617
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-530 أيام
أرشيف المشاركات
Бала саҡ "бутерброды" 😋😍
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!Тәмле видео авторы: Лилиә Ханова.
+2
❓Мәйсәрә ниндәй мутлыҡтар эшләгән, беләһегеҙме?
✅Юҡмы, улайһа 27-28 февралдә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында күрешәбеҙ!
Бында Хәмзә Хәкимзаде Ниязиҙың "Мәйсәрә мутлыҡтары" спектаклен сәхнәләштерергә йыйыналар.
Ҡуйыусы режиссер - Рөстәм Хәкимов.Әле артистар тәмле сәй менән һыйлана-һыйлана үҙ ролдәрен өйрәнә, һүҙҙәрен уҡып ҡарай - эш гөрләй, бер һүҙ менән🔥
🌨️Ҡарлы ҡыштың үҙ йәме бар. Шулай ҙа ҡоштарға, йәнлектәргә еңел түгел был осор.
❓Тағараҡтар яһайһығыҙмы?
Хәйерле шаршамбы иртәһе 🫶
+1
Әйҙә, 2026 беҙҙең өсөн Ҡытайҙарҙың Утлы ат йылы түгел, ә Башҡорт аты йылы булһын!
Шөкөр, аттарға ҡарата ҡәҙерһеҙ ҡараш артта ҡала бара. Эш аттарын техника алыштырғас, бергилке ауылдар бөтөнләй атһыҙ ҡалды. Йүгән кейҙерә лә белмәгән быуын үҫте. Башҡа ат кәрәк-яраҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ат арбаһы, сана оҫталары юҡҡа сыҡты. Әммә башҡорт - ул ат йәнле, ул беҙҙең халыҡты билдәләүсе милли код. Башҡорт өсөн ат ул хужалыҡта ярҙамсы, юлда юлдаш, бәйгелә ал бирмәҫ дуҫ, яуҙа - яуҙаш, кейендереүсе лә, туйындырыусы ла булған.
Хәҙер хужалыҡта аттарҙың әллә ни кәрәге юҡ, оҙон юлға ла ат егеп, йә эйәрләп сыҡмайҙар. Бөгөнгө шарттарҙа уларҙы яуҙаш итеп ҡарап булмай. Тайҙарын һабантуй күрке итеп өйрәткәндәр әҙләп булһа ла бар. Хәҙер сабыштан тыш боронғо халыҡ уйындарын тергеҙеүселәр ҙә бар. Йәнә кем өсөндөр ат экзотикаға тиң булһа - беҙҙең өсөн туризм, башҡа заманса хеҙмәттәр аша аҡса эшләү ысулы. (Өфө тирәһендә атта бер сәғәт һыбай йөрөү мең һумдан да кәм түгел, сират иһә ҙур). Дөйөм алғанда, ат беҙҙең заманда байлыҡ күрһәткесе - ауылдарҙа өйөр - өйөр йылҡы малын тотоусылар арта. Шуның менән күптәр ғаиләләрен ҡарай - ҡымыҙ бешеп, йылҡы малын тереләй һатып. Йәшерене юҡ - башҡорт өсөн йылҡы ите, ҡартаһы, ҡаҙылығы иң затлы ризыҡ.
Шулайҙа хәҙер Башҡортостанда аттарға күпкә юғарырыҡ ҡараш формалаша. Тап башҡорт атына булған мөнәсәбәт аша. Республика етәкселеге башланғысы менән йыл һайын үткәрелгән махсус фестиваль уны зурлау сараһы. Республикала башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса айырым институт барлыҡҡа килде. Федераль кимәлдә патент алынды. Быйыл халыҡ-ара кимәлдәге "Башҡорт аты" фестиваленә республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе саҡырыу күҙаллана. Ошо тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған сарала индерҙе.
Шулай итеп, 2026 Ҡытай календары буйынса Утлы ат йылы. Беҙҙең өсөн, әйҙә, Башҡорт аты йылы булһын. Ул да ирек, иркенлек ярата, маҡтаулы оҙонаяҡ аттар күтәрә алмаған йыраҡ дистанцияларҙы үтә алған көслө һәм сабыр ҙа. Был йыл халҡыбыҙ өсөн рухи берҙәмлек йылы булһын.
Ә инде башҡорттарҙа утлы ат юҡ. Ат ене ҡағылған милләттәштәребеҙ уның төҫтәренә, йәштәренә бәйле атамалар буйынса мәғлүмәти белешмәләр әҙерләгән. Һай, афариндар! Һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, өйрәнәйек.
"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.
Repost from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА

+6
📌Бөрйәндә уҡсылар ярышҡан
Бында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үткән.
