ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
617
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-37 أيام
-530 أيام
أرشيف المشاركات
БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ ХАҠЫНДА КӘЛИМӘ Бөгөн әҙәби һүҙгә ҡараш еңеләйҙе - елдә осҡан япраҡ кеүек, ул һүҙ оса ла китә, телевизор, тел
БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ ХАҠЫНДА КӘЛИМӘ Бөгөн әҙәби һүҙгә ҡараш еңеләйҙе - елдә осҡан япраҡ кеүек, ул һүҙ оса ла китә, телевизор, телефон экрандарынан, гәзит, журнал биттәренән тарала ла бөтә. Көтөп алынған һүҙ азатлығы килгән бит - ниндәй шатлыҡлы күренеш. Имеш... Хатта баш әйләнеп китерлек. Һүҙем икһеҙ-сикһеҙ Интернет тарафтарында ғына түгел, ә китаптарға килеп ингән яҙмалар тураһында. Хәҙер яҙыусының артында цензор ҙа, тәнҡитсе лә, талапсан мөхәррир һүҙенә ҡолаҡ һалыу ҙа, "былай ярамай" тигән тыйыу ҙа юҡ. Ошо "азатлыҡ" менән бергә һүҙ алдындағы эске талап та юғалған. Ә бит тап шул яуаплылыҡ әҙәбиәтте һаҡлап тора ине. Бөгөн йыш ҡына: "Нимә яҙылһа - шул әҙәбиәт", - тип уйлау ҙа бар. Осраҡлы уй ҙа, тәртипһеҙ рәүештә теҙелгән һөйләмдәр ағымы ла, вайымһыҙ һүҙҙәр ҙә, һис уйламағанда, сәнғәт тип ҡабул ителә башланы. Йәнәһе, көйләй белһәң - ул инде йыр. Юлдарҙы бағаналап теҙһәң - ул инде шиғыр. Әммә ысын һүҙ сәнғәте вайымһыҙлыҡты яратмай. Ул тере. Ул һыҙланыу аша тыуған. Ул, бала кеүек, һәр интонацияға үҙе үк иғтибар итә. Бигерәк тә балалар өсөн яҙылған ҡулъяҙмаларҙы ҡулға алһаң, күңелдә тәрән борсолоу уяна. Хәҙер аңлатып ҡарайым. Бала беҙ нимә тәҡдим итәбеҙ, шуны ата-әсәһе менән бергә уҡый, күңеленә һеңдерә. Ул яҙылған текстан үҙен һаҡлай белмәй. Ул һәр һүҙгә ышана. Уның өсөн китап уйын ғына түгел, ә тормоштоң үҙе. Ололар китапты ябып ҡуя, онота ала, ә бала йөрәге барыһын да йота, һаҡлай. Яҙылған нәмәләге ҡырыҫлыҡ - нормаға, бушлыҡ - ғәҙәткә, ялған дөрөҫлөккә әйләнә. Балалар өсөн яҙыу донъяны ябайлаштырыу түгел. Уны таҙартыу. Унда иң бөйөк төшөнсәләр хаҡында ябай тел менән әйтелә. Ҡурҡыныс сюжеттар ҡороп, көнбайыштан килгән мода артынан ҡыуырға ла ярамай. "Мин шулай тоям" тигән һылтау менән иншанан әҫәр яһарға тырышырға кәрәкмәй. Хеҙмәте, фекерһеҙ хис - буш тауыш ҡына. Әҙәбиәт яуаплылыҡ башланған ерҙә тыуа: һәр өтөр менән, һәр кисереш, һәр уй менән. Ысын текст төнөн дә, көнөн дә саҡырып торған усаҡ кеүек: ул йылыта, юл күрһәтә. Һәм бала өсөн яҙылған әҫәрҙә бала үҙен танырлыҡ, ишетерлек тынлыҡ бар. Үҫергә, донъяны танырға ярҙам иткән намыҫлы һүҙ бар. Эске талапһыҙ яҙылған нәмәләр, ғәҙәттә, яуапһыҙлыҡҡа әйләнә. Ә ул тойғо бер ҡасан да сәнғәт тыуҙырмай. Нисек кенә матур һөйләмдәр менән оҙон-оҙон инша яҙһаҡ та, ул ана шул кимәлдән артмай. Әҫәрҙең идеяһы, образдар системаһы, заманса һулышы, һүҙе була. Бөгөн яҙыусыға тышҡы тыйыу түгел, ә эске хөкөмдар - намыҫ кәрәк. Бала өсөн яҙған һәр кем үҙенә һорау бирә ала: ни өсөн яҙҙым? Кем өсөн? Һүҙҙәрем балаға нисек тәьҫир итер? Әгәр тексты уҡығандан һуң күңел яҡтыра, таҙара икән - тимәк, был әҙәбиәт. Әгәр бушлыҡ ҡына ҡалһа - тимәк, унда хәрефтәр теҙмәһе генә булған. Шуға күрә балалар китабын оло яуаплылыҡ, бөгөнгө баланың күңел торошон иҫәпкә алып ижад итергә кәрәк. Сөнки унда һүҙ сәнғәт кенә түгел, ә киләсәккә әүерелә. Һоҡланғыс балалар яҙыусыһы Сафуан Әлибаев балалар өсөн яҙыуҙы "Мин халҡымдың киләсәге менән һөйләшәм!" тип әйтер ине. Лариса Абдуллина.

