617
المشتركون
-224 ساعات
-27 أيام
-430 أيام
أرشيف المشاركات
"Йәнғәли" башҡорт халыҡ көйөнә баҫып, дәртләнеп алайыҡ 🔥
Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.
Мәскәүҙә йәшәгән йәштәребеҙ ҙә матур хәрәкәткә ҡушылған - бер минут туған телеңдә һөйләш.Актриса һәм йырсы Nara Play оҙаҡ йылдар республиканан ситтә йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡорт телен онотмай. Бесәйе лә башҡорт, ишеттегеҙме? 😍 Беҙ МАХ-та
Рәсәйҙә Милли донор көнө ❤️
1832 йылдың 20 апрелендә Петербург акушеры Андрей Вольф бала тапҡан ҡатынға беренсе тапҡыр ҡан ебәргән. Быны ул инглиз акушеры Джеймс Бланделлдан алған ҡорамал һәм алым буйынса эшләй. Ҡатын иҫән ҡала.
🩸 Милли донор көнө иһә 2007 йылдың 20 февралендә РФ Дәүләт Думаһындағы кәңәшмә сиктәрендә булдырыла.Рәсәйҙә йыл һайын миллион ярым кешегә ҡан ебәреү талап ителә. Башҡа кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итергә әҙер кешеләр һаны ла бынан кәм түгел. 🩸 40 тапҡырҙан күберәк ҡан тапшырған һәм 60-тан ашыу плазма биргән кешеләр "Почетлы донор" тамғаһы менән бүләкләнә һәм төрлө дәүләт ярҙамдарын алалар. Мәҫәлән, ундай кешеләрҙе дәүләт медицина учреждениеларында сиратһыҙ хеҙмәтләндерергә тейештәр, эш йәки уҡыу урынынан шифаханаға юллама алыу хоҡуғы бирелә, йыллыҡ түләүҙәр ҡаралған. 🩸 Башҡортостанда 2025 йылда 40 тонна ҡан тапшырғандар. 73 мең ҡан тапшырыу, 30 мең яңы донор, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Кеше ғүмерен ҡотҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт!Беҙ МАХ-та
Хәйерле көн☀️
Иртә яҙ менән Өфөлә бына ошондай бәшмәк ҡалҡып сыҡҡан 🍄
Яңы арт-объектты "Ҡала халҡы аллеяһы"нда ҡуйғандар. Ул Октябрь проспекты буйлап РФА Химия институты бинаһы эргәһендә урынлашҡан. Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарын һынландыра, ти эшләүселәр.
Һеҙҙә ниндәй матур яңылыҡтар бар? Яҙығыҙ!
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
"Көслө башҡорттоң артында", - тип яҙған йәштәр 🔥
Видео: Регина Ишемғолова һәм Иҙел Хәкимов.
+6
📌 "Йәшел Башҡортостан" акцияһының беренсе көнөндә 2,1 мең ҙур ағастар һәм 84 мең ҡыуаҡ ултыртылған.
Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә яҙған. 🔹 Акция кисә башланды һәм 10 майға тиклем дауам итәсәк.
💯 "Республиканың төрлө район-ҡалаларында 54 яңы аллея, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә, Чернобыль АЭС-дағы һәләкәт эҙемтәләрен юҡ итеүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә һәм башҡа бик күптәре барлыҡҡа килде. Был бик дөрөҫ эш тип иҫәпләйем - бындай тематик урындар тораҡ пункттарыбыҙҙы ысынлап та биҙәй, уларҙы уңайлы һәм заманса итә",- ти Радий Фәрит улы. 🔹 "Йәшел Башҡортостан" менән бер юлы республиканың 3 районында "Хәтер баҡсаһы" акцияһы башланған. Ул халыҡ-ара кимәлдә "Экологик именлек" милли проектына ярҙамға ойошторола. Башҡортостан был акцияла йыл да ҡатнаша.
