613
المشتركون
+124 ساعات
+17 أيام
-730 أيام
أرشيف المشاركات
"Заман шарттарына, яңыса ҡоролоштарға яраҡлаша алған халыҡтар ғына үҙенең милли берҙәйлеген һаҡлап ҡаласаҡ. Шуға кешегә лә, халыҡҡа ла бик алдынғы ҡарашлы булыу кәрәк. Съезыбыҙҙың бөгөнгө кәңәшмәләре шуға бағышланды ла инде",- тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында. Етәкселәрҙең йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге, киләсәккә ҡараштары тураһында тулы видеояҙманы ҡарағыҙ. https://vk.com/video-226019445_456239408
+6
❄Яңы йыл байрамының сихри һулышын, мөғжизәле мәлдең яҡынлашыуын тояһығыҙмы?
❄ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!
+5
💥Башҡортостан һәм Үзбәкстан дизайнерҙары ҡупшыҡайҙарҙың күңелдәренә хуш килерҙәй үҙенсәлекле образдар тыуҙырған.
“Өс бренд бер коллекцияға берләште ДУП БХК “Ағиҙел”дең традицион башҡорт орнаменты төшөрөлгән үҙенсәлекле яулыҡтары Үзбәкстан дизайнеры Зөһрә Хамроеваның Salay Zuhra Furs брендының ҡаракүл тундарын тулыландырҙы. Образға Миңлегөл һәм Рөстәм Дәүләтовтарҙың этник биҙәүестәре зауыҡ өҫтәй”, - ти “Ағиҙел” предприятиеһы директоры Гүзәл Кәримова.
Ысынлап та бик байрамса һәм үҙенсәлекле килеп сыҡҡан шул.
❓Һеҙгә нисек, шулай кейенер инегеҙме?
БР Мосолмандар диниә назаратынан "Әр-Рахим" мәсетенең төҙөлөш барышы менән бүлешәләр.
Бынау елдә Хоҙай йортон матурлаған эшсәндәргә һаулыҡ, именлек бирһен!
"Әбит" мәлендә көлөп тә алайыҡ әле😁
Был ҡыҙыҡ-мыҙыҡ "Бишбармаҡ" төркөмөнән алынды.
Башҡортостанда билдәле актриса, педагог һәм режиссер Фәрдүнә Ҡасимоваға Өфөнөң почетлы гражданы тигән исем бирелде.
Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы сәнғәт институтының театр факультетын ойоштороусыларҙың береһе булып тора. Ул 48 йыл эшләү осоронда 500-гә яҡын актёр һәм режиссёр әҙерләгән. Ә 129-ы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә маҡтаулы исемдәргә эйә.
🍦Башҡортостан туңдырмаһы Вьетнамға һатылды🍦
🍦Өфөлә етештерелгән тәүҙәге 6 тонна тауар оҙатылды, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән.
Быға тиклем тәүге тапҡыр Афғанстанға етен экспортланғайны.
+3
БАШҠОРТ БИАТЛОНЫНДА КӨТӘЛӘР!
⛷️2025 йылдың 18 ғинуарында Белорет районының Манышты ауылында 3-сө күпбәйге буйынса республика турниры (этник һәм милли спорт төрҙәре) – Башҡорт биатлоны турниры үтәсәк.
⛷️Өс утлы позиция (уҡ, пневматик мылтыҡ, һөңгө), һунар саңғыларында 1800 метрлыҡ дистанция.
⛷️Иртәнге сәғәт 11-ҙән ҡатнашыусылар теркәү үтә, ә сәғәт 12-лә бәйге башланасаҡ.
⛷️Ҡатнашырға теләүселәргә 89273526747 телефоны буйынса алдан шылтыратып яҙылырға кәрәк, ғаризалар 12-се ғинуарға тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
⛷️Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы, Белорет районы хәҡимиәте, РИЙО «Ирҙәр ҡоро», “Ватанды һаҡлаусылар” фонды.
Рәхим итегеҙ!
+3
Билдәле музыка белгесе Миләүшә (Лилиә) Иҙрисова ата-әсәһенең - Абрар Ғабдрахмановтың һәм Нажиә Аллаярованың портреттарын БР Милли музейына бүләк иткән.