Мәргәндәр Бөрйән, Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Бишбүләк, Ғафури, Өфө райондары һәм Өфө, Сибай, Белорет, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларынан йыйылған.
🔥Барлығы 78 уҡсы ҡатнашҡан - 48 ир-егет һәм 30 ҡатын-ҡыҙ!❗Бөрйән уҡсылары ойошмаһының үҙ гербы һәм байрағы эшләнгән. 🎉Еңеүселәр: ✅Ир-егеттәр араһында: 🥇Тимур Өмөтбаев - Баймаҡ районы 🥈Сынбулат Юлбирҙин - Бөрйән районы 🥉Ғәфүр Рахманғолов - Баймаҡ районы ✅ Ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 🥇 Динә Вәлиева - Учалы ҡалаһы 🥈 Наилә Ишкилдина - Бөрйән районы 🥉Айгөл Ғәлиуллина - Белорет ҡалаһы.
📌 Урал аръяғының археология музейы каникулдарҙы файҙалы үткәрергә - Көньяҡ Урал хазиналарын килеп күрергә саҡыра.
Был музей Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан. Ул ябай ғына түгел, ә "Ирәндек" музей-ҡурсаулығының офисы һәм күргәҙмәләр залы ла булып тора.
🔥"Ирәндек" - ул бер территорияла йыйылған 400-ҙән ашыу тарихи ҡомартҡы.
Һәр таш бында тарих һөйләй.💯Ғаилә менән мауыҡтырғыс экскурсияға барып ҡайтығыҙ! Инеү бушлай. ✅Эш ваҡыты: 🔹 6–10 ғинуар — 12:00 - 17:00 🔹14–16 ғинуар (Иҫкесә Яңы йыл) — 12:00 - 17:00 🔹24–25 ғинуар (студенттар көнө) — 12:00 - 17:00 📍 Адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 20 («Гөлназ магазины» туҡталышы). 🎫 Инеү бушлай.
Башҡортостанда хужаһы саҡырғанды ишетеп, аттар һоло ашарға ҡайта 🔥
Видео: Көнһылыу Ғәлина.
💯Әкрен арба ҡуян тота, тигән.Юлға сыҡһағыҙ, иғтибарлы булығыҙ, ашыҡмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Һуңғы көндәрҙә ҡар-буран арҡаһында оло юлдар ябылып та тора, бер нәмә күренмәй киткән осраҡтар ҙа була. Үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы уйлағыҙ, ғүмерҙәрегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Ял көндәре бәхет-ҡыуаныстарҙан ғына торһон, фажиғәләргә урын булмаһын😇 Фото: Илнур Байегетов.
Әлә-ләәә, үҙебеҙҙең башҡорт Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуы ҡайһылай ҙа йәмле 😍
Видео: Айгөл Вәлиева.
📌 Башҡортса яңы йәнһүрәт көтөлә
"ИшембайФильм" йәнһүрәт студияһы "Йомро-йомро йомғағым" башҡорт халыҡ әкиәте буйынса йәнһүрәтте монтажлау эштәрен тамамлап килә. Был турала ижади коллектив хәбәр итә.
Яңы йәнһүрәт эшһөйәрлек һәм ярҙамсыллыҡ, ғәмәлдәргә ҡарап әжере лә биреләсәге тураһында.Йәнһүрәттең ҡуйыусы рәссамы - Рафаэль Ҡадиров, ҡуйыусы режиссеры, сценарий авторы - Вера Шарыгина. 📍 Әлеге ваҡытта аниматорҙар тырышып эшләй, тиҙҙән йәнһүрәт менән Ишембай картиналар галереяһында танышып буласаҡ.
Бөгөнгө көндә иң мөләйем күренеш 🥰
Башҡорт тотоп ҡарамайынса ышанмай, ти.Видео: Илгиз Абдрахманов.
Бер матур халыҡтың балаһы һин,
Бер аҫыл халыҡтың балаһы.
Урал урмандары йөрәгеңдә,
Күңелеңдә башҡорт далаһы.
Гөлнара Хәлфетдинова һүҙҙәре.
Гөлсөм Бикбулатова башҡара.
📌 Арҙаҡлы башҡорт уҙамандарының береһе - Нур Дауытов бөгөн үҙенең күркәм юбилейын билдәләй - уға 70 йәш.
Композитор, профессор, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғ. Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Нур Әсғәт улы 1956 йылдың 4 ғинуарында Бәләбәй районы Пахарь ауылында тыуған.
Ул - дим башҡорттарынан.❓Композиторҙың ҡайһы ижад емешен яратып тыңлайһығыҙ? Комментарийҙарҙа яҙығыҙ😉
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 