💯 "Тәүге һөҙөмтәләр - Иглин районында 14 мең йәш шыршы, Йылайырҙа 15 мең ҡарағай һәм Учалы районында 30 мең ҡарағай. Киләһе аҙнала мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ",- тип яҙған был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм шулай уҡ шәмбе өмәләрендә ҡатнашыусыларға ла оло рәхмәтен белдергән. Беҙ МАХ-та
+2
📌 Бөрйәндә "Ҡунаҡ тирмәһе" барлыҡҡа киләсәк.
Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылынан Динар Байегетов һәм уның тормош иптәше Динара Кашапова "Йәшел миссия" фондының гранттар конкурсында "Экологик эшҡыуар" номинацияһында еңгән. Был турала райондың "Таң" гәзите хәбәр иткән.
Ғаилә "Динарҙар менән турҙар һәм йылға буйлап ағыу" (Туры и сплавы с Динарлар) туристик ойошмаһын булдырған. Бөрйән районына килгән ҡунаҡтарға тағы ла ҡыҙығыраҡ ял ойоштороу өсөн "Башҡорт ҡунаҡсыллығы" ҡунаҡ тирмәһе" проектын бойомға ашырырға ниәтләй.
📍 Был тирмә "Шүлгәнташ" Дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашасаҡ. Әйткәндәй, "Динарҙар" үҙҙәре лә ошо ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре.
💯 «Башҡорт ҡунаҡсыллығы «Ҡунаҡ тирмәһе» проекты бик кәрәкле. Ысын башҡорт тирмәһендә урындағы халыҡ эшләй аласаҡ: һөнәрселәр, кулинарҙар, музыканттар – башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыу сиктәрендә үҙ сараларын үткәрергә теләгән һәр кем өсөн ишегебеҙ асыҡ. Бынан тыш, беҙ фото төшөүҙе ойоштороу мөмкинлеген күҙ уңында тоттоҡ. Проект сиктәрендә махсус рәүештә бының өсөн башҡорт милли кейемдәре тегеләсәк. Бынан тыш тирмә ҡунып сығыу урыны ла булып хеҙмәт итәсәк. Беҙ биләмәне тотороҡло үҫтереү яҡлы. Шуға күрә ҡурсаулыҡты төҙөкләндереүгә, уның инфраструктураһын үҫтереүгә өлөш индерергә, Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм йылға буйлап экскурсияларға килеүселәрҙән тыш, ҡунаҡтар үҙҙәренең ялын төрлөләндерһен өсөн этнографик стилдә яңы туристик объект эшләргә теләйбеҙ. Килеүселәр халҡыбыҙ мәҙәниәтенә тәрәнерәк төшөнһөн, иҫтәлекле сувенирҙар һатып алһын, төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашһын өсөн тырышабыҙ»,– ти "Динарлар". Беҙ МАХ-та
"Яһалма зиһен башҡортса йырлай һәм ҡурсаҡты бейетә",- тип яҙып ебәргән төркөмдәшебеҙ Вәғиҙә Рауил ҡыҙы. Ул башҡортса контент күбәйһен өсөн тырышам, ти. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
+4
🌸 Умырзая көнө икән бөгөн. Һыуыҡтарға ҡарамай беренсе булып морон төртөп сыҡҡан һәм күҙҙең яуын алырлыҡ булып атҡан яҙҙың беренсе сәскәһе ул.
💯 Матурлыҡҡа ҡарап ҡына һоҡланайыҡ, ҡул менән теймәйек.Былай ҙа "ғүмер зая" тип аталған һәм һанаулы ғына көндәр донъяны биҙәргә бар ителгән сәскәләрҙе һаҡлайыҡ. Тормошта изгелек өҫтөнлөк итһен! 😇
+2
📌 Есениндың һеңлеһе башҡорт телен белгән.
Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Азат Бадранов бик ҡыҙыҡ тарих менән бүлешкән.