Хәйерле иртә! ☀️ 📍 Өфө Видео: singiz_yul

📌Башҡорт теле көнөндә Муза һәм балалар Башҡорт халыҡ уйын ҡоралы ҡурай үҫкән урынға сәйәхәт ҡылған. Был илдә Егет (Арыҫлан Оморҙаҡов) балалар алдында кипкән үләндән ҡурай яһап хайран ҡалдырған, ә Һылыу (Екатерина Запонова) "Бишбармаҡ" бейеүен өйрәткән. Был сара Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән. Әйткәндәй, иртәгә балалар "король Орган" менән осраша. Билеттар бар.

🔥 Санкт-Петербургта башҡорт туйы үткәр! Баймаҡ районы һәм ҡалаһы ЗАГС ы хәбәр итә: 2026 йылдың 26 июнендә Санкт-Петербург ҡа
🔥 Санкт-Петербургта башҡорт туйы үткәр! Баймаҡ районы һәм ҡалаһы ЗАГС ы хәбәр итә: 2026 йылдың 26 июнендә Санкт-Петербург ҡалаһында башҡорт милли кейеме һәм йолаларын үтәп, никахты теркәргә була. 📍 Быны "Экспофорум" конгресс-күргәҙмә комплексында үткәреләсәк Петербург халыҡ-ара юридик форумында атҡарырға мөмкин. РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы форум майҙансығында ЗАГС органдары эшмәкәрлегенә ҡағылышлы киңлек әҙерләй һәм шунда Рәсәйҙең милли йолаларын сағылдырған никах теркәү тамашаһын уҙғарыу тәҡдим ителгән.
💯Ошоға бәйле 26 июндә Санкт-Петербург ҡалаһында башҡорт туйы яһарға теләүселәрҙе Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт итергә саҡыралар.
Тел.: 8 34751 3-35-21, 8 34751 3-36-17 Гөрләтәбеҙме? ❤️ Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан төрлө мәҙәни саралар ойошторола. 🔹 Мәҫәлән, 28 февралдә (иртәгә) Өфөләге М. Ға
+1
📌 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан төрлө мәҙәни саралар ойошторола. 🔹 Мәҫәлән, 28 февралдә (иртәгә) Өфөләге М. Ғафуриҙың йорт-музейында "Иманлы ғаилә - милләттең нигеҙе" тигән әҙәби-музыкаль кисә үтәсәк. Сәғәт 17:00-дә башлана. 🔹 1 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Ритайым" көтә - инеү бушлай 🔥

