ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
612
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-57 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Бөтә Рәсәй “Геройҙар дәүере” патриотик йыр конкурсы башлана. Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәренә
Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Бөтә Рәсәй “Геройҙар дәүере” патриотик йыр конкурсы башлана. Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәренә арнала. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн илдең 31 төбәгенән 232 ғариза килгән. Конкурста төрлө йәштәге авторҙар һәм башҡарыусылар сығыш яһай ала. Ярым финалда Улан-Удэ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Һарытау кеүек ҡалаларҙан бөтәһе 19 ҡатнашыусы көтөлә. Иртәгә финалда “Автор йыры”, “Композитор”, “Һүҙҙәр авторы" номинациялары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнә.

📌ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӘҘЕРЛЕК 💯Республика педагогтарының август кәңәшмәһе сиктәрендә ауыл һәм ҡала мәктәптәренә 200-ҙән ашыу авт
+6
📌ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӘҘЕРЛЕК 💯Республика педагогтарының август кәңәшмәһе сиктәрендә ауыл һәм ҡала мәктәптәренә 200-ҙән ашыу автобус һәм еңел автомобиль тапшырылды. Улар федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған ватан машиналары. Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, яңы уҡыу йылында республика мәктәптәренә йөрөп уҡыясаҡ 53 меңгә яҡын бала транспорт менән тәьмин ителә. Был маҡсатта 1590 мәктәп автобусы ҡулланыла. ⚡
“Яңы мәктәп автобустары – көн дә мәктәпкә йөрөгән балаларыбыҙҙың өҫтәлмә комфорты һәм хәүефһеҙлеге. Быны беҙ яҡшы аңлайбыҙ, шуға автопаркты яңыртыу эшен өҙлөкһөҙ алып барабыҙ. 2019 йылдан мәктәптәребеҙ бөтәһе 900-гә яҡын яңы автобус алды инде. Барлыҡ балаларҙы, ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым. Мәктәп автобустары водителдәренә мөһим һәм кәрәкле хеҙмәттәре, балаларыбыҙға яҡшы мөғәләмәләре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Барыһына ла уңыштар!”
– тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә. 💯Әйткәндәй, 2022 йылдан алып Башҡортостанда 146 мәктәп бинаһы капиталь яңыртылған. Бынан тыш, һуңғы 5 йылда республикала яҡынса 33 мең урынлыҡ 48 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы асылған. 💥Быйыл 1-се класҡа 45 мең тирәһе бала уҡырға бара.

Һыҙылып таңдар атҡанда... 📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты Фото: Елена Перминова.
+2
Һыҙылып таңдар атҡанда...
📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты Фото: Елена Перминова.

+1
Баллы йөрәк 💛

"Ниндәй телдә һөйләй ул?" -
тип һорайҙар был татлы телле тәтелдәкте ишетеүселәр.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының Рәсәй халыҡтары телдәре көнө уңайынан уҙғарылған конкурсында тәүге ҡатнашыусы был ҡыҙ.
Белорет районы Абҙаҡ ауылынан Сафия Мусаҡаева. 3 йәш. "Аҡйондоҙ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.

📌 Һарына тураһында белмәгән кеше юҡтыр, ололар шуның тамырын ашап үҫтек, тип һөйләрҙәр ине.
🔥Ҡурайсы Мирас Үҙәнбаев был видеоһы нда ошо үҫемлекте урманда табып, тамырын ҡаҙып күрһәтә.
✅Һарынаның русса атамаһы "лилия кудреватая", ул - лилиә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. ✅Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, мәҫәлән, Марий Эл Республикаһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. ✅ Һарынаны баҡсаға ултыртһаң да, үҫә.

Ҡыр хайуандарының балаларына тейергә ярамай ❗ Ошо көндәрҙә "Юлдаш" радиоһы төркөмөндә уртаҡлаштылар был видео менән.
🔰Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылынан Әлфиә Теләмова социаль селтәрҙәргә һалған, унда әсәһен юғалтҡан ҡоралай балаһына ниҙер ашатырға, шаярып кәртәгә индерергә тырышыу күрһәтелгән.
Белгестәр бындай ҡылыҡты хупламай. 🔹Инә болан балаһын ҡалдырып тороп, күпмелер ваҡыттан шул урынға кире килеп, имеҙеп китеүе ихтимал. Ә сит еҫ аңҡыған балаһын кире алмауы бар. Быны ауылдағы һәр кем белә, хатта һарыҡ-кәзә лә яңы тыуған бәрәсенән кеше еҫе килһә, имеҙеүҙән туҡтарға мөмкин. 🔹Икенсе сәбәп - ҡыр хайуандарында ҡотороу ауырыуы булыуы ихтимал. ✅ Имгәнгән йәнлекте осратһағыҙ, түбәндәге телефон һандарының береһенә шылтыратып, хәбәр итергә кәрәк: 🔹 Берҙәм диспетчер хеҙмәте 112; 🔹Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы 8 961 900-88-88; 🔹Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 8 (347) 218-04-30.

Нур 😍 Видео: Миләүшә Абайҙуллина.

Ильгиз Абдрахманов - Тау башында.mp37.71 MB

photo content

Хәйерле көн!