🔥 Баҡтиһәң, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Михаил Чванов шағир Сергей Есениндың һеңлеһе Екатерина менән таныш булған икән.
💯 "Башҡорт телен популярлаштырыу буйынса акция көнөндә яңыраҡ осрашҡанда Чванов һөйләгән бер хәтирәне иҫкә төшөрөү урынлы булыр. Михаил Чванов менән мине Рәми Ғарипов таныштырҙы. Нәҡ уның тураһында һөйләгәс, аралаша башланыҡ. Һәм бына кабинетымда ултырғанда Михаил Андреевич: "Рәми тураһында хәтирәләр яҙа башланым, уға бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәм", - тине. Рәми Ғариповтың яратҡан шағирҙарының береһе була Сергей Есенин. Юҡҡа түгелдер, уларҙың ижадын йыш сағыштыралар - юғары лирика өлгөһө",- тип яҙған сәхифәһендә Азат Шамил улы һәм яҙыусы бәйән иткән бик ҡыҙыҡлы хәтирә менән бүлешкән. 🔹 Сергей Есениндың Өфө губернаһы Веровка ауылынан (хәҙер Башҡортостандың Федоровка районында) дуҫы булған - шағир Василий Наседкин. Ул Есениндың һеңлеһе Екатеринаға өйләнгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, Наседкин 1938 йылда репрессияға эләгә, ҡатыны һөргөнгә ебәрелә, балалары төрлө яҡҡа тарала. 🔥 Шул уҡ ваҡытта Екатерина Есенина Башҡортостанда йыш була һәм башҡорт телен дә белә. 1976 йылда Екатерина Александровна Михаил Чвановҡа белемен күрһәтә.
"Салауат районында үҫкән, бала саҡтан башҡорт телен ишеткән һәм уны аңлаған кеше булһам да, уның кеүек кимәлдә белмәйем",- тип билдәләй Чванов. 🔹 Тап шул осрашыуҙа Екатерина Есенина Михаил Чвановҡа үҙ ҡулдары менән яҙып, ағаһының китабын бүләк итә. Ә Михаил Андреевич Өфөгә ҡайтҡас та, үҙ сиратында беренселәрҙән булып был китапты Рәми Ғариповҡа күрһәтә һәм ул һоҡланып, "бер төн өйөндә йоҡлатып сығарырға" биреүҙе үтенә.
💯 "Килешәһегеҙҙер, бик үҙенсәлекле тарих. Ул бер яҡтан ябай, әммә уның контексы - бөгөн юғары трибуналарҙан "күптөрлөлөк берҙәйлеге" тип аталған әйбер тураһында, күмәк халыҡтың ни өсөн мәғрифәти акцияларҙа ҡатнашыуы, башҡортса диктант һәм рус теленән "Тоталь диктант" яҙыуы, тарихи үткәндәрҙең уртаҡлығы, илебеҙ халыҡтарының быуаттарға һуҙылған дуҫлығында",- ти Азат Бадранов. 📍 Фотола Екатерина Есенина бүләк иткән һәм Рәми Ғариповтың өйөндә "төнәп сыҡҡан" китап. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
Иий генәләрҙе! 🥰
Өфө ҡалаһының 40-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә Милли кейем көнөн билдәләгән һәм беҙгә яҙып ебәргәндәр.
Тыуған телгә һәм милли мәҙәниәткә һөйөү, ихтирам бәләкәйҙән башлана 👍
Видео: Айгөл Заһитова.
📌 Донъя спорты легендаһына арналған мемориаль таҡта асылған.
Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбенең уҡыусыһы булған 6 тапҡыр донъя чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, Европа чемпионы, моиоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадиров иҫтәлегенә мемориаль таҡта ҡуйылған. 1948 йылда Ғабдрахман Фәйзрахман улы беренсе класҡа ошо мәктәпкә уҡырға килгән.
