ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
613
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
لا توجد بيانات7 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
📍Һары балан да буламы икән?! "Малсылыҡ менән шөғөлләнгән Рәсүл Арыҫланов Ирәндек тауҙарында, Күсем ташы яғына барғанда һары
+6
📍Һары балан да буламы икән?!
"Малсылыҡ менән шөғөлләнгән  Рәсүл Арыҫланов Ирәндек тауҙарында, Күсем ташы яғына барғанда  һары төҫтәге баланды кадрға эләктергән",
тип яҙалар "Көнгәк гәзите. Мәләүез" төркөмөндә. Ысынлап та, ҡарағыҙ, ниндәй мөғжизәле кадрҙар.

Әбйәлил районы. Ҡырҡты тауы. Фото: Александр Назаров.
+8
Әбйәлил районы. Ҡырҡты тауы. Фото: Александр Назаров.

Бәширә Усманова ағинәйҙең тел тураһында әйткәне. Әбйәлил районы Буранғол ауылында йәшәүсе 94 йәшлек Бәширә инәйҙең һәр һүҙе туған телебеҙгә мәҙхиә ул. Видео: Ҡотлауҙар, иғландар, теләктәр төркөмөнән.

Күңелдәргә май булып яғыла был баланың һөйләгәне😍 Өфө ҡыҙы Заһиҙә Юлдашбаева. Видео: билдәле уҡытыусы һәм журналист, шағирә Земфира Аҡбутина сәхифәһенән.

#ВатанЯугиры
#ВатанЯугиры

Бал ҡорттары ла ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә 🐝 Белорет районы Ноҡат ауылынан Азамат Заһитуллин солоҡ ҡорттарын ҡышҡа әҙерләүе хаҡында
+5
Бал ҡорттары ла ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә 🐝 Белорет районы Ноҡат ауылынан Азамат Заһитуллин солоҡ ҡорттарын ҡышҡа әҙерләүе хаҡында яҙа. ❓Төркөмдәштәр, ә һеҙҙең арала ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр бармы?

❄️Һеҙҙең яҡтарҙа ҡаҙ өмәһенә ваҡыт еттеме? 🔥Ә бына башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин өмәгә барған. "Ҡаҙ өмәһе - беренсе ҡар
+3
❄️Һеҙҙең яҡтарҙа ҡаҙ өмәһенә ваҡыт еттеме? 🔥Ә бына башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин өмәгә барған.
"Ҡаҙ өмәһе - беренсе ҡар яуғанда үткән башҡорт байрамы. Йәки" ҡаҙ ҡауырһыны" (өйрәк) байрамы, унда ҡаҙҙарҙы ҡышҡыға әҙерләйҙәр. Мамығын яҫтыҡҡа йолҡоп алалар. Әммә был йолала иң мөһиме - кешеләрҙең бер-береһе менән аралашыуы, быуындар бәйләнеше. Фотоларҙа мин бер туған апайымда ҡунаҡта",
- тип яҙған сәхифәһендә Эльбрус Ниғмәтуллин. ❓Ҡарағыҙ, Ҡоншаҡта күпме ҡар яуған, һеҙҙең яҡта нисек? ❓Ҡаҙ өмәһе үтәме һеҙҙә?

photo content

Хәйерле ял иртәһе!💟 Видеола: Гөлнәзирә Зәлилованың Айһылыу исемле ҡурсағы.

"Мир без границ" төркөмөнән.

💙Был видеолағы кескәйҙәр Өфө ҡалаһының 40-сы Башҡорт балалар баҡсаһының 6-сы төркөмө тәрбиәләнеүселәре булыр. 🤍Балаларҙың ата-әсәләре һәм тәрбиәсе Гөлназ Нәжметдин ҡыҙы Хисмәтуллина тырышлығы менән Республика көнө айҡанлы бына шундай матур ҡотлау яҙҙырғандар. 💚Яңылыҡты "Ҡурай-тв" төркөмөндә күрҙек.

#ВатанЯугиры
#ВатанЯугиры

"ҠАРА ҺЫУҘАР" - СӘХНӘЛӘ 🎭М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында яңы спектакль үҙенең тамашасыларын көтә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейына арнап "Ҡара һыуҙар" поэмаһын билдәле режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе. 10 октябрҙә спектаклде тәүге тамашасылары - ижадташтарына күрһәттеләр. 📍Ә киң йәмәғәтселек иғтибарына уны 20 октябрь - шағирҙың тыуған көнөндә тәҡдим итәсәктәр. Спектаклдә һәр быуын кешеһен борсоған бик күп философик һорауҙар күтәрелә. 📍"Һөйөү нимә?" тигән һорауға яуап эҙләргә барығыҙ: тыуған илде, үҙеңде, кешелекте, ғаләмде, йәреңде... Видео - спектаклдә төп ролде башҡарыусы талантлы актёр Динислам Сафин сәхифәһенән.

Татыу ғаилә - ил күрке. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Туғыҙбай ауылында йәшәүсе милләттәштәребеҙ. Фото авторы: Фотограф Gylsym
+2
Татыу ғаилә - ил күрке. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Туғыҙбай ауылында йәшәүсе милләттәштәребеҙ. Фото авторы: Фотограф Gylsym | Челябинск

1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы тураһында З
1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы тураһында Закондар ҡабул ителгән.

Ә һеҙ ХХ быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән милләттәштәребеҙгә ниндәй баһа бирәһегеҙ? "Беренсе республика" фильмынан өҙөк, режиссеры Булат Йосопов.

💙Исемдәрең матур икән 🤍Кем ҡушты? 💚Видео: Тимур Шәрипҡолов.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов уҡый. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры төркөмөнән алынды.

Карта - күҙҙең яуын алыр бер нағыш😍 Өфөлә БР Милли музейы майҙансығында "Сигелгән Башҡортостан" Республика фестивале 9-10 ок
+6
Карта - күҙҙең яуын алыр бер нағыш😍 Өфөлә БР Милли музейы майҙансығында "Сигелгән Башҡортостан" Республика фестивале 9-10 октябрь көндәре уҙғарылғайны. 📌 Фестивалдә Межгорье һәм Сибай ҡалалары, Әлшәй, Балаҡатай, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Краснокама, Туймазы һәм Хәйбулла райондарынан оҫтабикәләр үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан. 📸Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев үҙ сәхифәһендә ошо саранан күренештәр менән бүлешкән: район биләмәләрен нағыш аша сағылдырған эштәрҙең фотолары.

#ВатанЯугиры
#ВатанЯугиры