612
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-47 أيام
-730 أيام
أرشيف المشاركات
Хәйерле көн 🌼
Фотолағы ошо сәскәләрҙе ҡайһы берҙәр "шоколад сәскәһе" тип йөрөтә, сөнки был сәскәнән нәҡ шундай шоколад еҫе килә. Әйткәндәй, был астра сәскәһенең бер төрө.
Ә һеҙҙең яҡта уны нисек атайҙар?Фото: Зиннур Боҫҡонов.
📌 Әлеге мәлдә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы бара һәм унда Башҡортостан Республикаһы күргәҙмәһе эшләй, артистарыбыҙ ҙа сығыш яһаған.
Төньяҡ баш ҡалала ҡурай моңо һәм аһәңле башҡорт йыры яңғыраған.🔥
Тыуған ауылығыҙҙы һағынаһығыҙмы?Йәйгеһен бигерәк йәмле шул беҙҙең тәбиғәт 😍 Видео: Линар Вәлиев.
⭕“Ауҙарыш” һыбай йөрөү оҫталығы менән көрәште берләштергән боронғо башҡорт уйыны.
🌿Сергей Руденко “Башҡорттар” тарихи-этнографик очерктарында көрәш тураһында былай тип яҙа:
“Ауылда таныштары йәки туғандары булған ҡунаҡтар һабантуйға кистән үк килә, ҡалғандар байрам көнөндә иртәнсәк килеп етә һәм таныштарында, йәки майҙанға тура туҡтала. Ул ауылға яҡын берәй ҡалҡыуыраҡ ерҙә үткәрелә. Уның көньяғында уртаһы асыҡ ярым түңәрәк киндер ҡыуыштар ҡуйыла, йәки ҙур булмаған ҡайындарҙан ярым түңәрәк яһала. Ҡайындар һәм япма күләгәһендә хөрмәтле кешеләр, ҡунаҡтар һәм хужалар ултыра: бында улар сәй эсә, көрәште һәм башҡа ярыштарҙы күҙәтә. Ҡарттар мәсеттәрҙән намаҙ уҡып сығыуға, төштән һуң бөтә халыҡ майҙанға йыйыла. Түңәрәк уртаһында көрәш башлана. Ул шунан ғибәрәт: көрәшселәр майҙан уртаһына сығып, күлдәктәрен сисеп (ыштанда һәм эскүлдәктә генә ҡалалар) һәм күлдәк еңен һыҙғанып, бер-береһенең арҡаһына ҡушаҡ ташлап, остарын ҡулдарына урап тотоп, көрәшкә әҙерләнәләр. Аяҡтарын киңерәк баҫып һәм бер-береһен таһыллыҡта һәм көскә һынап ҡарап, арҡаһына ятҡырырға тырыша. Бер урындан икенсеһенә яй һәм ауыр баҫып, бер-береһен йә бер, йә икенсе яҡҡа әйләндереп йәки бер аяҡҡа тубыҡлана биреп, улар ҡаршы көрәшкән кешене баш аша ташларға тырыша һәм уның ҡаршылашыуын еңер өсөн күкрәгенә ҡыҫа, уға бөтә кәүҙәһенең ауырлығы менән ята йәки һауаға күтәрә һәм, ниһайәт, үҙе тирәләй өс тапҡыр әйләндереп, ергә бәрә”.🌿Ә бына “Ауҙарыш” бик өйрәнелеп етмәгән. Шулай ҙа был төр ярыш тау-урманлы төбәктәрҙә тыуғандыр, тип фаразлайҙар. 🌿 Ауҙарыштың асылы шунда: һыбайлылар ике командаға бүленеп, асыҡ майҙанға сыға һәм бер-береһен аттан төшөрөргә тырыша. 📍 Бөгөн Ауҙарыштың аныҡ ҡағиҙәләре бар: ✅ 15 минут дауамында ярышалар; ✅ ҡатнашыусылар ауырлыҡтары буйынса бүленә: еңел - 65 кг-ға тиклем, уртаса - 80 кг, ауыр -80 кг-нан алып; ✅ уйын барышында бер ҡатнашыусы ла еңмәһә, 5 минут өҫтәп бирелә; ✅ ҡатнашыусы ҡаршы сыҡҡан кешегә, уның атына һуғырға, кешенең башынан, сәсенән тоторға йәки ҡулын шаҡарырға, атының ҡамыт-дуғаһына тейергә, теҙген менән кешене уратырға тейеш түгел. Видео: Вилдан Яманғолов. #башҡорттар
Һабантуй - йыл да ҡабатлана һәм йыл да көтөп ала торған байрамдарҙың береһе.