ҠЫҘ БАЛАМ Күбәләктәй леп-леп кенә Эй, ҡыҙ балам! Осорорға ҙур донъяға Эй ҡыҙғанам.   Ҡанаттарың нәфис, наҙлы Ҡупшы селтәр, Тотоп алырға теләрҙәр Һине күптәр. Шатлыҡ-бәхеттең эҙләрһең Ап-аҡтарын, Көйөп кенә ҡуймаһындар Ҡанаттарың. Өҙөп-йолҡоп ырғытмаһын Әсе елдәр, Юлдаш булһын һиңә бер үк Изге йәндәр.   Күбәләктәй леп-леп кенә Эй ҡыҙ балам... Бар ғаләмдән, һәр әҙәмдән Эй ҡыҙғанам... Фирүзә АБДУЛЛИНА.

📌 Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән.
"Был ялдарҙа Өфөләге Совет майҙанында бына ошондай мөхит хөкөм һөрә. "Көҙ романтикаһы" фестивале һәм Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә. Барыһын да саҡырам!"
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы. Тулыраҡ - видеола.

📌Ҡыҙыл түшәк нимә ул һәм уны нисек һуҡҡандар? Милли кейем һәм башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре менән ҡыҙыҡһынған йәш кеше Иҙел Хәкимовтың инәһе Хөсниямал был турала һөйләй. Уларҙың ғаиләһендә быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡаралдылар һаҡланған.
"Әсәйем яғынан олатайымдың бер туған һеңлеһе Хөсниямал инәйем оло өләсәһе Гөләйфә, өләсәһе Бибәғәйшә һәм әсәһе Ғазъямалдың балаҫтарын миңә тапшырҙы",
- ти егет. Бына шулай, Әбйәлил районында күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп һаҡланған боронғо әйберҙәр бар.

📌 «Буранбай» — башҡорт халҡының киң билдәле тарихи йырҙарының береһе.
Йырҙың һүҙҙәрен беренсе тапҡыр 1894 йылда этнографы, фольклорсы Сергей Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Этҡол ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) Толомғужа Ғөбәйҙуллиндан яҙып ала. Был йырҙың башҡа варианттары ла төрлө кешеләр тарафынан яҙып алынған.
Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов.

"Тәбиғәтте яратмаған кешеләр тормошто ла яратмай, сөнки ҡояшҡа, зәңгәр күккә, йыһандың иҫ киткес матурлығына битараф булып, т
+5
"Тәбиғәтте яратмаған кешеләр тормошто ла яратмай, сөнки ҡояшҡа, зәңгәр күккә, йыһандың иҫ киткес матурлығына битараф булып, тормошто яратыу мөмкин түгел".
Леонид Андреев, рус яҙыусыһы. 📍 Белорет районы, Еләкташ тауы. Фото: Наил Шакиров.

📌AY YOLA төркөмө яңы йырын яҙҙыра башлаған! Руслан Шәйхетдинов студияла төркөмдөң яңы йыр яҙҙыра башлауы һәм бының өсөн ҡумыҙ кәрәк булыуы тураһында әйткән.
Шулай уҡ AY YOLA дүртенсе клибын әҙерләй. Был хаҡта яҡут режиссеры Баяр үҙенең сәхифәһендә яҙған.
 Көтәбеҙ, уңыштар! ❤️‍🔥

📌"ЕЛ АША" БАШҠОРТ УЙЫНЫ Азалия Хәмитова үҙенең "Ел аша" ("Сквозь ветер"-Among the wind) тигән яңы уйыны прототибын халыҡ иғтибарына тәҡдим иткән. 🌬️ 🌬️Ҡыҙ баштан алып аҙағына тиклем барыһын да үҙе уйлап тапҡан: идея, уйындың сценарийы, һүрәттәр, программа коды - барыһын да үҙе эшләгән. 🌬️Проект уйынсыны Башҡортостан легендалары һәм мифтары донъяһына сумдыра. Унда башҡорт милли кейемдәре, көнкүреш япраҡтары, биҙәктәре урын алған.
🌬️Уйындың төп горойы - Суфия исемле ҡыҙ, ул ел рухына бәләкәй бетеү тапшырыу өсөн тауҙарға сәйәхәткә сыға.
❇️Азалия был пикселле уйын үҙе яратҡан мәҙәниәт тураһында кешеләргә һөйләү ысулы, тип иҫәпләй.

Үҙебеҙҙең һылыуҙарға милли кейемдең шул тиклем килешеүе! 😍 Видео: Гөлназ Максименко.

📌 Кисәге Әбйәлил районында йәштәр үҙ теләктәре менән ритайым ойошторған. Сара район үҙәге - Асҡар ауылында, "Ҡурай" паркында үткән. Дәртле-моңло башҡорт көйҙәренә баҫырға теләүселәр бик йыйылған.
"Быйылғы йәйҙең иң ҙур һәм күңелгә ятышлы күренеше булды был. Ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. Һеҙ традицияларыбыҙ йәштәр йөрәгендә йәшәүен раҫланығыҙ",
- тип яҙған сараны баһалап, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов.