617
المشتركون
-224 ساعات
-27 أيام
-430 أيام
أرشيف المشاركات
"Ялсыҡайға аҡҡоштар ҡайтты",- тип хәбәр итә Көйөргәҙе районының "Юшатыр" гәзите. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
+1
Бөтә донъя Ҡояш көнө менән, төркөмдәштәр! ☀️
Тормошоғоҙҙо нурға күмгән ҡояшлы көндәр күберәк булһын, тип теләйбеҙ 🥰
📍 Мәләүез районы урмандарында ҡорҙар.
Фото: Рәмил Хәмитов.
+4
📌Тере этнография: музей үҙе килгән
Халыҡтың тарихын экранда ғына күрһәтеп булмаған осраҡта нисек һөйләргә һәм аңлатырға?Уны ҡул менән тотоп ҡарау мөмкинлеген бирергә кәрәк. 30 апрелдә БР Милли музейы хеҙмәткәрҙәре Өфө хосписында үҙенсәлекле сара ойошторған. Был лекция йәки экскурсия ла түгел. Өлкәндәр башҡорт милли кейемдәренең үҙенсәлеген, тарихын ҡул менән тотоп ҡарап өйрәнгән. Этнографтар уларға бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә еткергән: кейемгә ҡарап, кешенең ҡайһы ырыуҙан, ниндәй төбәктән булыуын да айырып булған. ⚡БР Милли музейы хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн киләсәктә бындай күсмә этнография күргәҙмәләрен дауам итергә ниәтләй.
Музей - ул быяла аҫтындағы күргәҙмә генә түгел, ә йәнле һәм шәфҡәтле сара ла.
Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбле 🔥
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
⭐2 май - совет ғәскәрҙәре фашистик Германияның баш ҡалаһын - Берлинды алған көн.
🔥 Бөгөн беҙ ил именлеге, донъя тыныслығы өсөн йәнен аямай көрәшкән яҡташтарыбыҙҙы, батыр ата-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын иҫкә алабыҙ.
Берлинды һәм Рейхстагты штурмлауҙа ҡатнашҡан бихисап яҡташ яугирҙарыбыҙ араһында төрлө милләт вәкилдәре булған.🔹 Сығышы менән Баймаҡ районынан булған һәм 301-се уҡсылар дивизияһының 1050-се полкы менән командалыҡ иткән, Гестапо һәм Берлин Авиация министрлығын алыуҙа ҡатнашҡан яугирыбыҙ Исхаҡ Ғүмәровтың исеме яҡшы таныш. Ул 1945 йылдың 2 майында сәғәт иртәнге 4-тә Империя канцелярияһы һәм Гитлерҙың бункеры баҫып алынды, тип хәбәр итә. 🔹 Республикабыҙҙың Мишкә районы Янағош ауылынан Ғәзи Заһитов тәүгеләрҙән булып Рейхстаг башына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. Ул милләте менән татар була. 🔹 Тағы ла бер шундай уҡ еңеүсе яҡташыбыҙ - Ҡалтасы районы Яңы Килбаҡты ауылынан мари кешеһе Байдемир Япаров. Ул 30 майҙа 4 кешенән торған төркөм менән Еңеү әләмен беркетә.
Тыуған ил һәм аяҙ күк йөҙө өсөн көрәшкән, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан барлыҡ батырҙарыбыҙға мәңгелек дан! 🔥
Һиллек...😻
Хәйерле көн ☀️
📍 Асҡын районы Солтанбәк ауылы
Видео:Ләйсән Суфиянова.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
📌 Салауат Юлаев һәйкәленең торошо бик насар, тип әйткәйнеләр инде. Күҙәтеү советы ағзалары быны үҙ күҙҙәре менән барып күргән - сираттағы кәңәшмә Өфөләге цехта үткән.
📍 Улар күргән һәм ишеткәндәрҙе ошо видеола ҡарарға була:
https://vkvideo.ru/video-229671171_456239066
Таныштарығыҙҙы башҡортса ҡотлағыҙ😉
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм "Башҡортостан бөгөн" каналы проекттарының береһе был. Фонд етәксеһе Гөлназ Йосопова ярҙам итә.
📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотланы.
Республика етәксеһе "Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһына сәскәләр һалды һәм барыһын да байрам менән тәбрикләне. Тәүҙә ул Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Өфө һәм Ишембай ҡалаларына лайыҡлы рәүештә "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исеме бирелеүе, бының иңдәренә ил хәстәрен алған быуынға ихтирам сағылышы булыуын билдәләп үтте. Бөгөн дә был ҡалалар әүҙем үҫешә, быуындар бәйләнеше дауам итә.