📌 Бөгөн, БР Милли музейында, сәғәт 3-тә! Бөгөн, 27 февралдә, Башҡортостандың Милли музейында Гөлназ Ғәлимуллинаның "Әсә" тип
📌 Бөгөн, БР Милли музейында, сәғәт 3-тә!
Бөгөн, 27 февралдә, Башҡортостандың Милли музейында Гөлназ Ғәлимуллинаның "Әсә" тип аталған фотолар күргәҙмәһе асыла.
🔹 Күргәҙмә Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан ойошторолған һәм ғаилә усағын һаҡлаусы төп кешегә - Әсәйгә арналған. Гөлназ Ғәлимуллина Өфөлә тыуған, документаль фильм режиссеры, фоторәссам. Әлеге көндә Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй, уның эштәре бар донъяға билдәле. Беҙҙең төркөмдә лә уның үҙенсәлекле, матур фотоларын ҡайсаҡ ҡуябыҙ. Был юлы талантлы фотографтың эштәрен үҙ күҙҙәрегеҙ менән барып ҡарағыҙ. 👍

НАҘ Ҡәҙерләп, һөйөп үҫтергән Телемдең мин балаһы. Аңланып, тулып, һутланып Бешеп еткән алмаһы. Телем менән әсәле мин, Етем-еҫ
НАҘ Ҡәҙерләп, һөйөп үҫтергән Телемдең мин балаһы. Аңланып, тулып, һутланып Бешеп еткән алмаһы. Телем менән әсәле мин, Етем-еҫер түгелмен. Туған телдә уйлағанға Тоям башҡорт күңелен. Тамырлымын - тарихлымын, Телем минең - хәтерем Барһын белә, зирәк, һушлы, Әйтә белә әйтерен. Телем минең - тәрбиәсем, Хыянатһыҙ остазым, Бәрхәт тауыш, атлас моңом, Ҡолаҡ иркәләр наҙым. Иман бөтөр, әгәр донъя Ошо наҙға әсенһә. Йәшәр халҡым, тел күскәндә Нәҫелдәрҙән нәҫелгә. Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА. 📍 Күренекле башҡорт шағирәһе Таңһылыу Фаяз ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күскән. Уның менән хушлашыу бөгөн Туймазы ҡалаһында үтә. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

🔥Салауат Юлаев бәйгеһенә барығыҙ! Башҡорт халҡының милли батырҙары хәтеренә һәм аттарҙың Урал мәҙәниәтендә тотҡан урынына ар
🔥Салауат Юлаев бәйгеһенә барығыҙ! Башҡорт халҡының милли батырҙары хәтеренә һәм аттарҙың Урал мәҙәниәтендә тотҡан урынына арналған сара 7 мартта "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплекс биләмәһендә үтәсәк. Сарала санаға егелгән аттар ярышы, оҫталар йәрминкәһе, иң тәмле милли аш-һыу, иң шәп егеү кәрәк-ярағы, бригадирҙар ярышы, балалар һәм өлкәндәр өсөн халыҡ ярыштары ойошторола.
💯"Салауат Юлаев бәйгеһе" - йолаларҙы, башҡорт атының көсөн, хеҙмәтте һәм ғаилә ҡиммәттәрен үҙ эсенә алған байрам.
📍 Инеү бушлай. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (987) 101 50-02, +7 (347) 772 86-20

Изге йома мөбәрәк булһын! 🤲 «Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ», - тиелгән хәҙистәрҙә. Илебеҙгә, республикабыҙға,
Изге йома мөбәрәк булһын! 🤲
«Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ»,
- тиелгән хәҙистәрҙә. Илебеҙгә, республикабыҙға, халҡыбыҙға именлек теләйбеҙ!

📌Салауат Юлаев һәйкәлен реставрацияға әҙерләү тураһында фильм өсөн награда бирелгән. Бөтә донъя коммерция булмаған ойошмалар
📌Салауат Юлаев һәйкәлен реставрацияға әҙерләү тураһында фильм өсөн награда бирелгән. Бөтә донъя коммерция булмаған ойошмалар көнө алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды бер нисә проектты грамота һәм рәхмәт хаттары менән билдәләп үткән. Социаль-иҡтисади проекттарҙы уңышлы бойомға ашырғаны өсөн юғары баһаға тәҡдим ителгән 198 эш араһынан 25-е бүләкләнгән.
🔥Шулар араһында "Самрау" фондының БСТ телеканалы менән берлектә төшөрөлгән "Мин ҡайтырмын" документаль фильмы ла бар.
Ул милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәлен реставрацияға әҙерләүгә бағышланған. Рәхмәт хатын проект етәксеһе, БСТ каналының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова алған.

