ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
617
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-37 أيام
-530 أيام
أرشيف المشاركات
Байрам менән, төркөмдәштәр! Иң изге теләктәребеҙ фәрештәләрҙең "Амин!" тигән мәленә тура килеп, һәр кемебеҙгә яҡшылыҡтар булы
Байрам менән, төркөмдәштәр!
Иң изге теләктәребеҙ фәрештәләрҙең "Амин!" тигән мәленә тура килеп, һәр кемебеҙгә яҡшылыҡтар булып әйләнеп ҡайтһын!🤲

📌 Туған тел уҡытыусыларына яңы награда булдырылған. Башҡортостан Республикаһының башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған телдәр
📌 Туған тел уҡытыусыларына яңы награда булдырылған. Башҡортостан Республикаһының башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусылары ассоциацияһы идаралығы тарафынан туған тел уҡытыусыларына "Туған телгә тоғролоҡ өсөн" миҙалы булдырылды. Был миҙалға туған телде һаҡлауға, үҫтереүгә тос өлөш индереүсе телһөйәр, илһөйәр уҡытыусылар, тәрбиәселәр, тел белгестәре, методистар лайыҡ буласаҡ. 📍 Тәүге наградланыусылар "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара, "Туған тел һәм әҙәбиәт йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы ҡатнашыусылары араһынан билдәләнәсәк. Мәғлүмәт: Башҡортостан уҡытыусыһы журналы.

📌 Хәйбуллалар кейеҙ серен белә. Райондың Бәләкәй Арыҫланғол ауылы мәҙәниәт йортонда "Серле кейеҙ" тип аталған байрам ойоштор
+4
📌 Хәйбуллалар кейеҙ серен белә. Райондың Бәләкәй Арыҫланғол ауылы мәҙәниәт йортонда "Серле кейеҙ" тип аталған байрам ойошторолған. Сара Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шулай уҡ Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған.
"Һәр ғаиләгә йылылык өләшкән, һәр милләттә лә ҡиммәтле, һаҡлап ҡалынған кәсеп ул кейеҙ баҫыу. Бына инде 5 йыл ауыл клубында эшләп килгән кейеҙ баҫыу клубы "Серле кейеҙ" исемен йөрөтә һәм унда ошо серҙәргә өйрәнеү, матурлыҡ, йылылыҡ тыуҙырыу менән шөғөлләнә апай, килендәр, хатта ир-егеттәр. Бик боронғо кәсеп ошо көнгә тиклем һаҡланып килгән һәм хәҙерге көндә яңы һулыш ала. Кейеҙ экологик яҡтан саф, йылы, шифалы ла. Уның серҙәре бик күп ҡыҙыҡһынып тикшерһәң. Бына шундай серҙәргә өйрәнеү, күреү, һоҡланыу байрамы булды был сара",
- тип яҙғандар хәйбуллалар. Байрамда ҡатнашыусыларға оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе, кейеҙ тарихын өйрәнеү, йыр-бейеүҙәр, оҫталыҡ дәресе, кейеҙ менән яҡындан танышыу бик оҡшаған. Бәләкәй Арыҫланғолға күрше Әбеш, Вәзәм ауылынан килгән ҡунаҡтар, мәктәп уҡыусылары бик ихлас ҡатнашҡан. Оҫталыҡ дәресе айырыуса ҡыҙыҡ үткән. Байрам йыр һәм бейеүһеҙ ҙә булмай - күңелдәрен күтәреп лә алған ҡатын-ҡыҙҙар.
🔥"Кейеҙ менән яҡындан танышыу, уның йылылығы һәр кемдең күңеленә хуш килде",
- тип хәбәр итә дәртле Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Өфө 🔥 Видео: Юлиә Фәхретдинова.