💯 "Республика, илебеҙ кеүек үк, еңел булмаған осорҙа йәшәй. Белеүегеҙсә, Президентыбыҙ яңыраҡ был осорҙо Рәсәй тарихында һынылышлы мәл, тип атаны. Был ысынлап та шулай. Һәм был һынылышты республика, халҡыбыҙ бөтә быуындар ғорурланырлыҡ намыҫ менән үтә. Яугирҙарыбыҙҙы бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү, улар имен-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. "Барыһы ла Еңеү өсөн", тип йәшәйбеҙ. Бөтәгеҙҙе лә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым. Бөгөн беҙ тормош бара, үҫеш бар, көсөбөҙ бар, иңебеҙгә ятҡан барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үтәсәкбеҙ, тигән ҡыуаныслы тойғо менән уяндыҡ",- тине Радий Хәбиров.
+6
📌 Белоретта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тыныс, тулы тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү үҙәге асылған.
"Урал" гәзите хәбәр итеүенсә, ярҙам үҙәге "бер тәҙрә" принцибы буйынса эшләйәсәк. Бында психологик, юридик, социаль-көнкүреш, эшкә урынлашыу һәм белем алыу йәһәтенән ярҙам алырға, медицина реабилитацияһы үтеп буласаҡ.
💯 "Булған мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн үҙ йортобоҙҙо булдырыу өсөн бина һайлап, ремонт эштәре башланыҡ. Үҙәк яугирҙарыбыҙ, уларҙың яҡындары йыйыла торған урын буласаҡ. Бында музей ҙа эшләйәсәк. Махсус хәрби операцияға киткәндәрҙең, тылда ярҙам иткәндәрҙең бөтә мәғлүмәттәрен йыясаҡбыҙ. Беҙгә тарихты, белореттарҙың тылда башҡарған хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү бурысы ҡуйылған. Үҙәк оҙаҡ йылдар эшләйәсәк һәм бынан беҙҙең бөтә һалдаттарға һәм барыбыҙға ла ҙур файҙа буласаҡ",- ти Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.
+2
📌"Беҙҙекеләр йәнә беренсе!"- тип һөйөнсөләгән Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина. Ул етәкләгән факультет студенттары йәнә Төрки телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Таулы Алтайҙа ойошторолған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе булған.
💯 "Бишенсе йыл рәттән Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһына етеүсе юҡ. Афарин, йәштәр, һынатманығыҙ! Команда беренселегенән тыш, һәр студентыбыҙ тел һәм әҙәбиәт буйынса күрһәткән тәрән белеме өсөн махсус Диплом һәм Маҡтау ҡағыҙына ла лайыҡ булды. Көслө уҡытыусылар көслө студенттар әҙерләй... Коллегаларыма ҙур рәхмәт",- тип яҙған сәхифәһендә Гөлфирә Риф ҡыҙы. Ҡотлайбыҙ! 👏
Башҡортостандағы иң ҙур ауыл 🏡
Эйе, Ғафури районындағы Сәйетбаба ауылы тураһында һүҙ бара. Ул Мәндем йылғаһы буйында урынлашҡан.
Икенсе исеме - Мырҙаҡай.🔹 Ауылға Нуғай даруғаһы Кесе‑Табын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 📍 Сәйетбаба ауылы беренсе тапҡыр документтарҙа 1765 йылда телгә алына. 🔥 Рәүиз яҙмаларына ярашлы, 1795 йылда ауылда 33 йортта 300 кеше йәшәгән, ә 1865 йылда 148 йортта — 864 кеше. 🔹 Ә һуңғы халыҡ һанын иҫәпкә алыуға ярашлы, Сәйетбабала 1,5 мең тирәһе кеше йәшәй. Видео: Айгөл исемле һылыуҙан.
"Үлемһеҙ полк" онлайн акцияһында ҡатнашығыҙ 🔥
Бының өсөн түбәндәге ысулдарҙың береһен ҡулланып, 6 майға тиклем ғариза тапшырып өлгөрөргә кәрәк:
🔹 сайтта: 2026.polkrf.ru
🔹 "Бәйләнештә"нең мини-ҡушымтала: vk.com/polk_app
🔹 "Класташтар"ҙың мини-ҡушымтала: ok.ru/app/polk
🔹 МАКС-тағы мини-ҡушымтала: web.max.ru/267471564
Шәхси кабинетығыҙҙа геройығыҙҙың фотоһын ҡуйығыҙ һәм уның турала мәғлүмәт яҙығыҙ. Был Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәки тыл хеҙмәткәре булыуы ихтимал.