Был картиналар рәссамдар Әхмәт Лотфуллин һәм Азамат Байрамғоловтың ижад емештәре булыуы менән үҙенсәлекле.
Бындай матур бүләк өсөн Музей хеҙмәткәрҙәре рәхмәттәрен белдергән.
Фотола:
1. Иҙрисова Лилиә Абрар ҡыҙы
2. Нажиә Аллаярова портреты, авторы Азамат Байрамғолов
3. Абрар Ғабдрахманов портреты, авторы Әхмәт Лотфуллин
4. Нажиә Аллаярованың «Севильский цирюльник» операхында Розина ролендәге фотоһы.
Бөгөн килә, тип хәбәр иткәйнек инде, бына үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрегеҙ!
❓Ә кем барҙы?
Видео: "Юлдаш" радиоһынан.
+2
Был арт-объект ҡайҙа урынлашҡан тип уйлайһығыҙ?
"Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркындағы визит-үҙәк эргәһендә ҡуйылған был зубрҙар.
Әйткәндәй, быйыл көҙгөһөн "Зубр һуҡмағы буйлап" тигән экскурсия маршруты төҙөлгән. Уны балалар менән бергә үтергә мөмкин. Һуҡмаҡ һеҙҙе яңы арт-объектҡа алып киләсәк.
Бөгөн Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә
Состав ҡалаға сәғәт көндөҙгө 11-ҙә килеп етәсәк.
Байрам программаһы 20 минут алдараҡ башланып, төшкө 2-гә тиклем дауам итәсәк.
Ә сәғәт көндөҙгө 4-тә Ҡыш бабай платформаға ҡунаҡтар менән хушлашырға сығасаҡ.
Хәйерле иртә! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Видео: Зәнилә Ғәлиева. Башҡорт милли орнаментлы таҫтамалдар.
БСТ каналының "Мега село" тапшырыуы алып барыусылары менән бергә Әбйәлил районына сәйәхәт итеп ҡайтығыҙ! Бәлки, юлығыҙ төшкәндә ысынлап та был төбәктә ял итеү тураһында уйларһығыҙ😉
https://vk.com/video-224884924_456239075
25 декабрҙә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында “Төньяҡ амурҙары” операһын концерт форматында башҡарасаҡтар.
Операның либреттоһы авторы – Илмар Әлмөхәмәтов, композиторы - Шәүрә Шәкүрова.
Наполен һуғыштары заманында француздар башҡорттарҙы тап Төньяҡ амурҙары тип йөрөткән. Был бөйөк тарихҡа ҙур өлөш индергән башҡорт яугирҙарына ҡарата ихтирамды сағылдырған заманса милли опера буласаҡ.
Уны опера труппаһы солистары, Башҡорт опера театры хоры һәм Йәштәр симфоник оркестры башҡара, художестволы етәксеһе һәм дирижер – Сергей Сидоров.
Башлана: 19.00
+1
Был донъяның фанилығы... Шатлыҡ-ҡыуаныстары ҡайғы-хәсрәттәре менән алмашынып килә көндәр.
Был көндәрҙә халҡыбыҙ һәм милли әҙәбиәтебеҙ өсөн оло юғалтыуҙар кисерҙек: талантлы яҙыусылар Сабит Фазлыев һәм Рәлис Ураҙғолов баҡыйлыҡҡа күсте.
Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Был донъяла кеше бер мосафирҙыр, мәңгелек йортобоҙға күскәндәрҙең урыны йәннәттә булһын!
Иғтибар!
📚25 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тә “КИТАП” магазинында башҡорт уйынсыҡтары етештереүселәрҙең форумы үтә.
“Балаларҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған һәм башҡорт мәҙәниәте традицияларын һаҡлаусы үҙенсәлекле уйынсыҡтар авторҙары менән танышыу мөмкинлеген ҡулдын ысҡындырмағыҙ”, - тип саҡырыу ташлаған ойоштороусылар.
Үҙ халҡының балаларына зыян килтереп ултырған кешеләргә ни тип әйтерең бар? Балаларҙы нимәнән һаҡ булырға өйрәтергә кәрәк?
Һорауҙар күп, ә яуабы - Вәлитов ТV сығарылышында...
https://vk.com/video70810928_456239091
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
