ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
612
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-77 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
Ышанып йәшәйем Мин бәхетле, тип әйтәм дә Ышанам шуға үҙем. Һығылып илар саҡта ла Йылмая, балҡый йөҙөм. Мин көслөмөн, тип әйтәм дә Тағы ышанам шуға. Йығылып ятыр саҡта ла Сығып китәмен юлға. Мин яратам, тип әйтәм дә Ышанам шуға тағы. Төңөлөп бөтөр саҡта ла Күңелдә – хистәр наҙы. Шулай ышанып йәшәйем Мин ғүмерем буйына. ...Тик төндәрен генә йәнем Һағышыма һыйына. Зөһрә Ҡотлогилдина

Көҙҙөң тәүге аҙнаһында Республика клиник перинаталь үҙәгендә 269 бәпес тыуған, улар араһында өс игеҙәк тә бар. Йыл башынан үҙ
Көҙҙөң тәүге аҙнаһында Республика клиник перинаталь үҙәгендә 269 бәпес тыуған, улар араһында өс игеҙәк тә бар. Йыл башынан үҙәктә 7 мең бала тыуған, бөтә республикала 21 мең бала донъя күргән.

🏹2025 йылдың 20 сентябрендә Өфө районы Шамонин ауылында ҙур байрам – «Алтын уҡ» III Төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үт
🏹2025 йылдың 20 сентябрендә Өфө районы Шамонин ауылында ҙур байрам – «Алтын уҡ» III Төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтәсәк. Программала: 🔹уҡ атыу буйынса традицион турнир, 🔹халыҡ кәсептәренән күргәҙмә-йәрминкәләр, 🔹иң яҡшы ижади коллективтарҙан торған сығыштар. Һеҙҙе 10.00 сәғәттә Өфө районы Шамонин ауылының һабантуй майҙанында көтәләр. ✅Ойоштороусылар һеҙгә ярһыу хистәр һәм ысын мәғәнәһендә рухи байрам вәғәҙә итә!

"Башҡорт аты" фестиваленән күренештәр

Хаҡ һүҙҙәрҙе ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ ҙа, көндө уңышлы үткәрегеҙ!
Хаҡ һүҙҙәрҙе ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ ҙа, көндө уңышлы үткәрегеҙ!

«Башҡорт аты»нда халыҡ менән аралашып, уларҙың фестиваль тураһында фекерен һорашҡандар

Бөгөн Халыҡ-ара матурлыҡ көнө икән һәм уны тыуған яғыбыҙҙың хозурлығына һоҡланып башлап ебәрмәй булдыра алмайбыҙ!😍 📍Ғафури
+2
Бөгөн Халыҡ-ара матурлыҡ көнө икән һәм уны тыуған яғыбыҙҙың хозурлығына һоҡланып башлап ебәрмәй булдыра алмайбыҙ!😍 📍Ғафури районы. Фото: Людмила Камнева.