📍 Онлайн сара 9 Май көнө Өфө ваҡыты менән сәғәт төшкө 12-лә башлана.
Бөтә мәғлүмәт тарихсылар менән бергә тикшереү үтә, был фейк биттәр һәм урынһыҙ контенттан һаҡланыу өсөн эшләнә.
Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
📌 Рәсәй һәм Ҡырғыҙстандың мәғариф министрҙары - Башҡортостанда
Кисә Өфөгә Сергей Кравцов һәм Доглуркул Кендирбаева килде. Улар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән бергә башҡорт мәғрифәтсе шағиры Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды.🔹 Шунан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Универсаль педагогик компетенциялар технопаркы менән танышҡандар. 🔹 Шулай уҡ полилингваль белем усаҡтары, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең үҫеше, Ҡырғыҙстанда рус телле мәктәптәр асыу кеүек мәсьәләләр тикшерелгән. 📍 Был турала "Башҡортостан бөгөн" каналының видеоһын ҡарағыҙ.
📌 Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияланған цехта Күҙәтеү советының кәңәшмәһе үткән.
Кисә һәйкәл буйынса Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы ҡарамағындағы Күҙәтеү советы ағзалары цехта булған һәм унда эшләгән белгестәрҙе тыңлаған.
Милли батырыбыҙ һәйкәленә һөртөлгән буяу ҡатламдарын алып ташлағас, уның таушалған урындары асыҡ күренеп ҡалған. Урыны менән суйын үтәнән-үтә тишкеләнеп бөткән. Әле белгестәр һәйкәлдең күпселек өлөшөн суйындан ҡойоп яңыртыу, йәки тулыһынса бронзанан эшләү тураһында һүҙ ҡуҙғата.
Реставрация төркөмө етәксеһе урынбаҫары Пётр Волков әйтеүенсә, әле һәйкәл өлөштәренең етешһеҙлектәрен эҙләп билдәләү бара һәм уларҙың һәр береһе компьютерға теркәлә - анализлау үткәс, белгестәр кәңәшмәгә йыйылып, артабан нимә эшләүҙе хәл итәсәк.
Әле Күҙәтеү советы ағзалары үҙ күҙҙәре менән күреп, фекерҙәрен белдерә башлаған. Яҡын арала тағы бер кәңәшмәгә йыйылырға ниәтләйҙәр.Тулыраҡ: БСТ каналының "Яңылыҡтар" сығарылышында. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
Хәйерле иртә! 🥨
Нишләп самауыр сәйе тәмлерәк?Шул хаҡта уйланғанығыҙ бармы? ✅ "Алиса" әйтә: һыу яйлап ҡайнағанға, самауырҙың һемәге төбөнән өҫтәрәк торғанға, һыу йомшарғанға - һыуҙағы ҡаты матдәләр төбөнә ултыра һәм сәй яһағанда төшмәй. 🔹 Тағы ла бәләкәй сәйнүккә сәй япраҡтарын һалып, самауыр өҫтөнә ултыртып бешереү уның тәмен яҡшыраҡ "асырға" ярҙам итә, ти. 🔹 Тубырсыҡтар яғып ҡайнатылған самауыр сәйе тағы ла хуш еҫлерәк килеп сыға, тип иҫәпләй аҡыллы "түтәй". 🔹 Ә инде ҡырҙа, йәки баҡсала ултырып самауыр сәйе эсһәң - хөрриәт.
Иртәнге сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 🥰Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro
"Батырҙар һәр ваҡыт кире әйләнеп ҡайта",- ысынлап та шулай 🔥 Салауат Юлаев һәйкәле әле реставрацияла. Бөгөн белгестәр уны яңыртыу һәм нығытыуҙың ике ысулы бар - төп нөсхәһенең күпселек өлөштәрен яңынан суйындан ҡойоп эшләү, йәки бер үҙенсәлеген үҙгәртмәйсә бронзанан өр-яңы һәйкәл ҡойоу, тип билдәләй. 💯 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров иһә, барыһын да белгестәр, халыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары берлектә хәл итәсәктәрен белдерҙе. Һәм Салауат Юлаев һәйкәле 2027 йылда мотлаҡ үҙ урынына ҡайтасағын әйтте. Видео: интернеттан.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