📌"Атайсал" проектына 5 йыл! Тыуып-үҫкән ауылыңа, тыуған яғыңа ярҙам итеү теләге, ундағы көнкүреште уңайлыраҡ итеү, йәнләндереп ебәреү ынтылышы һәр кемебеҙҙең күңелендә бар. Бына ошондай изге теләктәге кешеләрҙе берләштергән бик шәп проект бойомға ашырыла Башҡортостаныбыҙҙа - "Атайсал". 🔥Быйыл "Атайсал" проекты булдырылыуға 5 йыл. Һәм ул атай йортон яратҡан, вайымлы кешеләрҙе берләштерә.
"Биш йыл эсендә проектта ҡатнашыусылар бөтәһе 1,8 миллиард һумлыҡ 35 меңдән ашыу башланғысты тормошҡа ашырған. Социаль объекттарҙы 5 мең тапҡыр күтәрмәләгән, 1 мең балалар һәм спорт майҙансығын йыһазландырған, 550 мәсет һәм сиркәү төҙөгән һәм төҙөкләндергән, 2 мең һәйкәл һәм обелискыны тәртипкә килтергән, 1 мең шишмә тирәһен матурлаған. Проект сиктәрендә беҙҙең хәрбиҙәргә һәм уларҙың туғандарына меценаттар, ирекмәндәр һәм изге күңелле кешеләр оло ярҙам күрһәтә. МХО башланғандан алып улар был йүнәлештә 5,5 проектты бойомға ашырған. Яҡшы эштәр эшләгән, тыуған Башҡортостаныбыҙға ярҙам иткән һәм алға этәргән һәр кемгә тәрән ихтирам белдерәм. Бергә беҙ барыһын да эшләй алабыҙ",
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. "Атайсал" проектының ҡиммәте тураһында видеола ҡарағыҙ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Башҡортостан спортсылары тхэквондо буйынса Волга буйы федераль округы беренселегенән 118 миҙал алып ҡайтҡан. 11-15 мартта
📌 Башҡортостан спортсылары тхэквондо буйынса Волга буйы федераль округы беренселегенән 118 миҙал алып ҡайтҡан. 11-15 мартта Түбәнге Новгородта үткән ярышта Рәсәйҙең 14 төбәгенән 670 кеше ҡатнашҡан.
🔥Башҡортостан командаһы 27 алтын, 45 көмөш, 46 бронза миҙал яулаған.
Дөйөм командалар буйынса беҙҙекеләр Волга буйы федераль округында өсөнсө, тип хәбәр итә Спорт министрлығы.

📌 Башкортостан фильмы Ҡытайҙың iQIYI платформаһында күрһәтелә! "Башҡортостан" киностудияһы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙа
📌 Башкортостан фильмы Ҡытайҙың iQIYI платформаһында күрһәтелә! "Башҡортостан" киностудияһы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вилүрә Иҫәндәүләтованың "Һыу инәһе" тип аталған документаль фильмы iQIYI платформаһында урынлаштырыласаҡ Рәсәй проекттары исемлегенә ингән. 🔥"Һыу инәһе" iQIYI платформаһында күрһәтелеүе беҙҙең башҡорт кинематографияһы өсөн - оло ваҡиға.
Был платформаһы айына 22 524 000 кеше инеп ҡарай!
Рәсәй кинематографистар союзының Төбәк кинематографына ярҙам фонды бер юлы 5 документаль фильм донъя күреүе тураһында хәбәр итте. Яҡын айҙарҙа ҡытай тамашасылары Рәсәйҙең мәҙәни, географик һәм этник күп төрлөлөгөн сағылдырған проекттарҙы ҡарай аласаҡ. "Һыу инәһе" фильмы майҙансыҡта 26 мартта сығасаҡ. Был документаль фильм "Рәсәй - киләсәккә ҡараш" конкурсында еңгәйне. 💯"Һыу инәһе" фильмы Ҡариҙел һыуһаҡлағысы буйлап бәләкәй ауылдарға ваҡытлы матбуғат, пенсияға аҡсаһын һәм төрлө кәрәк-яраҡ ташыған почта хеҙмәткәре тураһында бәйән итә. Бәләкәй генә ҡатын йәйгеһен моторлы кәмәлә, ҡышҡыһын "Буран" саңғыһында үтә был юлды. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Хәйерле көн ☀️ Ҡыҫҡа эш һәм уҡыу көнө уңышлы үтһен. Иртәгә - Ураҙа байрамы. Видео: Айтуған Фәттәхов.

📌Рәсәй Геройы М. Серафимов исемендәге "Патриот" паркында өсөнсө тапҡыр "Ирҙәрсә һөйләшеү" республика патриотик форумы үтә. Сарала республиканың 68 колледжынан 200 өсөнсө курс студенты ҡатнаша. Улар тактик уҡыуҙар, теория буйынса һәм ғәмәли әҙерлек үтә, фәһемле осрашыуҙарҙа мөһим белемдәр ала.
"Был егеттәрҙең кемеһелер яҙмышын хәрби хеҙмәт менән бәйләр. Кемдер башҡа өлкәлә файҙалы булырға теләр. Әммә улар бөгөн алған тәжрибә тормошта кәрәк буласағы көн кеүек асыҡ. Ә беҙҙең бурыс - был егеттәрҙең бөтәһе лә республикабыҙҙы һәм илебеҙҙе ысын күңелдән яратҡан илһөйәр булып үҫһен",
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Саранан күренештәр видеола.

Ҡурай 🔥 Видео: Шәүрә Биксурина.

