612
المشتركون
-524 ساعات
-77 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
+5
Моңһоу мәлдәр! Күҙҙән күҙегерлек!
Балҡыш һүнер көндәр етеп бара -
Бөркәнсеккә - алтын, ҡомас ерлек,
Ғашиҡ булмай көҙгә юҡтыр сара.
Елдәр уйнап, һалҡын тынын бөрккәс ,
Монар ала күкте килке-килке,
Һүрәнәйә ҡояш, ағаста - бәҫ,
Уҫал янап ҡуя ҡышҡы ипкен.
🛑🛑🛑
Унылая пора! Очей очарованье!
Приятна мне твоя прощальная краса —
Люблю я пышное природы увяданье,
В багрец и в золото одетые леса,
В их сенях ветра шум и свежее дыханье,
И мглой волнистою покрыты небеса,
И редкий солнца луч, и первые морозы,
И отдаленные седой зимы угрозы.
Александр ПУШКИНДЫҢ билдәле шиғырын Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл СИТДИҠОВА тәржемә иткән.Фото: Татьяна Бирюкова.
📌Башҡортостан менән Татарстанды тоташтырыусы күпер асылған
Ыҡ йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелгәндән һуң асылған. Юлдың был участкаһынан тәүлегенә 4 мең автомобиль үтә. 238 метр оҙонлоҡтағы күпер "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә капиталь ремонтланған.
"Юл төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур проекттарҙы күтәрмәләгән өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путинға, ил Хөкүмәтенә оло рәхмәтемде белдерәм. Бөгөн вице-премьер Марат Шакирйән улы Хөснуллинға Ыҡ йылғаһы аша күперҙе графиктан алда - ниәтләнгән ваҡыттан бер йыл алдараҡ тапшырҙыҡ, тип хәбәр иттем. Алда беҙҙең юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса пландар күп. Федераль үҙәктән бындай ярҙам булғанда, барыһын да бойомға ашыра алырбыҙ, тип ышанам",- тине был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
📌 Башҡортостанда быйыл йәй "Хайканутые" проекты төшөрөлгән, тип хәбәр иткәйнек инде.
Билдәле блогерҙар Максим Гурьянов һәм Елена Самчук был юлы Белорет районындағы Ирәкташҡа - русса Инзерские зубчатки, юл тотҡан.Сәйәхәтселәр менән бергә тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенә тағы бер тапҡыр һоҡланып ҡарағыҙ һәм... АЙЫУ менән осрашҡанда нимә эшләргә икәнен белегеҙ! 12+
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...
Рәми ҒАРИПОВ.
Видео: интернеттан.
Төшкө ял минуттарында ҡарай торған видео🐻
Ҡорһаҡҡа ятып, иркенләп сәп-сәп итә башлағанда ғына әсәйҙәр гел шулай ашыҡтыра ла тора ул 😁
"Башҡортостан" милли паркында фототоҙаҡҡа эләккән был айыуҙар. Һыу эсергә килеп, рәхәтләнеп ял итеп алғандар.
"Күңел күтәреү өсөн был видеоны аҙағына тиклем ҡарағыҙ, көн буйы йылмайып йөрөрһөгөҙ",- тип яҙған милли парк хеҙмәткәрҙәре. Видео: "Башҡортостан" милли паркы"
📌 27 октябрь "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһының икенсе модуле башлана.
Ул иҡтисад һәм финанстар темаһын үҙ эсенә ала. Ҡатнашыусылар төбәк иҡтисады нимәгә ҡоролған, территорияның үҫешенә нимә йоғонто яһауын беләсәк һәм ресурстар менән дөрөҫ идара итеү серҙәренә төшөнәсәк. 📍 Әйткәндәй, программаның беренсе өлөшө йәйгеһен үтте. Унда төрлө эксперттар һәм министрҙар, муниципалитет башлыҡтары, ҙур компания етәкселәре менән файҙалы осрашыуҙар ойошторолдо. Ә августан октябрь айына тиклем ҡатнашыусылар төрлө хөкүмәт структураларында ғәмәли тәжрибә тупланы. 🔸 "Башҡортостан геройҙары" проекты Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасылар әҙерләүгә йүнәлтелгән "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһының дауамы булып тора. Уны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторалар.