❓ Быйыл һеҙҙең район һабантуйҙарында ниндәй ҡыҙыҡтар булды?
Видео: Салауат Юнысов.
ЙӘЙГЕ ИРТӘ
Йәйге иртә, ыуыҙ ғына томан
Аҡ ҡайынҡайҙарға һарыла
Ә, улары хәс оялсан ҡыҙҙай,
Аҡ бөркәнсек итеп ябына.
Ерем йоҡлай йыһан ҡосағында,
Таңғы йоҡо шундай татлы шул.
Уҡ ҡаялы тауҙар һаҡта тора,
Мәңге алышынмаҫ һағауыл.
Шаян ел дә елпеүесен ҡуйып,
Иркәләнә урман ҡуйынында.
Иләһи бер тынлыҡ солғап алған,
Ишетелмәй шишмә сыңы ла.
Ҡайын япраҡтары шыбырҙашып
Бер-береһенә серен һөйләйҙәр.
Ысыҡ һыуын эсеп һандуғастар
Тауыштарын моңға көйләйҙәр.
Ҡояш ҡалҡа, наҙлы нурын һирпеп
Ер юлдашын һөйөп иркәләр.
Һәр саҡ шулай булһа ине тормош.
Тыныс булһа ине иртәләр.
Рима ИБРАҺИМОВА.
🔥Кисә Салауат ҡалаһында "Күстәнәсле ритайым" ойошторолған, тип хәбәр итәләр.
Видео: Ирдан.
⭕ Ә һеҙ был һорауҙарға яуап беләһегеҙме?
Ислам Төхвәтуллин менән берлектә Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған "Башҡортса интернет-серфинг" проекты сиктәрендә төшөрөлгән видеороликты ҡарағыҙ.
Видео: Башфонд.
+6
Йәйҙең йәмле көндәре 🌺
📍 Башҡортостан. Благовар районы.
Фото: Зөһрә Зөлҡәрнәева.
🌿Тәбиғәт тә, кеше лә, моң да, бейеү ҙә берҙәй һоҡланғыс булған осраҡ был.
Унан ыңғай көйләнеш алығыҙ һәм көнөгөҙ матур үтһен!📍 Видео Айгүзәл исемле һылыуҙан.
Ат егеп ҡарағанығыҙ бармы?Ә бына Салауат районы Әлкә ауылы уҙамандары хатта тиҙлеккә эшләй ала быны. 📍 "Салауат йыйыны"нан бригадирҙарҙың сәмле ярышы күренештәре.
+1
📌 Бөгөн Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнә.
Ошо айҡанлы Башҡорт опера һәм балет театрында "Батыр мин һәм йырсы" тип аталған концерт көтөлә.
⏰Башлана: 19:00.
💰Хаҡы: 300 һум.
🎫Урындар: фото беркеттек.
"Бысраҡ һыуҙа ҡул йыкгым килмәй"...Ә һеҙ бәләкәстәрҙең ҡулын ниндәй һыуҙа йыуҙыраһығыҙ? 🤭 Әйткәндәй, төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥰 Видео: Фидәлиә Йылҡыбаева.
📌 "Салауат йыйыны" - 2025 республика фольклор байрамынан тулыраҡ видео тәҡдим итәбеҙ.
"Һәр дәүерҙең үҙ Салауаты" тип аталған барыһын да хайран итерлек театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Тамашасы алдында 200-гә яҡын кеше сығыш яһаны. Унда Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Салауат районының ижади коллективтары ҡатнашты.
Байрам булғас, ярыштары ла була.✅ "Оран" Салауат Юлаев исеменә бәйле иң яҡшы сувенир әйбере конкурсында 🏆Гран-приҙы Миңлегөл Дәүләтова яуланы. 🥇Беренсе һәм 🥈икенсе урындарға Салауат районынан Миңзәлә Вәлишина һәм "Миңзифа" бренды (Өфө ҡалаһынан) лайыҡ булды. ✅ Тирмәләр һәм милли йорттар араһында үткән төбәк-ара конкурста 🏆Ишембай ауыл биләмәһе еңеүсе тип табылды. 🥇1-се урын Арҡауыл ауыл биләмәһе; 🥈2-се урын Мәсетле ауыл биләмәһе; 🥉3-сө урын Мещегар ауыл биләмәһе сыҡты. ✅ "Салауат бәйгеһе"ндә 🥇1-се урынды Тирмән ауылынан "Апачи" командаһы алды, 🥈2-се урынды Мәсетле һәм Арҡауыл ауылдарының йыйылма командаһы, 🥉3-сө урынды Арҡауыл ауылы командаһы, 🏅4-се урынды Лағыр ауылы командаһы яуланы. Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы, Салауат районы хакимиәте һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