📌 III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының логотибы тәҡдим ителде. 2026 йылдың 23-27 июнендә Башҡортостан Республикаһында үт
📌 III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының логотибы тәҡдим ителде. 2026 йылдың 23-27 июнендә Башҡортостан Республикаһында үтәсәк III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының рәсми логотибы ошолай була. Сарала илдең төрлө төбәктәренән 1000-дән ашыу йәш артист ҡатнашасаҡ. 🔹 Фольклориада логотибында калейдоскоп элементтары, орнамент бәйләнеше һәм фестивалдең төп символдары сағыла. Матрёшка Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте байлығын кәүҙәләндерә. Башҡортостан ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүсе төбәк булғанлыҡтан, ул башҡорт костюмы элементтарында бирелгән.
💯Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Ул Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлауға һәм мәҙәни мираҫын популярлаштырыуға, үҫеп килеүсе быуынға әхлаҡи-эстетик тәрбиә биреүгә, илдә балалар һәм йәштәр фольклор хәрәкәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
🔹 Беренсе Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 2022 йылда Сыуаш Республикаһында уҙҙы һәм 76 төбәктән йәш таланттарҙы йыйҙы. 🔹 2024 йылда Татарстан ҡабул иткән икенсе фольклориада тағы ла күберәк ҡатнашыусыны — илдең 80 субъектынан меңдән ашыу йәш талантты йәлеп итте. 🔹 2026 йылда Өфө ҡалаһы бөтә Рәсәй фольклор байрамын ҡабул итә, төп саралар Совет майҙанында уҙасаҡ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌Был аҙнала республикабыҙҙа матур байрамдарҙың береһен - Ураҙа байрамын үткәрәбеҙ. 20 мартта Өфөнөң 24 мәсетендә ғибәҙәт ойо
📌Был аҙнала республикабыҙҙа матур байрамдарҙың береһен - Ураҙа байрамын үткәрәбеҙ. 20 мартта Өфөнөң 24 мәсетендә ғибәҙәт ойошторола, төп саралар "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә уҙасаҡ: күмәкләп намаҙ ҡылырға, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың ҡотлау һүҙҙәре һәм вәғәзен ишетергә була. Шулай уҡ был көндә "Ләлә-Тюльпан" мәсете алдындағы майҙанда билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев матур концерт ойошторасаҡ, балалар өсөн төрлө уйындар, хәләл йәрминкә, былау һәм тәмле сәй ҡаралған. ⚡"Ләлә-Тюльпан" мәсетендә байрам ғибәҙәте иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Байрам саралары иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем дауам итәсәк. 📍Адресы: Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 5.
Ураҙаларығыҙ ҡабул булһын!🤲
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 21 март Өфө ҡалаһы «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә (Кустарная урамы, 17) Мең ырыуҙарының VI йыйыны үтә. Сарала Башҡортостандың
📌 21 март Өфө ҡалаһы «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә (Кустарная урамы, 17) Мең ырыуҙарының VI йыйыны үтә. Сарала Башҡортостандың ун районынан делегаттар ҡатнаша. 🔹 Ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы теркәү сәғәт иртәнге 9-ҙан 11 тулаға тиклем. 🔹 Сәғәт 11-ҙә йыйындың рәсми өлөшө башлана. 🔹 Йыйында матур күргәҙмә, театрлаштырылған тамаша, сағыу концерт та буласаҡ.
Ырыуҙаштар, рәхим итегеҙ!
Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы ауылдар өсөн тауыш биреү башланған. Тауыш биреү 18 марттан башланды, 27 март сәғәт 23:59
📌"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы ауылдар өсөн тауыш биреү башланған.
Тауыш биреү 18 марттан башланды, 27 март сәғәт 23:59-ға тиклем бара.
2025-2026 йылғы конкурста республиканың 52 районынан ауылдар ҡатнаша. Улар "Эре тораҡ пункттар", "Ҙур тораҡ пункттар", "Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар", "Бәләкәй тораҡ пункттар" номинацияларында билдәләнә.
"Дәүләт хеҙмәткәре"ндә теркәлгән кеше тик бер тапҡыр ғына тауыш бирә ала.
📍 Тауыш биреү өсөн һылтанма: golos.bashkortostan.ru/poll/77/ Онлайн тауыш биреүҙән тыш, һәр ауыл 7-10 апрелдә үҙ проектын баһалама ағзалары алдында яҡлаясаҡ. ✅"Айыҡ ауыл" проекты РБ Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фондынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына бойомға ашырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ төркөмөндә. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! ☀️ Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа. Ел ниндәй иркә! Йылмайығыҙ яҡты таңға: Хәйерле иртә! Уңһын өсөн һәр эшебеҙ Үҙ еребе
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! ☀️ Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа. Ел ниндәй иркә! Йылмайығыҙ яҡты таңға: Хәйерле иртә! Уңһын өсөн һәр эшебеҙ Үҙ еребеҙҙә, Хәйерле көн! – тип әйтәйек Бер-беребеҙгә! Матур көндө оҙатһындар Иң яҡты хистәр, Теләйек бер-беребеҙгә Хәйерле кистәр! Ғүмерҙәрҙең көнө түгел, Мәле ҡәҙерле! Көтөп алған төнөбөҙ ҙә Булһын хәйерле! Бер-беребеҙгә һуҙылһын Ярҙам ҡулыбыҙ, Хәйерле, уң була күрһен Ғүмер юлыбыҙ! Фирүзә АБДУЛЛИНА. Фото: интернеттан. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