Быйыл яҙ Баймаҡ районы эшҡыуары башҡорт атына арналған гимн яҙыу конкурсын иғлан иткәйне. Киң мәғлүмәт сараларынан билдәле булыуынса, ижади бәйгелә ҡатнашыусылар күп була. Рәмил Туйсин менән Фирүзә Абдуллина ижад иткән йыр еңеүсе тип таныла. Быйыл "Башҡорт аты" фестивалендә уның презентацияһы үтә. Башҡорт тоҡомло аттарҙы данлауҙы, һаҡлауҙы, һанлауҙы онотоп, уларҙы һуғымға һәм һатыуға тотоноуға күсеп бөткәйне халҡыбыҙ. Шул арала атҡа эйәр ҙә һала белмәгән нисә быуын ир-егеттәр үҫте инде. Гимн конкурсы иғлан итеү башҡорт атын яңынан бренд итеп күтәреүгә бәйле - республикала Хәбиров башланғысы менән "Башҡорт аты" фестивале үткәрелә башланы. Ул Баймаҡ районының иң сағыу сараһына әүерелде, халҡыбыҙҙа яңынан атҡа иғтибар, ихтирамды арттырҙы. Республикала махсус институт барлыҡҡа килде, башҡорт тоҡомло аттарҙың генофондын өйрәнеү буйынса фәнни эштәр тергеҙелде, федераль кимәлдә рәсми бренд теркәлде һәм башҡалар, һәм башҡаһы. Ниңә һүҙҙе гимндан башланыҡмы? Был өҫтән күтәрелгән башланғыстарҙы ябай халыҡ тарафынан ҡеүәтләп алыу күрһәткесе - был беренсенән. Икенсенән, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүсе интернет-ресурс "хәбәрғәйбәтселәренә" яуап. Юғиһә, фестиваль үтеү менән уны хурлап яҙалар тип, ни рифма, ни мәғәнәһе булмаған шиғыр ишаратын таратып маташалар. Власте тәнҡитләргә була, әммә ыңғай һөҙөмтә биргән күренештәрҙе инҡар итеү, кире ҡағыу - ул профессионаллек күрһәткесе түгел. Әйткәндәй, 12 сентябрь Башҡортостанда милли кейем көнө. Бер нисә йыл эсендә этномода тигән күренеште пропагандалап ебәргән, ҡул эше оҫталары етештергән әйберҙәргә һорау барлыҡҡа килтергән был байрамды ла халыҡ күтәреп алды. Шуға алдаҡ, аноним ижадсылар теләктәре булһа йәнә шиғыр ишараттарын яҙа торһон, беҙ глобалләшеү шарттарында үҙ йола, ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау, пропагандалау өсөн тыуҙырылған шарттарҙың мәнфәғәтен күрәйек.

Зөлхизә Илбәкованан яңы клип! Әртистәр халҡыбыҙҙың эпос-легендаларына мөрәжәғәт итә башланы, бик шатлыҡлы күренеш.

"Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале эҙҙәре буйлап
+7
"Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале эҙҙәре буйлап

Һеҙ көткән дүшәмбе - бөгөн!😊 Башлаған эштәрегеҙ уң булһын!
Һеҙ көткән дүшәмбе - бөгөн!😊
Башлаған эштәрегеҙ уң булһын!

photo content
+5

"Башҡорт аты"нда Красивая ҡушаматлы аты менән төп бүләкте Баймаҡтан Сергей Айсенов отто. Еңеүсегә автомобиль бүләк иттеләр.
"Башҡорт аты"нда Красивая ҡушаматлы аты менән төп бүләкте Баймаҡтан Сергей Айсенов отто. Еңеүсегә автомобиль бүләк иттеләр.

Хәйерле көн! 🌿 Видео: Лена Толпар, модель - Лена Асҡарова.

Радий Хәбиров менән Андрей Назаров Баймаҡта яңы мәсеткә нигеҙ һалды. Хәҙерге мәсет 30 йыл элек төҙөлгән, уға кешеләр һыймай башлаған.

Аҡбуҙат тураһында сәхнәләштереүҙән күренештәр.

Һиндостандан Мас-реслинг буйынса тренер "Башҡорт аты"на саҡыра! "Баймаҡ районында мин беренсе тапҡыр. Миңә бында бик оҡшай: тәбиғәт матур, ә кешеләр бик ҡунаҡсыл", ти Кундан Кумар Джха.

Баймаҡтар бөгөн ҡунаҡ ҡабул итә. "Ылаҡ" уйынында ҡайһы район командаһы еңер тип уйлайһығыҙ?

Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале башланды
+8
Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале башланды

Күптәр үҙен социаль селтәрҙәрҙә "Башҡорт хужабикәһе" итеп танытҡан Миләүшәне әрләй, тәнҡитләй, хурлай (үҙҙәре ҡарай😉), уға алмашҡа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын шул тиклем итәғәтле, тыйнаҡ, оҫта итеп танытҡан шәп блогерҙар күп. Ябай башҡорт ауылындағы тормошто шул тиклем ысын, тәмле, зауыҡлы итеп сағылдырған ошо блогер менән һеҙ танышмы? https://vk.com/wall-230251780_7216