💯 "Яҡташыбыҙҙың донъя чемпионы титулдары иҫәбе буйынса рекордын 37 йыл береһе лә үтәй алмай! Мемориаль таҡтаны булдырыу һәм ҡуйыуҙа ҡатнашҡан барыһына ла рәхмәтемде белдерәм: ошо башланғыс менән сыҡҡан төркөмгә, 8-се мәктәп педагогтарына, эшләүсе оҫталарға, бөйөк яҡташыбыҙ хәтерен һаҡлаған вайымлыларға",- тип яҙған Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.
📌 Башҡорт теленән 12-се халыҡ-ара диктант яҙыу майҙансыҡтарының береһенән Ильяс Батыргәрәев репортажы.
Беҙ МАХ-та
+2
☀Хәйерле шәмбе иртәһе менән, төркөмдәштәр!
Ә беләһегеҙме бөгөн ниндәй көн?
❗Бөгөн, 18 апрель, Халыҡ-ара ҡомартҡылар һәм тарихи урындар көнө. Ул 1982 йылда булдырылған. ⚡2025 йылдан алып был байрамдың Башҡортостанға ла тура мөнәсәбәте бар - 2025 йылдың 12 июленән алып Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Мәмерйәләге боронғо кешеләр һүрәте уникаль тип табылды. 📍Әйткәндәй, тағы бер ҡыуаныслы яңылыҡ бар - "Торатау" геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индерелде.
Быны раҫлаған рәсми сертификат 27 апрелдә Парижда тапшырыласаҡ.Беләһегеҙҙер, быға тиклем Башҡортостандағы "Янғантау" геопаркы ла ошо мәртәбәле исемлеккә индерелгәйне һәм Рәсәй биләмәһендә берҙән-бер ине. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
+9
Милли кейем көнө менән башҡорттарым. Мең ырыуы, Дим буйы. Шишмә районы, Иҫке Ябалаҡлы ауылынан.Сәләм ебәреүсе - Фирүзә Ҡотлова-Мәхмүтова.
+5
📌"Бөгөн беҙҙә мәҙәниәтебеҙҙең матурлығын сағылдырған ике байрам бер юлы"Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Милли кейем көнө һәм Башҡортса халыҡ-ара диктант яҙыу уңайынан тәбрикләгән.
💯"Диктант тураһында айырым әйтәм. Был йыл һайын үткән акциябыҙ ошо арауыҡ эсендә ысын хәрәкәткә әүерелде. Ул башҡорт телен ысынлап яратыусыларҙы берләштерә. Өҫтәүенә, бер беҙҙең республикала ғына түгел. Бөгөн диктантты 30 төбәктә һәм 15 илдә яҙҙылар. Акцияла "Башҡортостан" полкы яугирҙары ла ҡатнашты",- тип яҙған Радий Фәрит улы сәхифәһендә. Республика етәксеһе шулай уҡ быйыл диктант текстары Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналыуы тураһында хәбәр иткән.
"Туған тел – һәр кем өсөн рухи моң, ә милли кейем – халыҡтарҙың үҙенсәлекле йөҙөн сағылдырған ҡомартҡы. Ошо төрлөлөктөң матурлығын күрә белеү, уға ихтирам – Башҡортостаныбыҙҙағы дуҫлыҡтың нигеҙе. Ә дуҫтарҙың татыулығы – еңелмәҫ көс. Байрам менән!"- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткергән Радий Хәбиров. Беҙ МАХ-та
📌 Өфөлә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда Милли кейем көнөнә арналған сара башланырға тора.
Бында ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын стилләштерелгән милли кейем дефилеһы, байрам концерты, күргәҙмә-йәрминкә, оҫталыҡ дәрестәре көтә.
Күргәҙмәлә Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең милли кейеме күрһәтелгән.
+5
📌 Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттан күренештәр - Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында.
📌 Бөгөн күмәкләп Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ!
📍 Өфө, Геном үҙәгендә башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр Айгөл Йәмилованың тексын яҙҙы.
Әйткәндәй, был сара 12-се тапҡыр ойошторола.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