+5
🌸АЛЪЯПҠЫС 🌸
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары алъяпҡысты көндәлек эштәрҙе башҡарғанда ғына таҡмаған. Байрам кейеменең бер өлөшө лә булған ул.🔸Зауыҡлы һәм ҡәҙерле алъяпҡыстар ҡуш элмә (тамбур) менән сигелгән. 🔹Ғәҙәттә, бындай ҡайыулы алъяпҡыстың ерлеге ҡара, ҡара күк төҫтә булған, сағыу төҫтәрҙән сәскәле орнамент сигелгән. 🔸Фотола күрһәтелгән алъяпҡыстың түшендә тәңкәгә оҡшатып ҡайылған биҙәк бар. 📍 Был алъяпкыс ХХ быуат уртаһында Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Аҡбаш ауылынан алынған һәм Көньяҡ Урал Дәүләт тарихи музейында һаҡлана.
+5
ТОМАН
(башҡорт халыҡ йыры)
Иртә лә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.
Бишмәтеңдә һинең биш төймә,
Шул бишмәткәйеңде күп кеймә.
Кисен генә ятһаң, иртән торһаң,
Һағынырһың мине, мин булмам.
Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,
Талдар араһында ҡағынып.
Ауырып та ятып һарғайманым,
Мин һарғайҙым һине һағынып.
📍 Учалы районы, Нәрәле һырты.
Фото: Слава с Урала.
❓Шау тәңкәле өҫ кейеме нисек атала?
📍Фотоһүрәттә - Әбйәлил районы ҡатын-ҡыҙҙары.
✅ Уларҙың шау тәңкәле өс кейеме - камзул тип атала.
🔹Башҡорттарҙа камзулды еңһеҙ, ҡыҫҡа һәм билле итеп, эстек ҡуйып теккәндәр.
🔹Ирҙәр камзулы ла булған.
Уларға ҡара төҫтәрҙәге кизе-мамыҡ, бәрхәт, хәтфә, сәтин туҡыманан теккәндәр. Ҡайсаҡ еңе терһәккә тиклем булған, яғаһын ябыҡ, төймәле иткәндәр.
🔹Ирҙәр камзулды күлдәк өҫтөнән кейгән, иҙеүенә асып йәки ҡәмәр менән быуып йөрөгәндәр.
🔹Ҡатын-ҡыҙҙарҙың камзулдарын төҫлө кизе-мамыҡ туҡыманан, Урта Азия етене, бәрхәт, хәтфә, барса һәм сәтиндән теккәндәр. Иҙеүен асыҡ, үҙен кеҫәле һәм еңһеҙ иткәндәр.
🔹"Айсыҡа кеҫә" тигән һүҙбәйләнеш бар ҡайһы яҡтарҙа - камзулдың кеҫәһе ярым түңәрәк формаһында булып, ситенән нағышлап биҙәлгән.
🔹Камзулдың итәген һәм билен төрлө төҫтәге туҡыма (ҡыҙыл, йәшел, күк) биҙәгәндәр, уҡа ҡушҡандар, тәңкә һәм мәрйен менән матурлағандар.
🔹Ҡатын-ҡыҙҙар иҙеүен элмәйенсә, йә ҡаптырма менән беркетеп кейгән.
🔹Балалар камзулдарын түше тапҡырында һәм арҡаһын тәңкәләр, төймәләр, ҡортбаш менән биҙәгәндәр.
Йәнлек тиреһе өҫтәп тегелгән камзулдар ҙа осраған.
"Был кейемде көндәлектә лә, төрлө байрамдарға ла кейгәндәр. Ҡалымға әҙерләгәндәр",- тип яҙған этнограф Светлана Шитова.
📌Башҡортостанда Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина исемендәге Уҡытыусылар гимназияһы төҙөләсәк.
Яңы белем усағы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендә ойоштороласаҡ. Унда студенттар практика үтә алыр, яңы уҡытыу методикалары индерелер, тип ниәтләйҙәр.
"Сергей Сергеевич беҙҙең тағы бер проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе - БДПУ эргәһендәге Уҡытыусылар гимназияһы төҙөлөшө менән. Был заманса, киләсәккә йүнәлеш алған белем усағы тәжрибәле остаздары етәкселегендә студенттарҙың педагогик практикаһы, тикшеренеүҙәре һәм эксперименталь эше өсөн майҙансыҡ буласаҡ",- ти был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 📍 Шулай уҡ әлеге көндә республикала физика-математика лицейын төҙөү дауам итә. Ул да тиҙҙән асыласаҡ.