Ике көндән яҙ, ә унан инде оҙаҡламай йәй ҙә етер... 💚 Видео: Сулпан Юлай.

❓БАШҠОРТ БИҘӘКТӘРЕ - АТАМАҺЫН БЕЛӘҺЕҢМЕ? Башҡорт милли кейемендә, кәрәк-ярағында ҡулланылған ҡайһы бер биҙәктәрҙең атамаларын
+4
БАШҠОРТ БИҘӘКТӘРЕ - АТАМАҺЫН БЕЛӘҺЕҢМЕ? Башҡорт милли кейемендә, кәрәк-ярағында ҡулланылған ҡайһы бер биҙәктәрҙең атамаларын этнограф, тарих фәндәре кандидаты Елена Нечвалода үҙенең "Башҡорттарҙың нағыш орнаменттары" ("Орнамент счетной вышивки башкир") китабында телгә алған. ✴️Бына ҡайһы бер биҙәктәрҙең атамалары: 1. бесәй табаны 2. һигеҙ ҡусҡар 3. ҡойроҡтар 4. ҡыя тегеү 5. тырма теш. 📍 Һүрәттәрҙә ҡарағыҙ.

📌 "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары"на рәхим итегеҙ! 28 февралдә Бөрйән районы Һарғая ауылында "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" -
📌 "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары"на рәхим итегеҙ! 28 февралдә Бөрйән районы Һарғая ауылында "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" - 2026 ойошторола. Боронғо башҡорт уйын-ярыштарында көс һынап ҡарарға, йолаларыбыҙ менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге буласаҡ.
"Ауҙарыш" һәм "Ылаҡ" ярыштарында еңеүселәргә бүләккә - ат вәғәҙә итәләр! 🔥
Шулай уҡ уҡ атыш, арҡан тартыш, суҡмар сөйөү буйынса ла сәмле ярыштар көтә. Ятып ҡалмағыҙ! 💯

📌Өфөлә “Башҡортостандың этно-һылыуҡайы” конкурсының финалы үтә. Сара Рәсәй халыҡтары араһында милли берҙәмлек һәм татыулыҡты
📌Өфөлә “Башҡортостандың этно-һылыуҡайы” конкурсының финалы үтә. Сара Рәсәй халыҡтары араһында милли берҙәмлек һәм татыулыҡты нығытыу маҡсатында ойошторола. Матурлыҡ ярышында төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша. Йомғаҡлау сараһы 5 мартта баш ҡаланың “Атайсал” мәҙәниәт үҙәгендә үтә.

📌 Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин Башҡорт дәүләт медицина университетын телгә алған. 🔹 Кисә Дәүләт Думаһы депутаттары
📌 Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин Башҡорт дәүләт медицина университетын телгә алған. 🔹 Кисә Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығыш яһап, Михаил Владимирович шулай тигән:
"Башҡорт дәүләт медицина университетында регенератив хирургия, заман терапияһы өсөн материал уйлап тапҡандар һәм етештерә башланылар".
Ғөмүмән, сығышында урта һөнәри һәм юғары белем биреүгә ҙур иғтибар бүлгән.
"Был мәсьәлә республикабыҙ өсөн бик әһәмиәтле. Беҙҙә илдәге иң ҙур һәм көслө урта һөнәри белем биреү системаларының береһе. Башҡортостан колледждары - сәнәғәт предприятиеларыбыҙ, ауыл хужалығы, социаль өлкә өсөн кадрҙар әҙерләүсе ышаныслы партнерҙарыбыҙ. Ошоно аңлап, республика колледждары матди-техник базаһын яңыртыу программаһын булдырҙыҡ",
- ти был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 🔹 Әйткәндәй, Мишустин һөйләгән "Профессионалитет" федераль проекты буйынса Башҡортостанда ла эштәр алып барыла: бөгөн беҙҙә уның ярҙамында булдырылған 19 белем биреү һәм белем биреү-етештереү кластеры эшләй. 📍2026 йылда тағы 8 кластер асыласаҡ. Ә бына Аксенов һәм Урал аръяғы колледждары "Агропрофессионалитет" проекты сиктәрендә ике йыл дауамында матди-техник базаны яңыртыуға 285 млн һумдан ашыу аҡса аласаҡ. 🔹 Юғары уҡыу йорттары "Приоритет 2030" программаһында ҡатнаша. Былтыр Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты ошо программаға индерелгән.
"Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путинға, Рәсәй Хөкүмәтенә беҙҙең йәштәргә ярҙамдары һәм мөмкинлектәр өсөн рәхмәтемде белдерәм",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров.