‼️Журналист-ирекмәндәр гуманитар ярҙам йыйыу иғлан итә. 🟢 Хөрмәтле яҡташтар, махсус хәрби операция яугирҙары өсөн кәрәк-яраҡ
‼️Журналист-ирекмәндәр гуманитар ярҙам йыйыу иғлан итә. 🟢 Хөрмәтле яҡташтар, махсус хәрби операция яугирҙары өсөн кәрәк-яраҡтар туплайбыҙ. 📌 Хәрбиҙәргә оптоволокно, генератор, power-банк, фонарик, бензин бысҡыһы, маскировка селтәрҙәре кәрәк. Шулай уҡ медикаменттар, гигиена кәрәк-яраҡтары, бигерәк тә дымлы салфеткалар талап ителә. 📍Гуманитар ылау “Юлдаш” радиоһында туплана. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Мәжит Ғафури урамы, 9/1 ☎️ Бәйләнеш өсөн: +7 937 154-29-01 - Динара Сафина +7 987 017-65-88 - Сәриә Рамазанова +7 937 167-19-86 - Зөһрә Арсаева Хәрбиҙәребеҙ тылдың көсөнә таяна һәм ышана. Улар фронтта Еңеү өсөн тир һәм ҡан түгә. Беҙ ҙә һынатмайыҡ! Ватан һаҡсыларына ярҙам итәйек. Берҙәмлек – көсөбөҙ! Барыһы ла фронт өсөн! Барыһы ла Еңеү өсөн! Журналист-ирекмәндәр төркөмөнән. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

💯"Беҙҙең республика - төрлө милләт кешеләре бер-береһен хөрмәт иткән һәм дуҫ йәшәүенә матур миҫал", - ти Каринэ Хәбирова. "Б
💯"Беҙҙең республика - төрлө милләт кешеләре бер-береһен хөрмәт иткән һәм дуҫ йәшәүенә матур миҫал",
- ти Каринэ Хәбирова. "Бәхет биләмәһе", "Өфө хосписы", "Воскресенск соборы" хәйриә фондтарының попечителдәр советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Владимировна менән "Башҡортостан ҡыҙы" журналының март айы һанында бик матур әңгәмә донъя күргән. Тулыраҡ журнал сайтында уҡығыҙ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Күтәренке кәйеф теләйбеҙ! 🥰 Видео: Нәркәс Хәмитова.

📌 Башҡортостанда «Урал батыр» үҙәге булдырылды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге башҡорт халыҡ эпосы исеме менән аталды. Тантаналы сара «Сөләймәнов көндәре: ғилми-ижади династия» тигән түңәрәк өҫтәл сиктәрендә үтте. Тулыраҡ: БСТ каналының "Яңылыҡтар" сығарылышында. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Матрайҙа төймә йыялар Йылайыр районының Матрай ауылында үҙенсәлекле төймәләр музейы эшләйҙәр. Уның төп ҡомартҡыһы - район биләмәһендәге Оло һаҙ торағында табылған, бронза дәүеренә ҡараған төймә. Был турала Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр иткән.
⚡Был төймәне 2006 йылда ҡаҙыныуҙар барышында тапҡандар, ул 4,5 мең йыл элек эшләнгән!
🔹Быйыл Матрай ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша һәм ошо үҙенсәлекле ҡомартҡы хөрмәтенә "Тарихлы төймә" конкурсын иғлан иткән. 🔹 Конкурс шарттары ябай: берәй төймә ҡырҡып алып, "Мин... баш тартам" йәки "Мин ғәҙәтемде үҙгәртәм..." тип әйтеп, креатив видео төшөрөгөҙ. 🔹 Ошо вәғәҙәле төймәгеҙҙе түбәндәге адрес буйынса ебәрергә онотмағыҙ: 453694, Башҡортостан Республикаһы, Матрай ауылы, Салауат Юлаев урамы, 41. 🔹 Ә видеоғыҙҙы "Бәйләнештә"ге ошо төркөмгә ебәрегеҙ: vk.com/club232611862. 📍 Тик шуны иҫтә тотоғоҙ: башҡорттар өҫтөнә кейгән кейемдән бер нәмә лә ҡырҡып алмай. Кейемде сисеп, шунан ҡырҡырға кәрәк. Был борондан килгән инаныуҙарҙың береһе.
Ә һеҙ белә инегеҙме?