Милли бейеү көнө үтте, әммә бейеүгә һөйөү һәм матур роликтар ҡалды 🔥
Видео: бейеүсе - Миләүшә Хәйбуллина, шиғыр һөйләүсе - актер Руслан Хайсаров.
📌 Башҡортостанда композитор Нур Дауытовтың әҫәре Брайль форматында нәшер ителгән.
Президент гранттары Фонды ярҙамында "Код доступа" автономиялы коммерция булмаған ойошма менән М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапхананың уңышлы хеҙмәттәшлеге арҡаһында нота-музыкаль баҫмаларҙы Брайль форматында эшләү һәм таратыу буйынса проект бойомға ашырылған.
Был проектҡа башҡорт композиторҙары Салауат Низаметдинов, Данир Мәхмүтов һәм Нур Дауытов әҫәрҙәре ингән.📍 Әлегә Нур Дауытовтың "Миләш" әҫәре 110 данала баҫып сығарылған, ул күҙе насар күргән һәм һуҡырҙар өсөн тәғәйенләнгән.
Repost from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Әннәгиҙергеннәйем!
Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр Милли бейеү көнө билдәләнә. Ул Республика Башлығы күрһәтмәһе менән былтыр барлыҡҡа килде. Махсус көндө тап 21 октябргә билдәләүҙең төп сәбәбе - башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән Фәйзи Ғәскәров тап ошо көндә тыуған. Уның исеме башҡорт бейеүе тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Радий Хәбиров бынан бер нисә йыл элек беҙҙең йәштәр ҙә шул уҡ Кавказ халыҡтары ише үҙебеҙсә бейей белергә тейеш, тигән фекерен яңғыратҡайны. Уның һүҙҙәре раҫ һәм урынлы икәнен һуңғы йылдарҙа тап башҡорт йәштәре араһында популярлыҡ яулаған, уларҙың үҙҙәре тарафынан ойошторола килгән ритайым проекты дәлилләне. Хәҙер иһә башҡорт һәм республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең халыҡ бейеүҙәрен пропагандалау маҡсатында халыҡсан байрам бар!
+5
Серле Шүрәле теше (Айғыр) ҡаялары.
Шаршамбы уңышлы үтһен! 💟📍 Белорет районы, Айғыр станцияһы. Фото: Вячеслав Бобин.
+2
📌 Өфөлә "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһына эйә булыусылар тәбрикләнде.
Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында "Про Зрение города Уфа" инвалидтар ойошмаһы һәм Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы тарафынан дүртенсе тапҡыр ойошторолған конкурста меңдән ашыу атайҙың кандидатураһы тәҡдим ителгән, шуларҙың 200-гә яҡыны бүләкләнгән.
💯Был юғары баһаға быйыл 173 ир-егет дәғүә иткән, шуларҙың 34-енә бөгөн награда тапшырылды.
"Халыҡ әйтә, үҙ атайыңдың улы ғына түгел, халҡыңдың да улы бул, ти. Бөгөн Ватаныбыҙҙы һаҡлаған атайҙарға айырыуса рәхмәт. Улар үҙ өлгөләрендә балаларға үҙ ереңде яратырға һәм уны нисек һаҡларға өйрәтә. Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән атайҙарға айырыуса ихтирамымды белдерәм, һеҙ ир кешенең ысын көсө эргәлә була белеүҙә, яратыуҙа, ярҙамлашыуҙа, ауырлыҡтар алдында баш эймәүҙә икәнен дәлилләйһегеҙ. Бөгөнгө заманда дөрөҫ әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, һәр һүҙҙә һәм эштә уларға таяныу айырыуса мөһим. Балаларыбыҙ тәү сиратта ысын эштәребеҙгә ҡарап өйрәнә. Йорттарығыҙҙа һәр ваҡыт ҡот һәм бәхет хөкөм һөрһөн, балалар һөйөү һәм хөрмәт күреп үҫһен һәм һәр береһе ғорурланып: атайым - миңә өлгө, таянысым һәм көсөм, тип әйтә алһын",- тиелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатында.
+2
📌 Иртәгә, 22 октябрҙә, булған хәлгә таянып ижад ителгән спектакль күрһәтелә.