Уңышлы кесе йома теләйбеҙ! 😇 📍 Ергәнтау, Башҡортостандың Ишембай һәм Мәләүез райондарында урынлашҡан. 💯Ергәнтауҙың атамаһы
+2
Уңышлы кесе йома теләйбеҙ! 😇 📍 Ергәнтау, Башҡортостандың Ишембай һәм Мәләүез райондарында урынлашҡан. 💯Ергәнтауҙың атамаһы XIII-XIV быуаттарға барып тоташа - риүәйәттәр буйынса, урындағы халыҡ үҙ ерҙәре өсөн монгол ғәскәренә ҡаршы ҡаты алыша, ҡан күп ҡойола. Шул осорҙан тауҙы “Ер-ҡантауы”, йылғаны “Ер-ҡан” йылғаһы тип йөрөтәләр. Әйтелеше аҙаҡ Ергәнтау булып китә. 🔹Тау урман менән ҡапланған. Ул Салауат ҡалаһы эргәһендә. 🔹 1952 йылда Ергәнтау итәгендә "Йомаҡ" ҡаласығы табылған, унда ике Сармат ҡурғаны барлығы асыҡланған - баҡыр быуаты аҙағына ҡараған ҡомартҡыларҙы тәүҙә Нияз Мәжитов өйрәнә. Фото: Виталий За

Төнгөлөккә ҡурҡыныс әкиәт, пиф-паф🤭 Видео: Дамир Тайыпов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Ата-бабаларыбыҙ ҡайҙа ғына булмаған, ниҙәр генә күрмәгән - ауыҙ-тел ижадында ла бай тарихыбыҙға дәлилдәр бар. "Алтын Урҙа" башҡорт халыҡ йырын Зәлиә Нурлы башҡара ❤️

📌 Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре ырыу-ҡәбилә, йәшәгән төбәккә ҡарап айырылған, хужабикәнең йәше буйынса ла төрлөләре булған.
Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Милли музейында һаҡланған ҡомартҡыларҙы тәҡдим итәбеҙ.
Бында XIX быуат аҙағы - ХХ быуат башында эшләнгән биҙәүестәр күрһәтелгән.

ҒАИЛӘМ – ҠӘЛҒӘМ Был тормоштоң ялҡынынан, Буранынан, һалҡынынан, Ҡоролоғо, ташҡынынан, Бысрағынан, юшҡынынан, Һаҡлай мине бөйө
ҒАИЛӘМ – ҠӘЛҒӘМ Был тормоштоң ялҡынынан, Буранынан, һалҡынынан, Ҡоролоғо, ташҡынынан, Бысрағынан, юшҡынынан, Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм! Бында мине һәр кем аңлай, Эс серемде һәр кем тыңлай, Көрәштәрҙән арып-талған Хәнйәр-йәнгә ғаиләм — ҡындай, Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм - Яҡындарҙан-яҡын ғаиләм! Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш, Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш, Шатлыҡтарым уртаҡ шатлыҡ, Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ, Яҡлай мине изге ҡәлғәм Ышаныслы, татыу ғаиләм! Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк, Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк, Бында ярҙам, изге теләк, Бында һөйөп тибә йөрәк, Имен булһын ғәзиз ғаиләм Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм! Фирүзә АБДУЛЛИНА.
📍Әйткәндәй, бөгөн - 25 февралдә, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында шағирә Фирүзә Абдуллинаның ижад кисәһе үтә.
Билеттар: ошонда. Фотола: Азалия һәм Юлай Вәлиевтар ғаиләһе.