👏 👏 👏
📌 Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта яугирҙарыбыҙ ҙа ҡатнашҡан.
"Башҡортостан" полкы яугирҙары бына шулай туған телендә ихлас диктант яҙған.
Киләһе йыл был акцияға тыныслыҡ яулап, барлыҡ бурыстарығыҙҙы иҫән-һау үтәп, яҡындарығыҙ менән ҡушылырға насип итһен. 😇Видео: Башҡорт батальоны. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
Йәштәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө менән! 🤝
Был иҫтәлекле көн быйыл изге йомаға тура килгән. Уны 1957 йылда булдырғандар һәм 24 апрель һайын билдәләйҙәр.
Башкортостандың АСМР видеоһы ошолай була ❤️
Видео: Элина Родионова.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
📌 Радий Хәбиров быйылғы баҫыу эштәренә старт бирҙе. Был миҙгелдә Башҡортостанда 2 млн гектар яҙғы һәм 300 мең гектар ужым культуралары сәселәсәк.
❓ Ә Рәсәйҙә иң киң таралған ужым арышы Башҡортостанға бәйле икәнен беләһегеҙме?
✅ Төркөмдәшебеҙ ебәргән видеоны ҡырағыҙ.
Беҙ МАХ-та
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