📍 Сәрүәр Сурина пьесаһы буйынса ҡуйылған "Зәйтүнә" спектаклен Салауат дәүләт башҡорт драма театры алып килә. Коллектив М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә уйнаясаҡ.
Был спектакль булған хәлгә нигеҙләнгән һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.🔹Башҡортостандың Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған Зәйтүнә Әлибаева үҙ теләге менән 1942 йылдың майында фронтҡа китә. Ул 44-се һауаны күҙәтеү һәм элемтә батальонына тәғәйенләнә. 9 августа хаҡта торған ҡыҙ немец разведкаһының ҡаты һөжүменә дусар була. 🔹20 йәшлек Зәйтүнә Ҡалмыҡстандың Садовое ауылы эргәһендә вафат була. 🔹Батыр башҡорт ҡыҙы тураһында спектаклдең режиссеры Рафаэль Ғәйнуллинға Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов бәйән итә. Ҡалмыҡстанда Зәйтүнә Әлибаеваның исеме онотолмаған, һәр кем уның батырлығы хаҡында белә. 🔹15 октябрҙә спектаклде Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙының яҡташтары баһалай алды.
Башҡортостан Башлығы указы менән уға һынмаҫ рухы һәм күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң легендар генерал Миңлеғәли Шайморатов ордены бирелде.Был юғары награда геройҙың һеңлеһе Лилиә Саяхова ҡулына тапшырылды. 📍 Бына шундай тарихлы спектакль көтә Өфө ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын.
"Бейеүҙәрендә башҡорттар йырҙа йырланылған һүҙҙәрҙе хәрәкәттәре аша күрһәтергә тырыша",- тигән рус ғалимы һәм сәйәхәтсе Иван Лепехин. 🔥Видео: HAZINA этно-проекты концертында йырға ҡушылып бейегән башҡорт һылыуҙары.
🔥"Зарифа" - башҡорт ансамбленең беренсе бейеүе.
Шулай уҡ "Зарифа" бейеүе - беренсе күмәк бейеү.Фәйзи Ғәскәров Мәскәү - Өфө поезында ҡайтып килгәнендә ошо бейеүҙе һалырға ниәтләгән, тиҙәр. ⚡Башҡорт АССР-ның 20 йыллығына әҙерлек башлана һәм 1939 йылдың 20 мартында "Зарифа" бейеүен тәүге тапҡыр сәхнәлә башҡаралар. ✅Бейеүселәр Хазина Мағазова менән Ирек Ибраһимов тәүге солистар була. 💯"Зарифа" бейеүе ошондай уҡ атамалы башҡорт ҡыҫҡа көйөнә һалынған - йырҙы 1894 йылда Сергей Рыбаков Верхнеурал өйәҙе Аҡымбәт ауылында (хәҙерге Әбйәлил районы Ташбулат ауылы) яҙып ала. Йыр риүәйәте буйынса, уны Ҡушый ауылынан (хәҙерге Әбйәлил районы) Зарифа исемле бейеүсе ҡатын сығарған.
МИЛЛИ БЕЙЕҮ КӨНӨ МЕНӘН! ❤️
Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр рәсми рәүештә Милли бейеү көнө билдәләнә. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, төбәк халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрәләр.📍 Әйткәндәй, 21 октябрь көнө юҡҡа һайланмаған - бөгөн билдәле башҡорт хореографы Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө. 🔹Ул 1912 йылда Бөрө ҡалаһында тыуған. Граждандар һуғышы осоронда етем ҡала һәм балалар йорттарында тәрбиәләнә. Әммә хыялы уны яйлап Мәскәү ҡалаһына СССР-ҙың Ҙур театры эргәһендәге хореография техникумына алып килә. Уны тамамлағас, Башҡортостанға әйләнеп ҡайта, СССР Халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле солисы була һәм Башҡортостанда шундай уҡ коллектив тупларға хыяллана. Ниһайәт, 1939 йылда шундай ижади төркөм туплана һәм 20 мартта тәүге концертын бирә. Бөгөн ул нигеҙ һалыусы бөйөк бейеү оҫтаһының исемен ғорур йөрөтә һәм бар донъяға башҡорт бейеүен таныта. 📍 Бөгөн байрам уңайынан "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында ҙур тамаша көтөлә. Ул ғына ла түгел, һәр мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеһында байрамға арналған саралар ойошторола.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
